Революция урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Революция урамы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ленин районы, Совет районы һәм Өфө
Оҙонлоҡ 3,7 ± 0,1 km
Карта
 Революция урамы Викимилектә

Революция урамы . Өфө ҡалаһының Совет районы биләмәһендә  урынлашҡан. Урамдың төп өлөшө ҡаланың Ленин һәм Совет районын бүлеп тора.  Урам  Аксаков урамынан башлана һәм Салауат Юлаев проспектына барып терәлә.  . 

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө ҡалаһы планы буйынса 1819 йылда был урам Богородский урамы тип аталған. Ул бер яҡлы булған һәм төньяҡ өлөшө 1879 йылға тиклем иң осо булып ҡалған. Һул яғы төҙөлмәгән, унда 1845 йылда Иҫке Иванов зыяратында изгеләндерелгән Иоанно-Подтеченский сиркәүе урынлашҡан (ул һаҡланмаған). Урамда шулай уҡ дары мөгәрәбе һәм тимерлектәр булған. Хәҙерге Үҙәк баҙар урынында дәүләт ат заводы («батша ат һарайҙары») Баш идаралығының Өфө ҡала ат һарайы булған. 

Төньяҡҡа ҡарай урам территорияһы ҡыуаҡлыҡтар, урман менән ҡапланған һәм  малды көтөүлеккә сығарыу өсөн ҡулланылған.

Богородский урамынан төньяҡҡа ҡарай төҙөлмәгән территорияны үҙләштереү Ағиҙел йылғаһындағы Сафронов пристаненә нигеҙ һалыу, тимер юлдарын һалыу һәм оҫтаханаларын төҙөү менән башлана, әммә XX быуатҡа тиклем был ер ҡала сите тип иҫәпләнгән һәм Богородский биҫтәһенә ҡараған.  1917 йылдағы  Революциянан һуң  урам хәҙерге исемен ала.

1936 йылда урам буйлап трамвай рельстары һалына, ә беренсе трамвай 1937 йылдың 24 ғинуарынан ебәрелә. Әммә урамдың күренеше күләмле төҙөкләндереүҙәр башланғансы, 1960 йылдарға тиклем тиерлек үҙгәрешһеҙ ҡала. Революцияға тиклемге ағас йорттар һүтелә, улар урынына күп ҡатлы таш йорттар һалына. Урам үҙе киңәйтелә, һәм уның эргәһендә Үҙәк баҙар барлыҡҡа килә.

2005 йылда урамдың көнсығыш өлөшө Владивосток урамынан  автоюлдар күпере менән тоташҡан Сәғит Агиш урамына тиклем оҙонайтыла. Шулай итеп, урам  Өфөнөң көнсығыш өлөшөн көнбайыш өлөшө менән тоташтырған транспорт магистраленә әйләнә.

Заманса биналар һәм ҡоролмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революция урамында Уралсиб банк бинаһы 

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революция урамы буйлап уның башынан алып (Аксаков урамынан) Минһажев урамына тиклем трамвай (5, 7, 16 һанлы маршруттар),  шулай уҡ автобус, маршрут таксиҙары һәм троллейбус (22-се һанлы маршрут) хәрәкәте ойошторолған

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.