Раҡай Константин Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Раҡай Константин Михайлович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1882
Тыуған урыны Усть-Каменогорск[d], Семипалатинск өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Раҡай (Рычков) Константин Михайлович (1882 — 27 ноябрь 1923) — дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, фольклорсы. Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты ағзаһы — Тышҡы мөнәсәбәттәр (сит ил эштәре) комиссары (1920). Башҡортостан телеграф агентлығы етәксеһе (1919).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1882 йылда Усть-Каменногорск ҡалаһында ярлы мещан ғаиләһендә тыуған. Тарихсы П. И. Рычковтың нәҫеленән. Бер нисә Европа телдәрен һәм ҡаҙаҡ телен белгән[1]. Раҡай тигән псевдоним ала — был Салауат Юлаевтың ағаһының исеменән булыуы мөмкин[2].

Приход училищеһында белем ала. 15 йәшенән большевиктарҙың йәшерен ойошмаһына ҡушыла.

1903—1913 йылдарҙа (ҡыҫҡа өҙлөк менән) Турухан крайында һөргөндә була. Эвенк телен, шаман йолаларын әүҙем өйрәнә, эвенк теленең һүҙлеген төҙөй, Енисей эвенктарының фольклорын йыя. «Тунгус теленең грамматикаһы тәжрибәһе» («Опыт грамматики тунгусского языка») монографияһын нәшер итеүгә әҙерләй. 1914 йылда «Сибирский архив» журналында уның тарафынан яҙып алынған бер нисә эвенк халыҡ әкиәттәре баҫтырыла.

1917 йылда «Жаворонок» журналының ҡушымтаһында уның әҙәби эшкәртеүендә «Себерҙең башҡа ҡәүемдәре әкиәттәре» («Сказки сибирских инородцев») баҫылып сыға. 1917 йылда һәм 1922 йылда «Землевладение» журналында «Енисей тунгустары» («Енисейские тунгусы») очерктары донъя күрә.

1907 йылда Семипалатинскиҙа «Степной край» гәзитенең мөхәррире булараҡ батша хөкүмәтенең ер сәйәсәтенә ҡаршы көрәш алып бара һәм бының өсөн һөргөнгә ебәрелә. 1907 йылдан 1913 йылға тиклем Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағында хеҙмәткәр була. «Сибирский Архив», «Сибирские вопросы», «Сибирская жизнь» баҫмаларында эшләй.

Октябрь революцияһынан һуң РККА Реввоенсоветы ағзаһы, «В пути» большевистик гәзитенең мөхәррире була. Себерҙә «Степная Правда», «Советская Сибирь», «Сибирские огни» гәзиттәрендә эшләй. Артабан Мәскәүҙән Башҡортостанға эшкә ебәрелә.

1919 йылдың 18 декабрендә Башҡортостан телеграф агентлығы (БашТА) тураһында положение раҫлана, уның яуаплы етәксеһе итеп Константин Раҡай тәғәйенләнә[3].

1919 йылдың октябрендә Башҡортостан Хәрби-революцион комитетының (Башревком) комиссариатарын ойошторолған саҡта, «Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы шулай уҡ тышҡы мөнәсәбәттәр бүлеген (сит ил эштәре комиссариатын) булдырыу планлаштырыла. 1920 йылдың 12 ғинуарында Башревком Президиумы «Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы тышҡы мөнәсәбәттәр бүлеге тураһында Положение»ны раҫлай[4]. Бүлек мөдире итеп К. М. Рычков (Ракай) тәғәйенләнә.

Әммә РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты, тышҡы мөнәсәбәттәр бүлегенең функциялары «тулыһынса айырылыуҙың беренсе аҙымы тигәнде аңлата» тип белдерә. 1920 йылдың 13 ғинуарында, Артём (Ф. Сергеев) тәҡдиме буйынса, Башобком Башҡорт АССР-ының иҡтисади өлкәһендәге хоҡуҡтары тураһында резолюция ҡабул итә: «коммунистик төҙөлөш РСФСР-ҙың хужалыҡ тормошо берҙәмлеген билдәләүсе булалараҡ автономиялы республиканы ойоштороу тураһындағы килешеү айырымланыуҙы аңлатмай, ә киреһенсә, илдең хужалыҡ тормошо берҙәмлеге принцибына нигеҙләнә». Шулай итеп, партия эшмәкәрҙәре төрлө юлдар менән автономиялы республиканың сәйәси хоҡуҡтарын ғына түгел, ә иҡтисади хоҡуҡтарын да сикләргә тырыша[5]. РКП(б)-ның Үҙәк вәкиле Артём (Ф. Сергеев) 1920 йылдың 24 февралендәге ВЧК-ның рәйесе Ф. Э. Дзержинский исеменә ебәрелгән телеграммала К. М. Раҡайҙы атырға кәрәклеге тураһында яҙа[6]. 1920 йылдың ғинуарында Константин Раҡай партияның Үҙәк комитетына, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетына һәм Көнсығыш Коммунистик ойошмаларының Үҙәк бюроһына Ғинуар конфликты буйынса үҙенең отчетында Ф.Сергеев һәм башҡаларҙың Башҡортостандағы эшмәкәрлеген тәнҡитләп яҙа[7][8]. Ул билдәләүенсә, партия функционерҙар милли мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер түгеллеген күрһәтә, шулай уҡ «Башҡортостанда власть башҡорт халҡының хоҡуҡи аңында тамыр йәйһә генә ғүмерле була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элекке режим да, иптәш Артём да башҡорттар араһында власҡа ҡарата, бигерәк тә урыҫтар етәкселегендәге, нәфрәт тыуҙырыу өсөн барыһын да эшләне» тип яҙа[9].

1920 йылда Ҡытай менән хәрби сикте асыҡлау өсөн тау һырттары аша Монголияға экспедиция яһай.

1923 йылдың 27 ноябрендә туберкулёздан вафат була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 336. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.
  2. Рашида Краснова. Из древней дальности и неизвестности(недоступная ссылка) // Уфа: журнал. № 10 (131) октябрь 2012 г.
  3. Зайтунов Р.Б. Структура и организационная деятельность Башкирского военно-революционного комитета (1919 г.) // Вестник Башкирского университета. — 2007. — № 1. — С. 115. — ISSN 1998-4812.
  4. Согласно «Положению об отделе внешних сношений при БЦИК» от 12 января 1920 года в компетенцию Отдела внешних сношений Башревкома входило:

    1. Сношение с федеративными советскими республиками, входящими в РСФСР, по всем вопросам взаимоотношений.
    2. Выработка политических и деловых инструкций для Представительства БССР (при ВЦИК).
    3. Снабжение Представительства БССР денежными средствами и ведение отчетности.
    4. Защита правовых и экономических интересов БССР.
    5. Защита экономических, правовых и социальных интересов отдельных граждан БССР или их объединений (организаций).
    6. Организация и ведение правовых, торговых, промышленных и финансовых сношений со странами и местностями, входящими в состав Российской Федерации и находящимися с БССР в деловых сношениях.
    7. Всестороннее обследование стран и местностей Российской Федерации, находящихся в деловых сношениях с БССР в экономическом, социальном, правовом и политическом отношениях.

  5. Кульшарипов, 2000, с. 250—251
  6. Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 289
  7. Кульшарипов, 2000, с. 272—273
  8. «При наших нравах, при нашем уровне культурности, при нашем недостатке культурных и технических сил и при том абсолютном бессилии, с которым мы подходим к инородцам — товарищи очень часто, как например, в Башкирии, проводят голое принуждение, чем портят все дело. Еще до развернувшихся событий в Башкирии я своевременно телеграфировал вам, товарищи, что деятельность товарища Артема и его группы по отношению к башкирам я нахожу в корне неправильной и поэтому отмежевываюсь от местнического политиканства, могущего привести к авантюре. Если подобным образом действовать по отношению к инородцам, как действовали товарищ Артем и компания, и если к тому же еще, чего я лично не допускаю, действия товарища Артема и других санкционировались высшим партийным органом ЦК РКП и ВЦИК, то это было таким идиотизмом, и такой гибелью дела, что сознательно так работать могут только провокаторы. Отозвать из Башкирии товарища Артема и его группу, стремящуюся к власти. Власть в Башкирии может быть жизненной только тогда, когда имеет корни в правосознании башкирского народа. К сожалению, и старый режим, и товарищ Артем сделали все, чтобы возбудить среди башкир ненависть вообще к власти, да притом еще возглавляемой русскими»

    — Судьба и наследие башкирских ученых-эмигрантов / Валеев Д. Ж., Мадьяри А., Ураксин 3. Г., Юлдашбаев А. М.; ВЭГУ. — Уфа, 1995. — 143 с. — С.17. — ISBN 5-87865-045-2.

  9. «Вы отлично знаете, что наша партия до сего времени совершенно не подготовлена к тому, чтобы как следует разобраться в таких вопросах, как право наций на самоопределение, в автономии и вообще в национальных вопросах. Многие из наших товарищей совершенно убежденно трактуют о том, что мы должны твердо стоять на пути строгой пролетарской диктатуры, … многие товарищи полагают, что пресловутые „самоопределение“, „автономии“ и т. п. не стоят выеденного яйца, понимая это как дипломатическую игру, которую в некоторых случаях Рабоче-крестьянское правительство должно играть всерьез, как это делается, например, по отношению к Башкирии, Киргизии и проч… Основываясь на нашем опыте, мы больше всего должны остерегаться той торопливости, неумелой теоретичности и того декретирования из Москвы, какое мы проявляем по отношению к Башкирии. Многие из наших товарищей, находясь в настоящее время в Башкирии, стремясь только выслужиться, не брезгуют никакими средствами и с негодными средствами пускают в ход полное принуждение… если подобным образом действовать по отношению к инородцам, как действовали по отношению к Башкирии тов. Артем и компания, и если к тому же еще, чего я лично не допускаю, действия т. Артема и др. санкционировались высшим партийным органом ЦК РКП — ВЦИК, то это было таким идиотизмом, таким тупоумием и такою гибелью дела, что сознательно так работать могут провокаторы»

    — Наше Отечество (опыт политической истории). Часть II / Кулешов С. В., Волобуев О. В., Пивовар Е. И. и др. — М.: ТЕРРА, 1991. — 620 с. ISBN 5-85255-081-7

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]