Розенберг Вера Михайловна
Розенберг Вера Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1894 |
Тыуған урыны | Валдай өйәҙе[d], Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1965 |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Атаһы | Розенберг, Михаил Фёдорович[d] |
Һөнәр төрө | математик |
Эшмәкәрлек төрө | математика |
Уҡыу йорто | Бестужев курсы |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Розенберг Вера Михайловна (1894—1965) — совет математигы һәм конструкторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1894 йылда Кувизино ауылында (хәҙер Валдай районы, Новгород өлкәһе) тыуған һәм үҫкән. 1918—1922 йылдарҙа шунда уҡ йәшәй, ауыл хеҙмәте менән шөғөлләнә.
1912 йылда Санкт-Петербургта шәхси гимназияны тамамлай, аҙаҡ дөйөм техник йүнәлештәге Бестужев юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында уҡый. 1922 йылда Петербург университетының физика-математика факультетын тамамлай. Вера Михайловна Розенберг легендар кеше була, бала саҡтан математик формулалар һәм иҫәпләүҙәр донъяһына сума. Математиканы ул француз телендә өйрәнә, сөнки, уның фекеренсә, был тел еңелерәк математик фекерләргә мөмкинлек бирә, математикаға логик һығымталарҙың ябайлығы менән нығыраҡ тура килә. Туғандары йыш ҡына Вера Михайловнаның гениаль һәләттәрен тикшерәләр, ҡыҙыҡ күреп уға логарифмдар таблицаһы буйынса һорауҙар бирәләр, һәм ул теләһә ниндәй һандың логарифмын бишенсе тамғаға тиклем хатаһыҙ әйтеп бирә.
1922 йылда уны һәм атаһын Хәрби-диңгеҙ көстәренең Петроград фәнни-техник комитетына эшкә саҡыралар. 1937 йылдан генерал И. И. Ивановтың конструкторҙар бюроһында эшләй. Техник фәндәр кандидаты.
Маршал Д. Ф. Устинов үҙенең «Хәтирәләр»ендә Вера Михайловна тураһында ошолай тип яҙа: «Конструкторҙар бюроһында үҙенсә уникаль кешеләр булдылар. Улар араһында Вера Михайловна Розенберг айырым урын алып торҙо. Ул булмышы менән математик ине, материалдар ҡаршылығы теорияһын, теоретик механиканы төплө белә. Конструкторлау буйынса күпселек иҫәпләүҙәр уның өҫтөнә йөкмәтелә ине. Вера Михайловна, ҡағиҙә булараҡ, уларҙы иҫ киткес шәп башҡара ине. Шуның менән бергә йыш ҡына үҙенең ысулдарын ҡуллана ине...»
1965 йылда вафат була. Ленинградта Төньяҡ зыяратта ерләнгән.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- атаһы — Розенберг Михаил Федорович (1861—1928), генерал-майор, артиллерия ҡоралдары конструкторы, Ҡыҙыл Армияның Хеҙмәт Геройы.
- ағайы — Розенберг Михаил Михайлович (1896—1981) — ҡорал конструкторы, ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — яңы артиллерия һәм диңгеҙ ҡоралланыу өлгөләре булдырған өсөн (Т-34 башняһы)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945)
- миҙалдар
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вычисление таблиц настильной стрельбы при помощи баллистических таблиц АНИИ. — М., 1933.
- Теория пластических деформаций металлов. Механика конечного формоизменения. — М.; Л., 1956. (в соавт.)
- Теория пластических деформаций металлов: механика конечного формоизменения. — Гос. научно-техн. изд-во машиностроит. лит-ры [Ленинградское отд-ние], 1956. — 366 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Титан мысли и титан души
- Михайлов Д. Воспоминание о предках / ред. А. В. Краско. — 2-е изд., доп. — СПб.: Роза ветров, 2015. — 493 с. — ISBN 978-5-906634-16-0
- Устинов Д. Ф. Во имя Победы. — М.: Воениздат, 1988.
- 1894 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 1965 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Сталин премияһы лауреаттары
- Техник фәндәр кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр