Эстәлеккә күсергә

Рубин (конструкторлыҡ бюроһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рубин
Тармаҡ военная промышленность[d] һәм Караптар төҙөү
Нигеҙләү датаһы 1926
Рәсем
Етәксе Григорий Варфоломеевич Орлов[d] һәм Пётр Акимович Апухтин[d]
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы акционерҙар йәмғиәте
Дөйөм килем 28 700 000 000 ₽ (2015)[1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Санкт-Петербург, Рәсәй
Рәсми сайт ckb-rubin.ru
 Рубин Викимилектә

«Рубин» диңгеҙ техникаһы үҙәк конструкторлыҡ бюроһы — дизель-электр һәм атом һыу аҫты кәмәләре проектлау өлкәһендә төп СССР һәм Рәсәй предприятиеларының береһе. 1926 йылда Балтик суднолар эшләү заводы составындағы подразделение итеп нигеҙләнә. (Балтик заводында 4-се Техбюроның берҙән-бер начальнигы 19261930 йылдарҙа Б. М. Малинин була). 1938 йылда ЦКБ-18 предприятиеһы (ЦКБ МТ «Рубин», йәғни «Рубин» диңгеҙ техникаһы үҙәк конструкторлыҡ бюроһы) булараҡ формалаштырыла һәм, уставҡа эйә булып, үҙ аллы айырым проект ойошмаһы юридик статусын ала (ЦКБ-18-ҙең беренсе начальнигы — Г. В. Орлов). Нәҡ 1938 йылдың 1 апрелендә яңы ЦКБ-18 үҙ аллы ойошмаһының (ЦКБ МТ «Рубин») донъяға килеүе рәсмиләштерелә. Ул дизель-электр һыу аҫты кәмәләрен проектлауҙың тулы циклын башҡара һәм үҙ проекттарын Советтар Сюзының төрлө заводтарында тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. 1938 йылға тиклем Император Рәсәйендә лә, Советтар Союзында ла һыу аҫты кәмәләре буйынса юридик яҡтан үҙ аллы проект ойошмаһы булмай.

Төп эшмәкәрлек төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Диңгеҙ техникаһын булдырыу өлкәһендә ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре;
  • боҙға ҡаршы торорлоҡ диңгеҙ стационар платформалары проекттарын әҙерләү;
  • континенталь шельфтағы углеводород ятҡылыҡтарын үҙләштереү өсөн кәрәкле техник саралар проекттарын әҙерләү;
  • проект документацияһы сығарыу.

Һыу аҫты кәмәләре проекттары эшләнмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышы осороноң совет һыу аҫты кәмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Декабрист» тибындағы һыу аҫты кәмәләре
  • «Ленинец» тибындағы һыу аҫты кәмәләре
  • «Малютка» тибындағы һыу аҫты кәмәләре
  • «Правда» тибындағы һыу аҫты кәмәләре
  • «Щука» тибындағы һыу аҫты кәмәләре
  • «Сталинец» тибындағы һыу аҫты кәмәләре
  • «Крейсерская» тибындағы һыу аҫты кәмәләре.

Дизель-электр һыу аҫты кәмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • проект 611 — ҙур океан һыу аҫты кәмәләре
  • проект 613 — уртаса һыу аҫты кәмәләре
  • проект 615 — бәләкәй һыу аҫты кәмәләре
  • проект 633 — уртаса һыу аҫты кәмәләре
  • проект 641 — ҙур океан һыу аҫты кәмәләре
  • проект 636 — күп маҡсатлы дизель һыу аҫты кәмәләре
  • проект 651 — ҡанатлы ракеталар ҡуйылған дизель һыу аҫты кәмәләре
  • проект 677 — 4-се быуын күп маҡсатлы дизель һыу аҫты кәмәләре, 877 һәм 636 проекттарын үҫтереп.
  • проект 877 — күп маҡсатлы дизель һыу аҫты кәмәләре
  • Итальяндар менән уртаҡ S1000 проекты.

Атом һыу аҫты кәмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 658 проекты — беренсе совет ПЛАРБ-тары
  • 659 проекты — беренсе совет ПЛАРК-тары
  • 667А «Навага» проекты — 2-се быуын РПКСН, 16 дана Р-27 ракеталы
  • 667Б «Мурена» проекты — 2-се быуын РПКСН, 12 дана Р-29 ракеталы
  • 667БД «Мурена-М» проекты — 2-се быуын РПКСН, 16 дана Р-29Д ракеталы
  • 667БДР «Кальмар» проекты — 2-се быуын РПКСН, 16 дана Р-29Р ракеталы
  • 667БДРМ «Дельфин» проекты — 2-се быуын РПКСН, 16 дана Р-29РМ ракеталы, һуңынан — Р-29РМУ2
  • 675 проекты — 1-се быуын ПЛАРК, 659 проектын үҫтереп
  • 685, К-278 «Комсомолец» проекты — 3-сө быуын ПЛАТ, сумыу тәрәнлеге буйынса рекордсы
  • 941 «Акула» проекты — 3-сө быуын ТРПКСН, 20 дана Р-39 (Д-19 комплексы) ракеталы
  • 949 «Гранит» проекты һәм 949А «Антей» проекты — 3-сө быуын ПЛАРК, 24 дана П-700 Гранит ракеталы
  • 955 «Борей» проекты.
  • Орлов Григорий Варфоломеевич: 1938 йылдан — ЦКБ-18 начальнигы
  • Апухтин Пётр Акимович: 1940 йылдан — ЦКБ-18 начальнигы
  • Меркурьев Алексей Иванович: 1943 йылдан — ЦКБ-18 начальнигы
  • Антипин Алексей Александрович: 1945 йылдан — ЦКБ-18 начальнигы, баш конструктор
  • Полушкин Фёдор Фёдорович: 1949 йылдан — ЦКБ-18 начальнигы, баш конструктор
  • Егоров Сергей Алексеевич: 1950 йылдан — ЦКБ-18 начальнигы, баш конструктор
  • Пустынцев Павел Петрович: 1951 йылдан — ЦКБ-18 начальнигы, ЛПМБ «Рубин» начальнигы, баш конструктор
  • Спасский Игорь Дмитриевич: 1974 йылдан — ЛПМБ «Рубин» начальнигы, баш конструктор, 1983 йылдан — генераль конструктор
  • Здорнов Владимир Анатольевич: 2007 йылдан — генераль директор, генераль конструктор, 2004 йылдан — генераль конструктор
  • Дьячков Андрей Аркадьевич: 2009 йылдан — генераль директор
  • Вильнит Игорь Владимирович: 2012 йылдан — генераль директор, 2014 йылдан — генераль конструктор, генераль директор, 2016 йылдан — генераль директор.

Һыу аҫты кәмәләрендәге һәләкәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәләкәткә дусар булған атом һыу аҫты кәмәләре:

  • К-219 — 06.10.1986, Атлантик океан (Бермуд утрауҙары төбәге), флот составына 08.02.1972 ингән
  • К-278 «Комсомолец» — 07.04.1989, Норвег диңгеҙе, (73°43′17″ с. ш. 13°15′51″ в. д.), флот составына 28.12.1983 ингән
  • К-141 «Курск» — 12.08.2000, Баренц диңгеҙе, Североморскиҙан 137 километрҙа, флотҡа 30.12.1994 тапшырылған[2]

Үҙәк конструкторлыҡ бюроһының башҡа эшләнмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һыу аҫты тикшеренеү пилотһыҙ аппарат "Рубин"
  • Беренсе, икенсе һәм өсөнсө быуын атом һыу аҫты кәмәләрен утилләштереү өсөн конструкторлыҡ-технологик документация[3].
  • ПТВ-2000 — трамвай
  • Сокол электропоезы
  • «Нептун» (19730 «Ихтиандр» проекты) һәм «Садко» экскурсия һыу аҫты кәмәләре
  • Һаҡ ҡоролмалары комплексының С-1 суднолар үткәргес ҡоролмаһы