Ракшин Дмитрий Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ракшин Дмитрий Сергеевич
Заты ир-ат
Лояльность СССР
Тыуған көнө 14 ноябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Ҡыйғы районы
Вафат булыу көнө 9 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (47 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Силәбе өлкәһе
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы медаль «За отвагу»
Хәрби звание Өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]

Ракшин Дмитрий Сергеевич (14 ноябрь 1913 йыл — 9 ғинуар 1961 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 132-се гвардия уҡсылар полкының пулемет расчеты командиры (Воронеж фронты, 40-сы армия, 42-се гвардия уҡсылар дивизияһы), гвардия өлкән сержанты, Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Сергеевич Ракшин 1913 йылдың 14 ноябрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Ләүйылға ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) тыуған.

Урыҫ. Тулы булмаған урта белемле — мәктәптең 7 класын тамамлаған. Армияға саҡырылғанға тиклем колхозда тракторсы, Силәбе өлкәһенең Һатҡы леспромхозында шофер булып эшләй.

1943 йылдың апрелендә Силәбе өлкәһенең Һатҡы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың май айынан.

Һуғыштан һуң Д. С. Ракшин Силәбе өлкәһендә йәшәй, Һатҡы урман хужалығында шофер, гараж механигы булып эшләй.

1961 йылдың 9 ғинуарында вафат була. Силәбе өлкәһенең Ельничный ҡасабаһында ерләнгән.

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

132-се гвардия уҡсылар полкының пулемет расчеты командиры (42-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 40-сы армия, Воронеж фронты) гвардия өлкән сержанты Д. С. Ракшин 1943 йылдың 28 сентябрендә тәүгеләрҙән булып беренсе һөжүм итеүсе төркөм составында Киев өлкәһенең Гребени ауылы эргәһендәге Днепр йылғаһын аша сыға һәм йылғаның көнбайыш ярында плацдармды баҫып алыуҙағы һәм киңәйтеүҙәге алышта айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Яралы булыуына ҡарамаҫтан, сафта ҡала.

СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1943 йылдың 29 октябрендә командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Ракшин Дмитрий Сергеевичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 59, л. 19).
  2. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 472, л. 2).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов, т. 5. П-С. — Уфа: Башкирская энциклопедия. 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ракшин Дмитрий Сергеевич. «Герои страны» сайты.