Рамаҙан Ҡаҙыбәков
Рамаҙан Ҡаҙыбәков | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы, Әлшәй ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Рамаҙан Ҡаҙыбәков (1776—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамаҙан Ҡаҙыбәков Ырымбур губернаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы) Әлшәй ауылында йәшәгән[1].
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем12-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[2]. 12-се Башҡорт атлы полкы Куроедово ауылында 12-се һәм 7-се кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 16 октябрендә Түбәнге Новгородҡа бара[3]. 1813 йылдың майында Түбәнге Новгород ополчениеһы менән бергә Варшава герцоглығына килә һәм Польша армияһы составына керә. 1813 йылдың 15 авгусынан Глогауҙы блокадалауҙа ҡатнаша һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[3][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 12-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гатиятуллин З. Г. Башкиры 12-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 3,0 3,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 401
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 82
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.