Романов Виктор Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Романов Виктор Иванович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Ukraine.svg Украина
Тыуған көнө 14 сентябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Новгород өлкәһе, Ардатовский район[d], Стексовский сельсовет[d]
Вафат булған көнө 16 август 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (89 йәш)
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь революцияһы ордены орден «За заслуги» ІІІ степени Государственная премия СССР Государственная премия СССР

Романов Виктор Иванович (14 сентябрь 1928 — 2018 йыл 16 август(https://novosti-n.org/news/read/149713.html))— совет эшмәкәре, етәксе — Николаев ҡалаһында «Машпроект» проект бюроһы баш конструкторы. Техник фәндәр докторы. Украина инженер фәндәре академияһы академигы (1992), Украина суднолар төҙөү фәндәре академияһы академигы (1997), Америка инженер-механиктар йәмғиәте ағзаһы. 9-сы саҡырылыш УССР Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виктор Иванович Романов 1928 йылдың 14 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Түбәнге Новгород өлкәһенең Ардатовский районы Кологреево ауылында (хәҙер Стексовский ауыл советы) тыуған. Ун дүрт йәшенән торф сығарыу эшендә эшләй. 1944 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм имтиханһыҙ Горький ҡалаһындағы авиация техникумына һәм аэроклубҡа уҡырға инә. 1948 йылда Горький авиация техникумын тамамлай.

1948 йылдан — Башҡорт АССР-ының Өфө авиамоторҙар эшләү заводынла техник-конструктор.

1949 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы.

Юғары белемле. 1952 йылда Өфө авиация институтының киске бүлеген тамамлай.

1954 йылдан — редукторҙар, турбиналар бүлегендә инженер-конструктор; 1959 йылдан — Николаев ҡалаһында Көньяҡ турбина заводының махсус конструкторлыҡ бюроһында турбиналар конструкторҙары бүлеге етәксеһе.

1967—1968 йылдарҙа — Николаев ҡалаһында «Машпроект» проект бюроһының эксплуатация буйынса баш конструктор урынбаҫары.

1968—2001 йылдарҙа —Николаев өлкәһенең Николаев ҡалаһындағы «Машпроект» проект бюроһы начальнигы, баш конструкторы.

25-тән ашыу ғилми уйлап табыу авторы.

2001 йылда хаҡлы ялға сыға, Николаев өлкәһенең Николаев ҡалаһында йәшәй. 2018 йылдың 16 авгусында Николаев ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин ордены (1966)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1971)
  • 3 дәрәжә Ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1998)
  • миҙалдар
  • ике тапҡыр СССР дәүләт премияһы лауреаты (1974; 1985)
  • Украина СССР-ының атҡаҙанған конструкторы (1988)
  • Николаев ҡалаһының почетлы гражданы (4.11.1998)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Депутаты Верховной Рады УССР. 9-й созыв — 1975 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]