Иванов Пётр Игнатьевич
Иванов Пётр Игнатьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 15 февраль 1904 |
Тыуған урыны | Өфө, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 апрель 1945 (41 йәш) |
Вафат булған урыны | Чехословакия |
Ерләнгән урыны | Чехия |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Иванов Пётр Игнатьевич (15 февраль 1904 йыл — 9 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, кавалерия полкы командиры, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пётр Игнатьевич Иванов 1904 йылдың 15 февралендә Өфө ҡалаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы) эшсе ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.
Ҡыҙыл Армия сафында 1918-1935 йылдарҙа һәм 1941 йылдан. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. 1924 йылда ВЦИК исемендәге командирҙар составы мәктәбен, 1933 йылда —Ленинградта командирҙар составы белемен камиллаштырыу бронетанк курсын, 1934 йылда — башланғыс мәктәпте һәм партия мәктәбен, ә 1936 йылда — Мәскәүҙә автодело уҡытыусылары мәктәбен тамамлай.
1941 йылдың июненән башлап Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
34-се гвардия кавалерия полкы командиры (2-се Украина фронтының 4-се гвардия кавалерия корпусы 9-сы гвардия кавалерия дивизияһы) гвардия майоры Иванов П. И. 1945 йылдың 28 мартында, Шурани (Чехия) ҡалаһынан көньяҡтараҡ Нитра йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда, дошмандың көслө артиллерия утына ҡарамаҫтан, йылғаны аша сығыуҙы ойоштора ала һәм көнбайыш ярында плацдарм яулай. Бынан һуң ул үҙ полкын ныҡ нығытылған Бано-Кеса пунктына һөжүмгә әйҙәй. Һөҙөмтәлә Бано-Кеса пункты яулап алына, ә плацдарм киңәйтелә. Был һуғышта майор П. И. Ивановтың полкы 340-ҡа яҡын гитлерсыны, 6 бронетранспортерҙы юҡ итә, 150-гә яҡын әсир ҡулға төшөрә.
1945 йылдың 9 апрелендә полк дивизияның төп йүнәлешендә — Бржецлав ҡалаһынан 7 км көньяҡ-көнсығыштараҡ ятҡан Ланжгот тораҡ пунктына һөжүм итә. Траншеяларҙа һәм йорттарҙа нығынып алған гитлерсылар ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтә. Уларҙың көслө пулемёт уты һәм танктары полктың алға барыуына ҡамасаулай. Шул саҡ гвардия майоры Пётр Иванов хәрби сафтарҙың алдына сыға һәм, үҙенең яугирҙәрен илһамландырып, һөжүмгә эйәртеп алып китә. Был алышта ҡыйыу полк командиры батырҙарса һәләк була.[1][2]. Малацки ҡалаһынан (Чехия) 25 саҡрым төньяҡтараҡ урынлашҡан Кути тораҡ пунктында ерләнгән.
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән гвардия майоры Иванов Петр Игнатьевичкә, полк менән оҫта командалыҡ иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 19, л. 191, 192).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иванов Пётр Игнатьевич . «Герои страны» сайты.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.