Эстәлеккә күсергә

Ғәлина Рафиға Арыҫлан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рафиға Ғәлина битенән йүнәлтелде)
Ғәлина Рафиға Арыҫлан ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

15 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Салауат районы Яҙғыйорт ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1973-2013 йылдар

Театр:

Салауат башҡорт дәүләт театры, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994)

Ғәлина Рафиға Арыҫлан ҡыҙы (15 март 1951 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, 1974 йылдан Салауат, 1991 йылдан — Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1994—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы уҡытыусыһы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1983) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) артисы.

Рафиға Арыҫлан ҡыҙы Ғәлина 1951 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Яҙғы Йорт ауылында тыуған.

1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының (Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) театр факультетын тамамлай. һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында башлай.

1974—1990 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт театрында, 1990 йылдан — Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

Стәрлетамаҡта Республика Башҡорт мәҙәниәт техникумында «Сәхнә теле» курстары алып бара[1].

Театрҙағы ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Н. Асанбаевтың «Күктән төшкән бәхет» комедияһында — Шәһиҙә, В. Гуркиндың «Кадриль» комедияһында — Шәмсиә, Д. Гурьяновтың «Запах легкого загара» драматик фаразлауында — Рәғиҙә, И. Садыковтың «Хужа Насретдиндың биш ҡатыны» комедияһында — Жәннәтәй, А. Цагарелиҙың «Ханума» комедияһында — Ханума, И. Йомағоловтың «Пылкие любовники» комедияһында — Хәниә, Р. Кинйәбаевтың «Ә Торатау һаман тора…» комедияһында — Гөлзифа, М. Буранғоловтың «Шәүрәкәй» мелодрамаһында — Сабира, М. Файзиҙең «Ғәлиәбаныу» музыкаль драмаһында — Ғәлимәбаныу, М. Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһында Камила һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

http://lagerevo.ucoz.ru/index/znamenitye_ljudi_sela/0-28