Эстәлеккә күсергә

Элизе Рихтер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рихтер Элизе битенән йүнәлтелде)
Элизе Рихтер
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Австрия
Исем Dr. Elise Richter[4]
Тыуған көнө 2 март 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1][3][5][…]
Тыуған урыны Вена, Австрия империяһы[2]
Вафат булған көнө 21 июнь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[5][6][4][…] (78 йәш)
Вафат булған урыны Терезиенштадт[d], Терезин[d][4][2]
Бер туғандары Helene Richter[d]
Место содержания под стражей Терезиенштадт-гетто[d][7]
Һөнәр төрө профессор, әҙәби тәнҡитсе, романист
Эш урыны Вена университеты
Уҡыу йорто Вена университеты
Венская академическая гимназия[d]
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d][4][7] һәм хабилитация[d][8] (1905)
Әүҙемлек урыны Вена[3]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Отечественный фронт[d]
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе романистика[d]
 Элизе Рихтер Викимилектә

Элизе Рихтер (нем. Elise Richter; 2 март 1865 йыл23 июнь 1943 йыл) — Австрияның  филолог-ғалимы; Вена университеты тарихында иң беренсе булып (1905) «фән докторы» дәрәжәһен алған ҡатын-ҡыҙ.

Австро-Венгрияның Вена ҡалаһында йәһүд Maximilian Richter һәм уның ҡатыны Emilie Lackenbacher ғаиләһендә 1865 йылдың 2 мартында тыуған; уның апаһы — Элен Вена университетында фәлсәфә фәне буйынса 1901 йылда ғалим исемен яулаған була.

20 йәшендә Элизе ревматизм менән ауырып киткән һәм  ғүмеренең аҙағына тиклем ревматизмдан этләнгән. 1891 йылдан алып ул Вена университетында ҡунаҡ сифатында ҡайһы бер лекцияларҙы тыңлаған. Ҡатын-ҡыҙҙарға имтихандар тоторға рөхсәт ителгәс, 1896 йылда ул  Венаның  шәхси Академия гимназияһында белем алыуы тураһында аттестат алған. Бер йыл уҙғас,  Вена университетының фәлсәфә факультетына уҡырға ингән.1905 йылда ул , ҡатын-ҡыҙҙар  араһында беренсе булып, роман телдәре буйынса хабилитирланған доктор  дәрәжәһенә күтәрелеп, 1921 йылда экстра-ординарлы профессор булып тәғәйенләнгән. 1920 йылдан алып Элизе Австрия академик ҡатын-ҡыҙҙар Ассоциацияһын етәкләгән. (нем. Verband der Akademikerinnen Österreichs).

Аншлюстан  һуң, Австрияла йәһүдтәргә сәйәси ҡараш үҙгәргәнлектән , ул  үҙ посынан китергә мәжбүр булған. Апаһы  Элен менән бергә ул 1942 йылдың 9 октябрендә Терезиенштадт концентрацион лагерына депортацияланған һәм  унда 1943 йылдың 23 июнендә вафат булған

  •   Австрия фәнни Фондының (FWF) Элизе Рихтер программаһы профессор дәрәжәһенә күтәрелеү өсөн уҡыған ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур ярҙам күрһәтә.[9]
  • 1999 йылдан алып  Немец романистары берләшмәһе  романистика өлкәһендәге иң  яҡшы диплом эшен башҡарыусыға Рихтер исемендәге 1500 евро призын тапшырып килә.
  • Венаның Флоридсдорф районында 2008 йылда бер  урамға Рихтер исеме бирелгән.
  • 2016 йылдың йәйендә  Элизе Рихтерҙың бюсты  Вена университетында урынлаштырыласаҡ .[10]
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Gadzinski A. Elise Richter // KALLIOPE Austria (нем.): Frauen in Gesellschaft, Kultur und WissenschaftWien: Bundesministerium für Europa, Integration und Äußeres, 2015. — S. 223—224. — ISBN 978-3-9503655-5-9
  3. 3,0 3,1 3,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118600389 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Database of victimsПрага: Terezín Initiative Institute.
  5. 5,0 5,1 Elise Richter // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=23187 (нем.)
  6. Elise Richter // [Elise Richter Frauen in Bewegung 1848–1938] (нем.)Österreichische Nationalbibliothek, 2006.
  7. 7,0 7,1 https://www.pamatnik-terezin.cz/prisoner/te-richter-elise
  8. https://geschichte.univie.ac.at/de/elise-richter
  9. Elise-Richter-Programm  (нем.)(нем.
  10. Sieben Frauendenkmäler für Uni Wien  (нем.)(нем.