Пу И

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айсиньгёро Пуи
愛新覺羅.溥儀
Айсиньгёро Пуи
Флаг
Флаг
Цин династияһынан Ҡытай императоры
2 декабрь 1908 — 12 февраль 1912
Алдан килеүсе: Айсиньгиоро Цзайтянь
Дауамсы: титул бөтөрөлгән
Флаг
Флаг
Маньчжоу-гоның Юғары хакимы
9 март 1932 — 1 март 1934
Алдан килеүсе: вазифа булдырылған
Дауамсы: вазифа бөтөрөлгән
Флаг
Флаг
Маньчжоу-го императоры
1 март 1934 — 15 август 1945
Коронация: 10 мая 1934
Алдан килеүсе: титул булдырылған
Дауамсы: титул бөтөрөлгән
 
Дине: Буддизм
Тыуған: 7 февраль 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Пекин, Цин империяһы
Үлгән: 17 октябрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (61 йәш)
Пекин, КНР
Ерләнгән: Бабаошан революцион зыяраты, 1995 йылда Көнбайыш Цин төрбәһе янындағы зыяратта ҡабаттан ерләнгән
Нәҫел: Цин
Исеме: маньчж. ᡦᡠ ᡳ
ҡыт. 溥儀
Атаһы: Цзайфэн
Әсәһе: Юлань
Ҡатыны: 1) Гобуло Ваньжун
2) Ли Шусянь
Балалары: юҡ
Партия: Ҡытай коммунистар партияһы[d]
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 1937—1945
Принадлежность: Маньчжоу-го Маньчжоу-го
Звание: Баш командующий
Командир булған: Маньчжоу-го Маньчжур император армияһы
 
Наградалары:
Ҡалып:Орден Цветущей орхидеи с цепью Ҡалып:Орден Прославленного дракона с большой лентой Ҡалып:Орден Благоприятных облаков
Хризантема ордены кавалеры
Хризантема ордены кавалеры
7 класлы Ҡалҡыусы ҡояш ордены Изге Аннунциата юғары ордены кавалеры
Изге Маврикий һәм Лазарь орденының Ҙур тәреһе кавалеры

Айсиньгеро Пуи (ҡыт. трад. 愛新覺羅.溥儀, упр. 爱新觉罗.溥仪, пиньинь: Àixīnjuéluó Pǔyí, 7 февраль 1906 йыл — 17 октябрь 1967 йыл) — Айсин Гёро маньчжур династияһының унынсы вәкиле , Цин дәүләтенең һуңғы императоры (19081912 йылдар,1924 йылға тиклем титуляр император булып ҡала). 1932 йылдан Юғары хаким, ә 1934 йылдан — Маньчжоу-го императоры, генералиссимус[1] Маньчжур император армияһы командующийы.

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пуи — тыуған саҡта бирелгән исеме; ғәҙәттә бындай исем император династияһында тыйылған булған, ә тәхет исеме сифатында идаралыҡ девизы ҡулланылған (Сюаньтун (Дөйөм берләшеү) һымаҡ яңғыраған 宣統). Әммә уны тәхеттән ҡолаталар һәм ул ябай граждандарға тиңләнә, шуға күрә тарихҡа үҙенең шәхси исеме аҫтында инеп ҡалған — «Пуи». Ғуңғараҡ осорҙа шулай уҡ уның маньчжур клан (ырыу) исеме ҡулланған — — Айсин Гёро (йәки Айсинь Гиоро, ҡытай яңғырашында — Айсиньцзюэло, 愛新覚羅). Европылалар менән аралашҡанда ул үҙен ҡайһы берҙә Генри тип атаған (Henry) —был исемде уға шотданд уҡытыусыһы биргән булған. Император булып Маньчжоу-го императоры булып киткәс, Пуи Кандэ (Сәскәле әҙәп) исемен ала. Ҡытай Халыҡ Республикаһында һәм Тайваньда ул Сюньди (遜帝, «Баш тартҡан император») исеме аҫтында билдәле. Иҫке транскрипцияла ҡытай исемдәре айырым ижектәргә бүлеү ҡабул ителгән ине, шуға күрә сит ил телдәрендәге әҙәбиәттә уның исеме ижекле яҙыла — «Пу И».

Цин империяһында идаралығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1898 йылда хакимлыҡтан мәхрүм ителгән «Гуансюй» исеме аҫтында идаралыҡ иткән император Айсиньгиоро Цзайтяньдең туғаны. Тол императрица Цыси уны императорҙың вариҫы тип билдәләй, ул үҙе ысынында Цин империяһының императоры була,. Цзайтянь 1908 йылдың 14 ноябрендә ағыуланғандан һуң үлә (Цыси үҙе уны ағыулаған тигән имеш-мимештәр тарала), Цыси бер көндән вафат була. Ике йәшлек Пуи 1908 йылдың декабрендә император булып китә, регенты — уның атаһы, «кенәз Чунь» титутына эйә булған, Айсиньгёро Цзайфэн.

Цин империяһын ҡолатҡан һәм Ҡытай Республикаһын барлыҡҡа килтергән Синьхай революцияһынан һуң, 1912 йылдың 12 февралендә Цзайтяньдың тол ҡатыны — Лунъюй император тәхетенән баш тартыуы тураһында актҡа ҡул ҡуя. Ул отставкаға киткән кенәз Чунь урынына регент булып ҡала. Монарх ғаиләһенә генерал Юань Шикай вәғәҙә иткән шарттарға ярашлы Пуи император титулын, Пекин "Тыйылған ҡалаһы"нда йәшәү хоҡуғын һаҡлап ҡала, ә протокол буйынса ул сит ил монархына тиңләнә.

1917 йылдың июлендә, Пекинда хакимлыҡты генерал Чжан Сюнь баҫып алғандан һуң, Пуи ҡыҫҡа ваҡытҡа (ике аҙнаға) ҡабаттан батшалыҡ иткән император итеп иғлан ителә. Генерал Дуань Цижуя командованиеһы аҫтында ғәскәрҙәр Пекинға килеп ингәс, Пуи икенсе мәртәбә хакимлыҡтан ситләтелә, әммә император ғаиләһенә Пекинда ҡалырға рөхсәт ителә. 18 йәше тулғас, 1924 йылда ул тулыһынса тәхеттән төшөрөлә, бөтә титулдарынан мәхрүм ителә, Тыйылған ҡаланан ҡыуыла һәм республиканың ябай гражданы тип иғлан ителә.

Япония йоғонтоһо. Маньчжоу-го[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Почта маркаһы Пуи н маньчжоу-го 1935 йыл

1925 йылда ул Тяньцзинда япон концессияһы территорияһында йәшәү өсөн урынлаша, шунда "һөргөндә һарай даирәһе"ойоштора. Ошо ваҡыттан уға япон хөкүмәте ныҡ йоғонто яһай.

1932 йылдың 1 мартында япондар патронажы аҫтында, Бөтә Маньчжур ассамблеяһы ҡарарына ярашлы, Маньчжоу-го Дәүләте төҙөлә. Башта Хөкүмәт Башлығы итеп тәғәйенләнгән («Датун» девизы аҫтында (大同)) Пуи — дәүләттең Юғары хакимы булараҡ вазифаһына 1932 йылдың 9 мартында инә, 1934 йылдың 1 мартынан «Кандэ» (康德) хакимлыҡ девизы менән Даманьчжоу-диго (Бөйөк Маньчжурия империяһының) императоры булып китә. Коронация 1934 йылдың 10 майында үтә.

Маньчжурия армияһының Башкомандующийы була.

Ҡулға алыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылдың 19 августында Мукденда генерал-майор Александр Дорофеевич Притула тарафынан ҡулға алына[2]. Император Пу Ины ҡулға алған саҡта майор Петр Челышевтың подразделениелары батырлыҡ күрһәтә[3]. Ҡулға алғандан һуң император Хабаровск янында хәрби әсирҙәр өсөн лагерҙа тотола. 1946 йылдың августында Токио процесында ғәйепләү шаһиты була һәм 8 көн дауамында күрһәтмәләр бирә.

1949 йылда Ҡытайҙа коммунистар власы урынлаштырылғандан һуң Пу И СССР-ҙың министрҙар Советы рәйесе И. В. Сталинға уны ҡытай властарына бирмәүҙе үтенеп хат яҙа. Шулай уҡ ул төрмә китапханаһында Маркс һәм Лениндың хеҙмәттәре менән танышыу уға тәрән тәьҫир яһауы һәм уның ҡараштарын үҙгәртеүе хаҡында яҙа. Пу И Ҡытайға 1950 йылда ҡайтарыла.

Ҡытайҙа ул Ляонин провинцияһының Фушунь ҡалаһындағы яңынан тәрбиәләү лагерына йүнәлтелә һәм 1959 йылда «яңынан тәрбиәләнгән» сифатында Мао Цзедундың махсус рөхсәте буйынсаазат ителә.

Һуңғы йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1959 йылдан ул ҡабаттан Пекинда йәшәй башлай, бында башта ботаника баҡсаһында, һуңынан милли китапханала архивариус булып эшләй. Халыҡ власын ҡабул итеүе тураһында иғлан итә.

1961 йылдың көҙөндә Ҡытай Халыҡ Республикаһының рәйесе МАО Цзедун менән осрашыу үткәрелә. 1964 йылдан ҠХР-ҙың сәйәси-консультатив советы ағзаһы була.

Мао Цзэдун Чжоу Эньлая хуплау менән мемуарҙар яҙа — «Тормоштоң тәүге яртыһы» (инглиз телендә — «Императорҙан гражданға тиклем»), мемуарҙарҙа ул уның фекерен бер кем һанға һуҡмаған формаль рәүештәге хаким булып һүрәтләнә. Ҡайһы бер тарихсылар фараздары буйыса, ПУ И, Японияға ҡаршы хәрби енәйәттәрҙә ғәйепләнеүҙән ҡурҡып, үҙенең сәйәси ролен кәметергә тырышҡан.

Биш тапҡыр никахҡа ингән. Уның ҡатындары император ҡатыны Вань Жун, шулай уҡ Вэнь Сю, Тань Юйлин, Ли Юйцинь; аҙаҡҡыһы шәфҡәт туташы Ли Шусянь була, уның менән ҠХР-ҙа 1962 йылда өйләнешәләр, әммә бер ҡатынынан да балалары булмай. Ҡытай тәхете вариҫы итеп ике туған ҡустыһын, Маньчжур тәхетенең вариҫы итеп бер туған ҡустыһы Пуцзены иғлан итә.

Вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1967 йылдың 17 октябрендә бауыр яман шешенән вафат булды. Үгәй атаһы һәм икенсе ҡатыны менән йәнәш ерләргә васыят итеп ҡалдыра. Кәүҙәһе яндырыла һәм Пекинда Бабаошань хөкүмәт зыяратында ерләнә. Уны 1980 йылда һәм 1995 йылда ҡабатлап ерләйҙәр. Хәҙерге ваҡытта Цинсилинда ерләнгән, үҙенең үгәй атаһы Гуаннсюй кәшәнәһенән 300 метр алыҫлыҡта.

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Пу И. Первая половина моей жизни. Воспоминания Пу И — последнего императора Китая. / Пер.с кит. И.Л. Макаровой, Н. А. Спешнева, Цзян Ши-Луна. Вступ. стат. С. Л. Тихвинского. — М.: Прогресс, 1968. — 424 с.
ҡабат баҫылған
  • Пу И. Последний император. — Тверь: Триада, 1999. — 480 с. — (Кунфу мастеров) — ISBN 5901178017
  • Пу И. Последний император. — М.: Вагриус, 2006. — (Мой ХХ век).ISBN 5969702447

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В. Усов. Последний император Китая. С. 211
  2. В августе сорок пятого, Журнал «Смена». 23 июль 2017 тикшерелгән.
  3. Как наш земляк брал в плен маньчжурского императора Пу И

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]