Романова Зоя Георгиевна
Романова Зоя Георгиевна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 1907 |
Вафат булған көнө | 1987 |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | тренер |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт физик культура академияһы[d] |
Спорт командаһы ағзаһы | Динамо[d] һәм Мәскәү ҡалаһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Романова Зоя Георгиевна (1907—1987) — СССР спортсыһы, СССР рекордсыһы, тренер, спорт функционеры. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1942). Мәскәү физик культура институтын тамамлаусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1921 йылда Орша ҡалаһында спорт менән шөғөлләнә башлай. 15 йылдан ашыу «Динамо» (Мәскәү) клубы өсөн сығыш яһай. Гимнастика, баскетбол, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. 1935 йылда ҡолға менән һикереү буйынса донъяла был миҙгелдәге иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә — 253,5 см. Бер нисә ил рекорды ҡуя.
1934 йылда илдә беренсе еңел атлетика буйынса балалар спорт мәктәбе ойоштора. Ленин орденлы Үҙәк дәүләт физик культура институтында (ГЦОЛИФК) уҡытыусы булып эшләй. 10 йылдан ашыу «Йәш динамовсы» коллективы менән етәкселек итә. Мәскәү үҫмерҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры булып эшләй, уның етәкселегендә улар туғыҙ тапҡыр Бөтә Союз ярыштары еңеүсеһе була. Уның уҡыусылары 120-нән ашыу Бөтә Союз үҫмерҙәр рекорды ҡуя.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эске эштәр министрлығы өсөн физруктар курсында армия өсөн бер нисә мең белгес әҙерләй. 1951—1968 йылдарҙа Еңел атлетика Федерацияларының Халыҡ-ара Ассоциацияһы (ИААФ) ҡатын-ҡыҙҙар комиссияһы рәйесе булып эшләй. 1952—1965 йылдарҙа СССР Спорт комитетының уҡыусы йәштәрҙе физик тәрбиәләү Идараһы етәксеһе була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- миҙалдар,
- «ИААФ ветераны» почет билдәһе,
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1942),
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лёгкая атлетика. Энциклопедия / Авторы-составители В. Б. Зеличёнок, В. Н. Спичков, В. Л. Штейнбах. — М.: «Человек», 2013. — Т. 2. — С. 229. — ISBN 978-5-904885-81-6.