Ростов музыка театры
Ростов дәүләт музыка театры — Рәсәйҙең көньяғындағы иң ҙур музыка театрҙарының береһе. Дондағы Ростов ҡалаһында урынлашҡан.
Дондағы Ростов — Рәсәй көньяғының иң ҙүр үҙәктәренең береһе. 1919 йылда бында Ростов театры, музыкаль комедия театры барлыҡҡа килә. 1931 йылдың ғинуарында ул дәүләт театры статусына эйә була. Был Советтар Союзында музыка сәнғәтендә һиҙелерлек эҙ ҡалдырған иң яҡшы оперетта театры була. 1999 йылдың сентябрендә театр яңы бинаға күсә. Яңы Ростов дәүләт музыка театры Рәсәйҙә ысын мәҙәни феномен була. Ул, үҙенең статусын үҙгәртеп, музыкаль театрҙың тулы хоҡуҡлы вариҫы булараҡ, бөгөн үҙ репертуарында опера, балет, оперетта, мюзикл, рок-опера, музыкаль новеллалар, иҫ киткес симфоник концерттар тота.
Театр бер үк ваҡытта йәш һәм боронғо музыкаль традицияларҙы һаҡлаусы һәм ҡыйыу рәүештә заманса сәнғәт өлкәһендә эксперименттар яһаусы театр. Йыл һайын театр Ҙур (1008 тамашасылыҡ урын) һәм Камера (238 урын) сәхнәләрендә, шулай уҡ «Аҡ рояль» музыкаль-күңел асыу үҙәгендә 300-ҙән артыҡ спектакль һәм концерттар күрһәтә. Театр йорто Рәсәй көньяғында ғына түгел, ә бөтә РФ-да техник яҡтан заманса йыһазландырылған театр. Бында төрлө форумдар, фестивалдәр, музыкаль байрамдар үткәрелә. Был театрҙың Рәсәй көньяғында иң эре мәҙәни үҙәк булыуының күрһәткесе .
Театр тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө Ростов дәүләт музыка театры урынында элек бер һәм ике ҡатлы йорттар, биналар, шулай уҡ ике ҡатлы физиотерапевтик дауаханаһы бинаһы торған[1]. 1960-сы йылдарҙа уларҙы һүтеп ташларға һәм бушаған урында Ростов үҙ-үҙеңә хеҙмәт күрһәтеү универсаль магазины төҙөргә ниәтләнәләр. Әммә универмагтың быяланан төҙөләсәк проектың мәғәнәһеҙ тип табалар. Ул ваҡытта Киров район хакимиәтенең янында торған иҫке музыкаль театрының күренеше бик йәмһеҙ булған. Шул урында заманса йорт төҙөргә ҡарар итәләр.1977 йылда барлыҡ квартал йорттарын һүтәләр һәм театр комплексын аҡ рояль формаһында төҙөй башлайҙар. Яңы бинаның проект авторҙары — йәш архитекторҙар Л. Лобак, Г. Дуков, В. Хафизов.
1980 йылдарҙа илдә иҡтисади ҡыйын хәлдәр килеп тыуа. Төҙөлөштө туҡтаталар, ҡала үҙәгендә ташландыҡ төҙөлөш майҙаны барлыҡҡа килә.
Дөйөм төҙөлөш ваҡыты- 22 йыл. Балет һәм опера труппаһы өсөн артистарҙы бөтә ил буйынса һайлап алғандар.
10 йыл эсендә театр сәхнәһендә түбәндәге спектаклдәр күрһәтелә: «Кармен» Жорж Бизе, «Паяцы» Р. Леонкавалло, «Севильский цирюльник» Дж. Россини, «Травиата» һәм «Риголетто» Дж. Верди, «Мадам Баттерфляй» һәм «Богема» Дж. Пуччини, «Царская невеста» Н. А. Римский-Корсаков, «Князь Игорь» А. П. Бородин, «Евгений Онегин», «Иоланта» и «Пиковая дама» П. И. Чайковский, «Леди Макбет Мценского уезда» Д. Д. Шостакович, «Свадьба Фигаро» и «Волшебная флейта» В. А. Моцарттың һ. б. опералары; балет спектаклдәре: «Тщетная предосторожность» Л. Герольд һәм П. Л. Гертель «Жизель» А. Адан, «Дон Кихот» Л. Ф. Минкус, «Лебединое озеро», «Спящая красавица» и «Щелкунчик» П. И. Чайковский, «Болеро» М. Равель, «Ромео и Джульетта» С. С. Прокофьев, «Гамлет» Д. Д. Шостакович, «Драма на охоте» П. И. Чайковскиий, «Белоснежка и семь гномов» Т. Кочака; оперетталар «Принцесса цирка», «Королева чардаша» и «Баядера» И. Кальман, «Летучая мышь» и «Цыганский барон» И. Штраус, «Бал в Савойе» П. Абрахам, «Веселая вдова» Ф. Легар, «Бабий бунт» Е. Н. Птичкин, «Орфей в аду» Ж. Оффенбах, «Белая акация» И. О. Дунаевский, спектакль-ревю «Звуки мюзикла» һ. б. ҡуйыла.
Театрҙың гастроль географияһы бик киң. Һуңғы йылдарҙа труппа Германия, Италия, Испания, Португалия, Бөйөк Британия, Ирландия, Берләшкән Ғәрәп әмирлектәре, Катарҙа гастролдә булды.
Театр күп кенә төбәктәрҙең,Рәсәй һәм сит ил бүләктәренә лайыҡ булды.. Балетная труппаһы Испанияла Сервантес фестивалендә ,Италия балет сәнғәте фестивалендә ҡатнаша һәм ундағы ҡаҙаныштары өсөн Дягилев миҙалы менән бүләкләнә. Опера труппаһы 2007 йылда Азия уйындарын аса. Коллектив «Алтын Битлек» XI—XVII Милли театр фестивалендә 2005 һәм 2011 йылдарҙа (спектакль "Леди Макбет Мценского уезда ") лауреат исеменә лайыҡ булды. Театры солисы Дмитрий Аверин 2011 йыл, «Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында лауреат була. Ростов театры спектаклдәре ҙур аншлаг менән Рәсәй, сит ил сәхнәләрендә үтә һәм ҙур баһаға лайыҡ була. Был Ростов музыкаль театрының бөгөнгө көндә хаҡлы рәүештә иң көслө береһе театр коллективтарының береһе икәнен күрһәтә.
Балет труппаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ростов театрында рофессиональ балет труппаһы 2000 йылда театрҙың сәнғәт етәксеһе Вячеслав Кущев саҡырыуы буйынса ҡалаға Рәсәй һәм Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы Олег Корзенков килгәс башлана. Ул театрҙың беренсе баш балетмейстеры була, ә балетмейстер-ҡуйыусылар Елена Иванова һәм Александр Иванов . Александр Иванов балет труппаһының директоры булып китә. Улар эшләй башлауға дүрт ай тулыуға Ростов тамашасылары театр сәхнәһендә А. Адамдың «Жизель» тәүге балет спектаклен ҡарай.
2014 йылдан алып Ростов дәүләт музыка театрының балет труппаһын Рәсәй Халыҡ артисы Фарух Рузиматов етәкләй.[2][3].
Билдәле балеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2001 — Жизель. Музыкальный руководитель — Андрей Галанов, балетмейстеры-постановщики — Елена Иванова, Олег Корзенков, художник-постановщик — Сергей Бархин.[4]
- 2013 — «Белоснежка и семь гномов». Музыка — Тибор Кочак, хореография — Дьюла Харангозо.[5][6][7]
Танылған опералары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2008 — Кармен.[8] Музыка — Жорж Бизе. Режиссёр-постановщик — Юрий Лаптев.
- 2010 — Князь Игорь.[9][10]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бенский, Вениамин Григорьевич
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Ростовского государственного музыкального театра
- Музыкальный театр на карте Ростова 2015 йыл 2 апрель архивланған.
Источники
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кувалдина И. Неизвестные факты о нашем городе 2015 йыл 8 февраль архивланған. // Ростов официальный. — 2011. — 14 сент. — № 38.
- ↑ Собств. корр. Главным балетмейстером Ростовского музыкального театра стал Фарух Рузиматов 2015 йыл 2 апрель архивланған. // Патруль Радио Ростова. — 2014. — 10 дек.
- ↑ Ростовский Государственный Музыкальный Театр. Фарух Рузиматов .
- ↑ Жизель. Программа. — Ростов-на-Донуː Ростовский государственный музыкальный театр, 2013. — 8 с.
- ↑ Собств. корр. Балет «Белоснежка и семь гномов» готовит в ростовском музыкальном театре 2015 йыл 19 ғинуар архивланған. // rostovnews.ru. — 2012. — 5 июня.
- ↑ Шепелева Е.
- ↑ Андреев А. Вячеслав Кущев: «Спектакли театра проходят с неизменным аншлагом» // Национальные приоритеты. — 2012. — 4 апр.
- ↑ Седов Я. Кармен закололи веером // Российская газета. — 2008. — 24 окт.
- ↑ Собств. корр. В ростовском музтеатре пройдет премьера концертной версии «Князя Игоря» Бородина // dontr.ru. — 2009. — 10 апр.
- ↑ Волошинова В. Премьера оперы Бородина «Князь Игорь» в Ростовском музыкальном // Живой Ростов. — 2010. — 5 мая.