Ишбаев Райман Сәйәх улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Райман Сәйәх улы Ишбаев битенән йүнәлтелде)
Ишбаев Райман Сәйәх улы
Төп мәғлүмәт
Тыуған

12 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ишдәүләт ауылы

Үлгән

5 декабрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (47 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Йырлау тауышы

драматик тенор

Жанрҙар

эстрада

Коллективтар

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы

Ишбаев Райман Сәйәх улы (12 март 1959 йыл — 5 декабрь 2006 йыл) — йырсы, 1992—1997 һәм 1999—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003), Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Райман Сәйәх улы Ишбаев 1959 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ишдәүләт ауылында тыуған. 1975 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай. Хеҙмәт юлын 1977 йылда «Таң» газетаһы редакцияһында корреспондент булып башлай.

Унан хәрби хеҙмәткә алына. Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, Бөрйән район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлегенә эшкә урынлаша.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул һирәк осрай торған тауышҡа — драматик тенорға эйә була. Башҡорт сәнғәтенең төрлө характерҙағы вокаль әҫәрҙәрен оҫта башҡарыуы менән айырылып тора. Тамашасыларҙы тауышының лирик моңо һәм көсө әсир итә.

Р. С. Ишбаев башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың үҙенсәлекле вариҫтарының береһе була. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сағыу ижады менән халыҡ күңелен яулап өлгөрә.

Р. С. Ишбаевтың киң репертуарына 100- ҙән ашыу йыр инә. Улар араһында ҙур вокаль оҫталыҡ, халыҡ сәнғәтен тәрән белеүҙе талап иткән башҡорт халыҡ йырҙары айырым урын биләп тора.

«Буранбай», «Урал», «Илсе Ғайса», «Эскадрон», «Сибай» кеүек халыҡ ижады ынйылары уның оҫта башҡарыуында бигерәк тә әһәңле яңғырай. Ул башҡорт музыка сәнғәтен Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә лайыҡлы сағылдырыусыларҙың береһе булып тора. 2003 йылда башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Ишбаев Райман Сәйәх улына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Райман Ишбаев 2006 йылдың 5 декабрендә 47-се йәшендә фажиғәлә һәләк була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003)
  • «Яҙғы моңдар» I республика конкурсы һәм халыҡ йырҙарын башҡрыусыларҙың «Рәсәй тауыштары» II Бөтә Рәсәй теле-радио конкурсы лауреаты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]