Родюкова Валентина Трофимовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Валентина Трофимовна Родюкова
250px
Тыуған көнө:

2 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны:

Балашов, Түбәнге-Волга крайы, РСФСР, СССР

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

25 февраль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (88 йәш)

Вафат булған урыны:
Награда һәм премиялары:

Валентина Трофимовна Родюкова (1926 — 2015) — совет инженер-тимер юлсыһы, Балашов I тимер юл станцияһы начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1926 йылдың 2 декабрендә Балашов ҡалаһында тимер юлсы ғаиләһендә тыуған.

1947 йылдан алып, Мәскәү тимер юл техникумын тамамлағандан һәм тимер юлдарҙы эксплуатациялау буйынса техник һөнәре алғандан һуң, үлсәүсе булып эшләй башлай, һуңынан поездарҙы ҡабул итеп тороусы, станция буйынса дежур, контейнерҙар ташыу буйынса инженер-иҡтисадсы булып эшләй.

Бөтә Союз тимер юл транспорты инженерҙарының ситтән тороп уҡыу институтын тамамлағандан һуң Балашов I станцияһы етәксеһе урынбаҫары һәм етәксеһе булып эшләй. В. Т. Родюкова етәкселегендә станция коллективы Волга буйы тимер юлында социалистик ярыш лидеры булып китә. Яҡшы эше өсөн станция коллективы СССР Министрҙар Советының Байрағын ала һәм СССР ВДНХ-һының Почет таҡтаһына индерелә.

1974 йылдың 28 февралендә СССР Юғары Советы Президиумының указы менән, «хеҙмәт уңыштары өсөн» Валентина Трофимовна Родюкова Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 2 апрелендәге указы менән, «ҙур производство ҡаҙаныштары, унынсы биш йыллыҡ заданиеһын һәм социалистик йөкләмәләрен ваҡытынан алда үтәгәне өсөн», Валентина Трофимовна Родюковаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Төп эшмәкәрлегенән тыш В. Т. Родюкова Балашов халыҡ депутаттары Советы депутаты итеп һайлана.

Балашов ҡалаһында йәшәй. 2015 йылдың 25 февралендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (2.04.1981)

- Ленин ордены (2.04.1981)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28.02.1974)

- Почетлы тимер юлсы.

- Балашов муниципаль районының почетлы гражданы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]