Эстәлеккә күсергә

Пушина Федора Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пушина Федора Андреевна
рус. Федора Пушина
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Удмурт Республикаһы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (19 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Святошинское кладбище[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, табип
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы
 Пушина Федора Андреевна Викимилектә

Федора (Феодора) Андреевна Пушина (1923 йылдың 13 ноябре — 1943 йылдың 6 ноябре) — Советтар Союзы Геройы, хәрби фельдшер, медицина хеҙмәте лейтенанты[1].

Федора (Феодора) Андреевна 1923 йылдың 13 ноябрендә хәҙерге Удмуртияның Якшур-Бодьинский районы Иж-Забегалово ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Ун туғыҙынсы бала була. Феодораның ата-әсәһе крәҫтиән була, ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Һуңынан Феняның ғаиләһе Иж ауылынан Тукмачи ауылына күсеп килгән, һәм уның бала сағы һәм мәктәп йылдары шунда үтә[2].

Больше-Ошворцинский[2] ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.

1939 йылда Ижевск[2] фельдшер-акушерлыҡ мәктәбенә уҡырға инә. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, Феодораны Кекоранский фельдшер-акушерлыҡ пунктына (Кекоран ауылы), билдәләйҙәр, һәм унда 1942 йылдың ғинуарынан эшкә тотона. Ул сирлеләрҙе ҡабул итергә, мәктәп һәм ферманың санитар торошон тикшереп торорға, шулай уҡ халыҡ менән әңгәмә үткәрергә тейеш була. Феодора бер үк ваҡытта хирург та, терапевт та, акушер ҙа һәм балалар табибы ла була.

Комсомолға инә[1][2].

Ҡыҙыл Армияға 1942 йылдың[2] апрелендә саҡырыла.

1942 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышында фронттарында. Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 167-се уҡсылар дивизияһы 520-се уҡсылар полкында хәрби фельдшер була. Фронтташ дуҫтары уны Фаина тип йөрөткән .

1943 йылдың 7 февралендә Воронеж фронты 38-се армияһы 167-се уҡсылар дивизияһы 520-се уҡсылар полкы санитар ротаһы хәрби фельдшеры Ф. А. Пушина Курск өлкәһе Мантуровский районы Прилепы ауылы районында артиллерия-миномёт уты аҫтынан 45 яралы яугирҙе сығара. 11 февралдә Пузачи ауылында алдынғы медицина пунктында 57 яралы яугир һәм командирға медицина ярҙамы күрһәтә. Совет частары Пузачи ауылын ташлап киткән саҡта бар булған яра бәйләү материалдарын һәм дарыуҙарҙы сығара. 1943 йылдың 14 мартында отҡорлоҡ күрһәткәне өсөн 520-се уҡсылар полкы командиры майор Придача уны «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына тәҡдим итә, әммә 167-се уҡсылар дивизияһы командиры генерал-майор И. И. Мельников уны Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943 йылдың 15 апреле)[3][4] менән бүләкләргә ҡарар итә.

1943 йылдың ноябрендә полковник П. Г. Акулов командалығында полк, дошмандың байтаҡ көсөн үҙенә йәлеп итеп, Киевта ауыр һөжүм һуғышын алып бара. Шуның менән бәйле, медчасть киев янындағы Святошино ауылында урынлашҡан була.

1943 йылдың 6 ноябре иртәһендә дошмандың бомбардировщиктары төркөмө ауылға бомба һөжүме башлай. Бомбаларҙың береһе туранан-тура ялан госпитале бинаһына эләгә, һәм ул яна башлай[2]. Санитар ротаһы командиры Николай Копытёнков һәм Феня Пушина яралыларҙы ҡотҡарыуға ташлана. Ут эсенән ул утыҙ ауыр яралыны сығара, һәм һуңғыһы артынан ингәндә, йорт емерелә башлай. Николай Копытёнков уны иң һуңғы мәлдә, бина емерелер алдынан, уны уттан алып сыға. Феня аңын юғалтҡан, башы ҡаты йәрәхәтләнгән, кәүҙәһе тотош янған хәлдә була. Ул күҙ аса, иренен ҡыбырлата ла, иптәштәре ҡулында вафат була.

1944 йылдың 10 ғинуарында үлгәндән һуң Федора Андреевна Пушинаға[2] Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.[5]

Киевтың[2] Святошино зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Памятник Федоре Пушиной.jpg
Ижевск медицина колледжы ишеге алдында Ф. А. Пушина һәйкәле
  • 1972 йылда Якшур-Бодья ауылының үҙәк майҙанында Ф. А. Пушина бюсы ҡуйылды.
  • 1973 йылдың 6 апрелендә Ижевск медицина училищеһы «Советтар Союзы Геройы Ф. А. Пушина исемендәге»[6] тигән почётлы атама алды.
  • училище ишеге алдында һәйкәл ҡуйылды
  • 1975 йылда Киевтың Святошино районында Феодора Пушина урамы барлыҡҡа килә.
  • Большие Ошворцы ауылында үҙе уҡыған урта мәктәпкә А. Ф. Пушина исеме бирелә[7].
  1. 1,0 1,1 История второй мировой войны 1939—1945 (в 12 тт.) / редколл., гл. ред. А. А. Гречко. том 7. М., Воениздат, 1976. стр.258
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Широбоков В. На рассвете // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  3. Наградной лист Ф. А. Пушиной с представлением к награждению медалью «За боевые заслуги», 14 марта 1943. ОБД «Подвиг Народа». Номер записи в базе данных: 150145601 (фонд 33, опись 682526, единица хранения 209).
  4. Приказ частям 167-й стрелковой дивизии 38-й армии Воронежского фронта № 016/Н от 15 апреля 1943 года. ОБД «Подвиг Народа».
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 10 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 19 января (№ 3 (263)). — С. 1
  6. История 2020 йыл 27 апрель архивланған. / официальный сайт Ижевского медицинского колледжа
  7. МБОУ Большеошворцинская средняя общеобразовательная школа им. Ф. А. Пушиной 2019 йыл 12 февраль архивланған. / образовательный портал Республики Удмуртия
  • Пушина Федора Андреевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 335. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.