Йәнәсәй
Йәнәсәй | |
---|---|
эвенк. Ионесси, хаҡ. Ким, тув. Улуг-Хем | |
Ҡыҙыл ҡалаһы эргәһендә Оло Йәнәсәй (һулда) һәм Кесе Йәнәсәйының ҡушылған урыны | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 3487 км |
Бассейн | 2 580 000 км² |
Һыу сығымы | 19 800 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Оло Йәнәсәй менән Кесе Йәнәсәй |
· Бейеклеге | 619,5 м |
· Координаталар | 51°43′41″ с. ш. 94°27′07″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Кара диңгеҙе |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 71°49′46″ с. ш. 82°42′57″ в. д.HGЯO |
Йылға ауышлығы | 0,15 м/км |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Кара диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Тыва, Красноярск крайы, Хакасия |
РДҺР | 17010300112116100000014 |
Йәнәсәй Викимилектә |
Йәнәсәй (рус. Енисей, боронғо төрки (𐰚𐰢) Кeм, эвенк. Ионесси «ҙур һыу»[1], хак. Ким, тыв. Улуг-Хем «бөйөк йылға», нен. Енся’ ям’) —Көнсығыш Себерҙәге ҙур йылға. Рәсәй Федерацияһының Красноярск крайы, Тыва һәм Хакасия республикалары территориялары буйлап аға. Төньяҡ Боҙло океандың Кара диңгеҙенә ҡоя. Йәнәсәй — Көнбайыш һәм Көнсығыш Себер араһында тәбиғи сик булып тора.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл ҡалаһында Оло Йәнәсәй һәм Кесе Йәнәсәй йылғалары ҡушылған урында башлана. Был урындан оҙонлоғо — 3487 км, Кесе Йәнәсәй инешенән алып — 4287[2] км, Оло Йәнәсәй инешенән алып — 4092 (4123)[3] км. Бассейн майҙаны — 2580 мең км².
Инешендә һыу сығымы — 1009 м³/с[4], Саяногорск тирәһендә — 1484 м³/с[5], Красноярск ГЭС-ында — 2723 м³/с[6], Красноярск тирәһендә — 2864 м³/с[7], Енисейск тирәһендә — 7724 м³/с[8], Подкаменная Тунгуска ҡушылдығы ҡойған урында — 10768 м³/с[9], Игарка янында — 18395 м³/с тәшкил итә[10].
Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 19 800 м³/с.
Төп ҡушылдыҡтары:
- һул — Хемчик, Кантегир, Абакан, Кемь, Кас, Сым, Дубчес, Елогуй, Турухан, Кесе Хета, Оло Хета, Танама, Грязнуха;
- уң — Ус, Кебеж, Туба, Сыда, Сисим, Мана, Кан, Ангара, Оло Пит, Подкаменная Тунгуска, Бахта, Түбәнге Тунгуска, Курейка, Хантайка, Дудинка[11] ref name="tatarka">Angara At Tatarka, R-Arcticnet V4.0</ref>[12].
Ҡалалары: Ҡыҙыл, Шагонар, Саяногорск, Минусинск, Абакан, Дивногорск, Красноярск, Сосновоборск, Железногорск, Лесосибирск, Енисейск, Игарка, Дудинка.
Йәнәсәй — Красноярск крайының мөһим һыу юлы (Саяногорсктан тамағына тиклем, 3013 км). Төп порттары һәм пристандәре: Абакан, Красноярск, Стрелка, Маклаково, Енисейск, Туруханск, Игарка, Усть-Порт. Игаркаға тиклем диңгеҙ суднолары күтәрелә.
Гидроэлектростанциялар: Саян-Шушенск, Майна, Красноярск.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Енисей — Словаря современных географических названий
- ↑ Скиталец. Сервер для туристов и путешественников. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 13 октябрь архивланған.
- ↑ Промышленные ведомости. Открыты истинные истоки Лены и Енисея. Архивировано 23 август 2011 года.
- ↑ Yenisey at Kyizyil
- ↑ Yenisey at Nikitino
- ↑ Yenisey at Krysnoyarskaya GES
- ↑ Yenisey at Bazaikha
- ↑ Yenisey at Eniseysk
- ↑ Yenisey at Podkamennaya Tunguska
- ↑ Yenisey At Igarka (ингл.). Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
- ↑ Великие реки России 2014 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Nizhnyaya Tunguska at Fakt`Bolshoy Porog 2016 йыл 24 март архивланған., UNESCO: Water resources
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Енисей, река в Сибири // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Бурыкин А. А. Енисей и Ангара. К истории и этимологии названий гидронимов и изучению перспектив формирования географических представлений о бассейнах рек Южной Сибири // Новые исследования Тувы. 2011, № 2-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнәсәй — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Енисей в «Словаре современных географических названий» 2007 йыл 27 октябрь архивланған.
- Лоция р. Енисей (участок Ворогово — Игарка 10,1 Mb)
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ