Рихтер Зинаида Владимировна
Рихтер Зинаида Владимировна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 11 (23) октябрь 1890 |
Тыуған урыны |
Мәскәү, Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 ноябрь 1967 (77 йәш) |
Вафат булған урыны |
Мәскәү, СССР СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рихтер Зинаида Владимировна (11 (23) октябрь 1890 йыл — 13 ноябрь 1967 йыл) — СССР яҙыусыһы, очерктар авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зинаида Владимировна Рихтер (ҡыҙ фамилияһы Дурова) 1890 йылдың 11 (23) октябрендә Мәскәүҙә артистар ғаиләһендә тыуған.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың реаль училищеһын тамамлай. Строганов художество-сәнәғәт училищеһында (хәҙер С.Г. Строганов исемендәге Мәскәү художество-сәнәғәт академияһы) уҡый, директоры ул саҡта булып Николай Васильевич Глоба (1859—1941) була[1]. Художество белем алып, Зинаида Рихтер 1905—1916 йылдарҙа Мәскәү һәм Бишенсе Лефортово училищеларында рәсемдән уҡыта.
1912—1914 йылдарҙа ире Константин Рихтер менән Мәскәүҙән Ҡырымға йәйәү сәйәхәтенән һуң яҙылған «Записки путешественницы — пешком по России» эшен баҫтырып сығара. Ире фронтта 1916 йылда Беренсе донъя һуғышында һәләк була. 1918 йылдан Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осоронда Зинаида Рихтер — «Известия» гәзитенең махсус хәрби хәбәрсеһе. Артабан 1920 йылда Рәсәй телеграф агентлығының Мәскәү губерна бүлексәһе мөдире һәм инструктор булып эшләй. 1920-1921 йылдарҙағы Волга буйындағы аслыҡ ваҡытында ҡабаттан «Известия» гәзитенең махсус хәбәрсеһе булып эшләй[2]
Зинаида Рихтер беренсе булып Монголия аша Мәскәү−Пекин−Токио осошонда ҡатнаша[3] (сәйәси сәбәптәр арҡаһында шул ваҡытта матбуғатта Мәскәү−Пекин осошо ғына яҡтыртыла); Врангель утрауына «Литке» боҙватҡысында ҡотҡарыу экспедицияһы ағзаһы була; Кавказ — Сванетия һәм Хевсуретияның алыҫ ерҙәренә бара; Лаптевтар диңгеҙендә ҡышлай, Алтай, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанда була. Шулай уҡ РККА-ның 2-се Альпиниадаһында ҡатнаша һәм Эльбрустың көнсығыш түбәһенә күтәрелә]][4]. Вера Инбер былай тип яҙа: «Ул айға ла осор ине, әгәр быға бәләкәй генә мөмкинлек булһа»[2].
1930 йылда Зинаида Рихтер әҙәби эшкә күсә. 1934 йылдың 1 июнендә СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Ошо уҡ йылдан «Правда» гәзитенең махсус хәбәрсеһе булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ТАСС һәм Совинформбюро заданиелары буйынса эшләй. Уның сәфәрҙәре тураһында очерктар «Октябрь» журналы биттәрендә баҫылып сыға. 1952 йылда ҡулға алына һәм Ҡаҙағстандың Джамбул өлкәһе Талас районына ебәрелә. 1955 йылдың мартында реабилитациялана, азат ителә һәм СССР Яҙыусылар союзына тергеҙелә.
1967 йылдың 13 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә[2].
Зинаида Владимировна Рихтер миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» һәм «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалдары; Осоавиахимдың алтын сәғәте; Врангел утрауына ҡотҡарыу экспедицияһында ҡатнашыуы өсөн Почет грамотаһы һәм һәм билдә менән бүләкләнә[2].
Рәсәй дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивында З.В.Рихтерға ҡағылышлы материалдар бар[5].
Һайланма библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кавказ наших дней, 1923—1924. — М.: Жизнь и знание, 1924.
- За полярным кругом. — М. — Л.: Молодая гвардия, 1925.
- 7 000 километров по воздуху. Москва — Монголия — Китай. — М.: Авиоиздат, 1926.
- Золотой Алдан. [Путевые очерки]. — М. — Л.: Гиз, 1927.
- Семафоры в пустыне. На изысканиях Туркестано-Сибирской железной дороги / пред. А. Халатова. — М. — Л.: Молодая гвардия, 1929.
- Азиатская Швейцария. (По киргизским кочевьям). — М. — Л.: Физкультура и туризм, 1930.
- В солнечной Абхазии и Хевсуретии. [Путевые очерки]. — М. — Л.: Физкультура и туризм, 1930.
- Мед и золото. [По Алтаю]. — М. — Л.: Молодая гвардия, 1930.
- На «Литке» к острову Врангеля. Записки участника спасательной экспедиции. — М.: Молодая гвардия, 1931.
- У белого пятна. Спасательная экспедиция ледореза «Литке» на остров Врангеля. — М.: Федерация, 1931.
- Поход Осевэка [Особый северный экспедиционный отряд. Урал. 1919 г.]. — М.: ГИХЛ, 1933.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Глоба Николай Васильевич
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Рихтер Зинаида Владимировна
- ↑ Москва — Пекин — Токио. Первый великий перелет советской авиации. 2020 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Рихтер Зинаида Владимировна
- ↑ Рихтер (Дурова) Зинаида Владимировна 2020 йыл 11 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 23 октябрҙә тыуғандар
- 1890 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 13 ноябрҙә вафат булғандар
- 1967 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Журналистар
- Яҙыусылар
- С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр