Эстәлеккә күсергә

Ричард Нойтра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ричард Йозеф Нойтра битенән йүнәлтелде)
Рихард Нойтра
нем. Richard Joseph Neutra
Төп мәғлүмәт
Тыуған көнө

8 апрель 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны

Австрия, Вена

Вафат көнө

16 апрель 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1][2][3][…] (78 йәш)

Вафат урыны

Германия, Вуппертал

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Белем алған

Вена техник университеты[d]

Работал в городах

Сан-Франциско, Лос-Анджелес, Палм-Спрингс

Архитектура стиле

Модернизм

Мөһим төҙөлөштәре

Түңәрәк йорт (Геттисберг, Пенсильвания); Жардинеттаның торлаҡ бинаһы (Голливуд); Миллер йорто (Палм-Спрингс, Калифорния).

Наградалары

Вильгельм Экснер миҙалы (1959)

-
 Ричард Нойтра Викимилектә[4]

Ричард Йозеф Нойтра (нем. Richard Joseph Neutra; 8 апрель 1892, Вена, Австрия16 апрель 1970, Вуппертал, Германия) — Австрия һәм Америка архитекторы, XX быуат уртаһындағы модернизмға нигеҙ һалыусыларының береһе.

Рихард Йозеф Нойтра 1892 йылда Венала йәһүд[5][6] ғаиләһендә тыуған һәм,Вена техник университетында уҡығанда, Адольф Лоостың уҡыусыһы була. Был ваҡытта Отто Вагнерҙың ижады менән мауыға, юғары белем алғас, Германияға стажировкаға китә, унда Эрих Мендельсондың студияһында эшләй. 1923 йылда Америка Ҡушма Штаттарына эмиграцияға китә һәм 1929 йылда был илдең гражданлығын ала. Бында архитектор Фрэнк Ллойд Райт һәм уның менән берлектәге ҡайһы бер проекттарҙа ҡатнаша, һуңынан университетта элекке дуҫы һәм курсташы Рудольф Шиндлер тарафынан эшкә саҡырыла, уның менән бергә Калифорнияға йәшәргә һәм эшләргә күсә.

Был йылдарҙа Нойтраның үҙенсәлекле стиле формалаша башлай, ул аныҡ геометрик пропорцияларҙы еңеллек һәм һауалылыҡ менән берләштереүгә нигеҙләнә, был көнбайыш яр буйы халҡының талаптарына тап килә. Уның ҡарашының айырыуса үҙенсәлеге булып клиенттарының ихтыяждарын теүәл үтәү тора, шул уҡ ваҡытта коллега-архитекторҙар заказсыларға резиденцияның художестволы ҡарашын көсләп һалырға тырыша. Проектлауҙы башлағанда, Нойтра тәү сиратта һәр ваҡыт үҙенең клиентының ихтыяждарын асыҡларға тырыша һәм шунан һуң ғына бинаға ниндәйҙер сәнғәт элементтарын өҫтәй, уны тирә-яҡ пейзаж менән сағыштыра. Бер нисә уңышлы проект тамамланғас, Лос-Анджелеста архитекторҙың тәүге уҡыусылары барлыҡҡа килә, уларҙың иң билдәлеләре — Грегори Эйн, Харвел Хамилтон Харрис һәм Рафаэль Сориано.

1970 йылда Германияла вафат була, үҙенән һуң «Тормош һәм форма» исемле китап-автобиографияһын ҡалдыра.

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118734679 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Richard Joseph Neutra // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. archINFORM (нем.) — 1994.
  5. Chronicles of Brunonia (PDF). Dl.lib.brown.edu. Дата обращения: 31 июль 2015. Архивировано 3 октябрь 2012 года.
  6. 1837/L. .sympatico.ca. Дата обращения: 31 июль 2015. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  • Esther McCoy. Five California Architects. — Reinhold Publishing, 1960. Включена библиография (инг.)
  • Thomas Hines. Richard Neutra and the Search for Modern Architecture. — Oxford University Press, 1982. — ISBN 0195030281.
  • Sylvia Lavin. Open the Box: Richard Neutra and the Psychology of the Domestic Environment // 40. — Assemblage, 1999. — С. 6–25.
  • Barbara Lamprecht. Richard Neutra: Complete Works. — Taschen, 2000. — ISBN 3822866229.
  • Barbara Lamprecht. Richard Neutra, 1892–1970: Survival Through Design. — Taschen, 2004. — ISBN 3822827738.
  • Sylvia Lavin. Form Follows Libido: Architecture and Richard Neutra in a Psychoanalytic Culture. — MIT Press, 2005. — ISBN 0262122685.
  • W. Boesiger (ed.), Richard Neutra, Buildings and Projects (Рихард Нойтра, Постройки и проекты, Zurich : Girsberger, 1951, 1959, 1966) (инг.) (нем.) (фр.)
  • Aylesa Forsee, Men of Modern Architecture (Люди современной архитектуры, Philadelphia, McCrae Smith, 1966) (инг.)