Романов Юрий Александрович (физик)
Романов Юрий Александрович (физик) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 17 июнь 1926 или 1926 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 1 ноябрь 2010 |
Вафат булған урыны | Саров, Түбәнге Новгород өлкәһе, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | физик, инженер, химик, учёный-ядерщик |
Эшмәкәрлек төрө | теоретическая физика[d] |
Эш урыны | Рәсәй Фәндәр академияһының П. Н. Лебедев исемендәге физика институты[d] |
Уҡыу йорто |
МДУ-ның физика факультеты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Дмитрий Иванович Блохинцев[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Романов Юрий Александрович (17 июнь 1926 йыл, Мәскәү, РСФСР, СССР — 1 ноябрь 2010 йыл, Саров, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй физика-теоретигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961), СССР-ҙың Сталин (1953), Ленин (1958) һәм СССР-ҙың Дәүләт (1975) премиялары лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1926 йылдың 17 июнендә Мәскәүҙә инженер ғаиләһендә тыуған.
Белеме:
- 64-се Мәскәү мәктәбенең 9 класы (1941, Свердловск ҡалаһында 10-сы класҡа имтихандарҙы 1942 йылда экстерн сифатында тапшыра)
- Мәскәү дәүләт университетының Свердловск ситтән тороп уҡыу бүлегенең беренсе курсы (1942—1943)
- Мәскәү авиация институтының мотор факультетының өс курсы (1943—1946)
- Мәскәү дәүләт университетының ситтән тороп уҡыу кафедраһы (1947)
- Мәскәү механика институтының инженер-физика факультетының өсөнсө йәки бишенсе курстары (1946—1948)
- ФИАН аспирантураһы (1948—1951, И. Е. Тамм бүлеге).
1948 йылдан алып ФИАН-дың ғилми хеҙмәткәре. 1950 йылда И. Е. Тамм етәкселек иткән төркөм менән бергә КБ-11-гә (ВНИИЭФ) эшкә күсерелә. Тәүге совет водород бомбаһын эшләүселәрҙең береһе, РДС-37 зарядын уйлап сығарыусы.
1952 йылда Атом энергияһы институтында нейтронлы кинетик процестарҙы иҫәпләү алымдары буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Беренсе термоядро зарядын булдырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн 1953 йылда Сталин премияһы бирелә, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1956 йылда термоядро зарядтарының өр-яңы конструкцияһын эшләгәне өсөн икенсе тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1955 йылдан алып 1011-се ғилми-тикшеренеү институтында (ВНИИТФ) эшләй: теоретик бүлек етәксеһе, һуңынан ғилми етәксе урынбаҫары, 1960 йылдан — ВНИИТФ-тың ғилми етәксеһенең беренсе урынбаҫары.
1958 йылда ҡаҙаныштар йыйылмаһы буйынса (диссертация яҡламайынса) физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһе бирелә. Профессор (1962).
Йыһан киңлеген тикшереү һәм бейеклектәге шартлауҙың зыян килтереүсе факторҙарын тикшереү менән бәйле эштәр комплексы өсөн 1961 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1963 йылда Ленин премияһына лайыҡ була (үтә ҡеүәтле заряд булдырғаны өсөн).
1967 йылдан ВНИИЭФ-та яңынан эшләй башлай: ғилми етәксе урынбаҫары, 1969 йылдан теоретик физиктар кафедраһы мөдире, 1998 йылдан — ракета оборонаһы буйынса ғилми етәксе урынбаҫары, бүлектең баш ғилми хеҙмәткәре.
1971 йылда Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә, 1975 йылда СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була.
Шулай уҡ III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1997) һәм «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнә[1][2].
2010 йылдың 1 ноябрендә вафат була. Троекуров зыяратында ерләнгән[3].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юрий Александрович Романов . «Герои страны» сайты.
- Рубежи защиты Отечества. Книга о Ю. А. Романове/ ФГУП «Рос. федер. ядер. центр — Всерос. науч.-исслед. ин-т эксперимент. физики»; [ред. совет: Р. И. Илькаев (пред.) и др.]. — Саров: ФГУП «РФЯЦ-ВНИИЭФ», 2012. — 252 с., [13] л. ил.
- Романов Ю. А. [Воспоминания о Е. И. Забабахине]/ Слово о Забабахине: сборник воспоминаний. — 1995. — С. 135—139.
- http://www.vniief.ru/wps/wcm/connect/vniief/site/about/history/goodpeople/ls
- Романов Ю. А. // Люди «Объекта»: очерки и воспоминания. — Саров — Москва: ИНФО, Человек К, 1996. — С. 195—202л
- 17 июндә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 1 ноябрҙә вафат булғандар
- 2010 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- МДУ-ның физика факультетын тамамлаусылар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин премияһы лауреаттары
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр