Эстәлеккә күсергә

Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Роберт Бикмөхәмәтов битенән йүнәлтелде)
Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы
Тыуған көнө

11 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрө кантоны [1] Илеш ауылы

Вафат көнө

28 август 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (66 йәш)

Вафат урыны

Мәскәү

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшләгән урыны

Мәскәү дәүләт университеты

Альма-матер

Ҡазан дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы (1983)

Ғилми исеме

профессор (1987)

Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы (11 ғинуар 1929 йыл — 28 август 1995 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).

Роберт Ғата улы Бикмөхәмәтов 1929 йылдың 11 ғинуарында БАССР-ҙың Бөрө кантоны Илеш ауылында[1] тыуған.

1952 йылда Ҡазан дәүләт университеты тамамлай.

1956 йылдан алып СССР Фәндәр Академияһының М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында (Мәскәү) эшләй.

1960 йылдан — «Дружба народов» журналы баш мөхәррир урынбаҫары.

1962 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, әҙәбиәт тарихы кафедраһының сектор мөдире.

1995 йылда Мәскәүҙә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни хеҙмәттәре Рәсәй халыҡтары милли әҙәбиәттәренең бер-береһенә йоғонтоһо, әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт ғилеменең методологияһына арналған. Ғабдулла Туҡай, Ғәлимйән Ибраһимов, Муса Йәлил тормошо һәм ижадына арналған монографиялар; Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Назар Нәжми, Ким Әхмәтйәнов һ. б. ижадына арналған мәҡәләләр авторы. Роберт Бикмөхәмәтов хеҙмәттәре инглиз, немец, поляк телдәренә тәржемә ителгән.

  • Орбиты взаимодействия. — М., 1983.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).

Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.