Румер Юрий Борисович
Румер Юрий Борисович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 28 апрель 1901[2][3] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1 февраль 1985[2][3] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Новосибирск, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Көньяҡ зыярат[d] |
Бер туғандары | Осип Борисович Румер[d] |
Һөнәр төрө | физик |
Эшмәкәрлек төрө | теоретическая физика[d][4] һәм физика[4] |
Эш урыны | Новосибирск дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Покровский, Валерий Леонидович[d], Чаплик, Александр Владимирович[d] һәм Дыхне, Александр Михайлович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Румер Юрий Борисович Викимилектә |
Юрий Борисович Румер (тыуғанда атайының исеме — Борухович;1901, Мәскәү — 1985 Новосибирск) — совет физик-теоретигы, физика-математика фәндәре докторы, оптика һәм квант механикаһы буйынса белгес.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Румер 1901 йылдың 28 апрелендә Мәскәүҙә беренсе гильдия сауҙагәре Борух Хаимович (Борис Ефимович) Румер (1858—1929)[5] һәм Анна Юрьевна Сегалова[6] ғаиләһендә тыуған. Уның ағалары — Румер Осип — билдәле тәржемәсе, шағир һәм полиглот, һәм Исидор Румер (1884—1935), филолог. Ике туған ағайы (әсәһе яғынан) — филолог Брик Осип Максимович. Атаһы 1910 йылда «Богатырь» акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелгән Мәскәү резина мануфактура ширҡәтенең идара ағзаһы һәм идарасы директоры була, ә 1920 йылдан яғыулыҡ тармаҡтары төҙөү буйынса Юғары коллегияның тәьмин итеү бүлеге мөдире вазифаһында, яғыулыҡтың Төп идаралығында һәм Халыҡ хужалығы Юғары Советының Үҙәк тәьминәте сауҙа идаралығында эшләй.
1918 йылда реаль мәктәпте тамамлағандан һуң Ю. Б. Румер Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. 1924 йылда университетты тамамлай[7]. 1927—1932 йылдарҙа Германияла Гёттинген университетында стажировкала була, унда Макс Борндың ассистенты булып эшләй, квант химияһы (күп атомлы молекулаларҙың химик бәйләнештәренең квант теорияһы) менән шөғөлләнә[8]. 1929 йылда ул дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһына арналған тәүге ғилми хеҙмәтен яҙа[7]; 1932 йылда молекулаларҙың ҡануни структуралары буйынса фундаменталь асыш яһай.
1932 йылдың сентябрендә Мәскәүгә ҡайтҡас, Ю. Б. Румер Мәскәү дәүләт университетының теоретик физика кафедраһы доценты була, ә 1933 йылдың ғинуарында профессор вазифаһын ала. Румерҙы Э. Шрёдингер һәм Л. И. Мандельштам тәҡдим итәләр; 1933 йылдың 5 авгусында Л. Мандельштам, И. Тамм һәм Б. Гессен шулай билдәләйҙәр:
Уның сағыу талантының мөһим үҙенсәлеге булып фекер оригиналлеге һәм ҡыйыулығы тора. Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы, яҡтылыҡтың квант теорияһы, квант электродинамикаһы өлкәһендә идеяһы буйынса бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле хеҙмәттәр авторы. Уның квант химияһы буйынса фундаменталь тикшеренеүҙәре иң лайыҡлыһы булып тора. Ул эшләгән ысулдарҙы был өлкәлә эшләүсе барлыҡ тикшеренеүселәр ҙә киң ҡуллана…
МДУ профессоры Ю. Б. Румер етәкселегендә башҡалар менән бер рәттән һуңыраҡ билдәле ғалимдар булып киткән М. В. Волькенштейн, И. В. Кузнецов, М. А. Ковнер үҙҙәренең диплом эштәрен башҡаралар. Тәүҙә квант химияһы өлкәһендә эшләүен дауам итә, 1935 йылдан радиоактивлыҡ һәм ядро физикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәргә күсә; 1935—1938 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Физика институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, Мәскәү университеты профессоры булып ҡала.
1938 йылдың апрелендә Мәскәүҙә Арбатта Ю. Б. Румер үҙенең тыуған көнөн билдәләр өсөн дуҫтары менән юлға сыҡҡанда «халыҡ дошманы Ландауҙың булышсыһы булараҡ» ҡулға алына. Уның менән бергә Л. Д. Ландау һәм М. А. Корец Сталинға ҡаршы листовка авторҙары булараҡ ҡулға алыналар. Омск ҡалаһы янындағы Куломзино биҫтәһендә урынлашҡан ЦКБ-29-ға эшкә ебәрелә; самолёттарҙа флаттер һәм шимми менән бәйле иҫәпләүҙәр менән шөғөлләнә. 1946 йылда Таганрогҡа күсерелә, Р. Л. Бартини төркөмөндә эшләй, ул яңы транспорт самолетын эшләү проекты менән етәкселек иткән була. Төрмә срогын тулыһынса үтә[9].
Шул ваҡытта ғәмәлдә булған указға ярашлы, 58-се статья буйынса хөкөм ителгәндәр тағы ла биш йыл «хоҡуҡтан мәхрүм итеүгә» дусар ителәләр, Румер Енисейскигә һөргөнгә ебәрелә. 1948 йылдан 1950 йылға тиклем Ю. B. Румер Енисейск уҡытыусылар институтында (һуңыраҡ Лесосибир педагогия институты тип үҙгәртелә) физика-математика кафедраһы профессоры булып эшләй. 1950 йылда Новосибирск ҡалаһына күсеп килә, унда ике йыл дауамында осраҡлы аҡса эшләп осон осҡа ялғап йәшәй, сөнки һөргөндәге кеше булараҡ юғары уҡыу йорттарына һәм ғилми учреждениеларға эшкә алыуҙан баш тарталар. 1953 йылда һөргөн срогы тамамланғандан һуң СССР Фәндәр академияһының Көнбайыш Себер бүлексәһенә өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһына эшкә алына.
1954 йылдың аҙағында Ю. Б. Румер СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһынан уның эше 1954 йылдың 10 июлендә яңынан ҡаралыуы, СССР Юғары суды Хәрби коллегияһының 1940 йылдың 29 майындағы хөкөм ҡарары яңы асылған шарттар буйынса юҡҡа сығарылыуы һәм эш туҡтатылыуы тураһында таныҡлыҡ ала.
Новосибирск педагогия институтында уҡыта. 1953 йылдан 1957 йылға тиклем Ю. Б. Румер — Новосибирскиҙа СССР Фәндәр академияһының Көнбайыш Себер бүлексәһенең техник физика кафедраһы мөдире. 1957 йылда СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһенең радиофизика һәм электроника институты директоры итеп тәғәйенләнә, ул Новосибирскиҙа беренсе физика институты була. 1964 йылда институт ярымүткәргесле физика институты менән берләштерелә. Ю. B. Румер күпмелер ваҡыт Математика институтында, ә һуңынан СССР Фәндәр академияһының Ядро физикаһы институтында (1967 йылдан — сектор етәксеһе) эшләй.
Күп йылдар дауамында Ю. Б. Румер берҙәм ялан теорияһын төҙөүгә үҙ ҡарашын ентекләп эшләй. Һығымта яһап, бишоптика буйынса бер нисә эш әҙерләй, уларҙа электромагнит ҡыры, арауыҡ-ваҡыт үлсәмен бишкә тиклем киңәйтеп, дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы схемаһына индерелә. 1949—1959 йылдарҙа Эксперименталь һәм Теоретик Физика журналында пятиоптика буйынса 10 хеҙмәт баҫтырып сығара, шулай уҡ алынған теоретик һөҙөмтәләрҙе дөйөмләштереүсе монография баҫтыра. Әммә был хеҙмәттәр физик берләшмәлә, шул иҫәптән Румерҙың яҡын дуҫы Л. Д. Ландауҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятмай.
Новосибирск дәүләт университетында 20 йыл тиерлек педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1972 йылда хаҡлы ялға сыға.
1985 йылдың 1 февралендә вафат була, Новосибирскиҙа, Академҡаласыҡ янында Көньяҡ зыяратында ерләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтирәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]… ↑ Академҡаласыҡтың Жемчужная урамында урынлашҡан иң ғәжәп ҡуртымға алыусы (бында мин субъектив булыуым ихтимал, әммә тағы ла сағыуыраҡ миҫал тапмайым) ‹ … физик-теоретик, профессор Юрий Борисович Румер. Ул йәшәгән осорҙа уның йортоноң подвалында теоретик физика лабораторияһы урынлашҡан була, ул махсус «уның өсөн» булдырыла, һәм иртә менән ул шунда өй кейемендә һәм тәпешкәләрҙә, ә ҡайһы саҡта ҡулына сүп-сар һауыты тотоп инә. Румер легендар шәхес була — Эйнштейндың үҙенең маҡтауына лайыҡ булған берҙән-бер ватан ғалимы, уны Көнбайыштың күп кенә эре ғалимдары шәхсән белә, Гёттингенда Макс Борн менән ике йыл ярым бергә эшләй, йәш сағында Маяковский менән аралаша һәм Лили Брик менән дуҫ була, ә Осип Брик уның ике туған ҡустыһы була, Л. Ландауҙың дуҫы була, уның менән бергә «Сағыштырмалыҡ теорияһы нимә ул?» тигән китап авторҙашы була һәм бер үҡ көндө уның менән бергә ҡулға алына, унда камерала бөтә беренсе төн буйы «математика тураһында һөйләшәләр», «шарашка»ла А. Н. Туполев һәм С. П. Королев менән бер камерала ултыралар, Р. Бартини менән бергә эшләйҙәр. «Бишенсе» һәм хатта «алтынсы» үлсәмле, ҙур аҡыллы һәм һөйкөмлө кеше. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ телдәрҙе белә, «шарашка»ла үҙенең камералашы венгрға венгр телендә физика һәм математика буйынса университет курсын уҡый.
«Известия»ның себер хәбәрсеһе Л. Синкарев, Академҡаласыҡта булып, былай тип яҙа: «Мин студенттар менән уратып алынған профессор Ю. Б. Румерҙан ситкә тайпылам һәм алға үткәреп ебәрәм... "Дима! — Румерҙың аптыраған тауышын ишетәм. — «Һеҙ Аполлинерҙы тәржемәлә уҡыйһығыҙмы ни?!» [10]
Мемориаль таҡтаташ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Новосибирск ҡалаһының Үҙәк районында Фрунзе урамындағы 1960 йылдан 1964 йылға тиклем ғалим эшләгән 13-сө ҡаты есем химияһы институты бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Румер Ю. Б., Фет А. И. Теория унитарной симметрии. — М.: Наука, 1970.
- Румер Ю. Б., Фет А. И. Теория групп и квантованные поля. — М.: Наука, 1977.
- Ландау Л. Д., Румер Ю. Б. Что такое теория относительности. 3-е, доп. — М.: Сов. Россия,1975.
- Румер Ю. Б., Фет А. И.. Группа Spin(4) и таблица Менделеева ТМФ, 1971, 9:2. — С.203—210.
- Дмитриев В. Ф., Румер Ю. Б. Алгебра O(2,1) и атом водорода ТМФ, 1970, 5:2, С.276—280.
- Румер Ю. Б. Оптико-механическая аналогия // УМН, 8:6(58). — 1953. — С.55—69.
- Румер Ю. Б. Исследования по 5-оптике. — Гос. изд-во технико-теорет. лит-ры, 1956.
- Румер Ю. Б., Рывкин М. Ш. Термодинамика, статистическая физика и кинетика. — 2-е изд., испр. и доп. — Новосибирск: Изд-во Носиб. ун-та, 2000. — 608 с. — ISBN 5-7615-0383-2.
- Термодинамика плоской дипольной решётки. — УФН, 1954. — Т.53. — № 2. — С.245-284.
- Термодинамика плоской дипольной решётки Изинга-Онсагера (совместно с А. М. Дыхне) — УФН, 1961, Т.75. — № 1. — С.101—115.
- Thermodynamik des ebenen Ising-Onsager-Dipolgitters (A.M.Dychne) — Fortschr.Phys., 1961. — Bd.9. — № 10. — S.509—525.
- Термодинамические средние для бесконечной плоской решётки Изинга. ЖЭТФ, 1964. — Т.47. — № 1. — С.278—293.
- Фазовые переходы второго рода у бозе-газа. — ДАН СССР, 1955. — Т.100. — № 5. — С.887—888.
- Отрицательные и предельные температуры. — ЖЭТФ, 1960, т.38, № 6, с.1899—1902.
- Совместно с В. Л. Покровским Замечания к теореме Паули о связи спина со статистикой. — ЖЭТФ, 1956. — Т.31. — № 2(8). — С.578—580.
- Quantenchemie mehratomiger Molekule. — Nachrichten von der Ges. der Wiss. Zu Gottingen. Math.-Phys. Klasse, 1930, № 3, s.277—284. (zusammen mit W.Heitler).
- Quantentheorie der chemischen Bindung fur mehratomige Molekule. — Z. Phys., 1931, Bd. 68, s.12—41 (zusammen mit W.Heitler).
- Eine fur die Valenztheorie geeignete Basis der binaren Vektorinvarianten. Nachrichten von der Ges. der Wiss. Zu Gottingen. Math.-Phys. Klasse, 1932, № 5, s.498—504. (zusammen mit E. Teller, H. Well).
- Zur Theorie der Shinvalenz. Nachrichten von der Ges. der Wiss. Zu Gottingen. Math.-Phys. Klasse, 1932, № 4, s.337—341.[11]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119241951 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ 3,0 3,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Юрий Борисович Румер (открытый архив СО РАН)
- ↑ Открытый архив Сибирского отделения РАН 2019 йыл 10 май архивланған.: В свидетельстве о рождении, выданном московским раввином Я. И. Мазе указываются родители: Борух Хаимович Румер и Анна Юрьевна Румер, в девичестве Сегалова.
- ↑ 7,0 7,1 Предыстория … в автобиографиях учёных // История советского атомного проекта. Вып. 1. — М.: Янус-К, 1998. — ISBN 5-8037-0006-1. — С. 28—31.
- ↑ Евгений Беркович Наши в Европе. Советские физики и «революция вундеркиндов» // Наука и жизнь, 2021, № 6. — с. 52-70
- ↑ Война. Шарага. Рассказы Румера, Я. Пархомовский.
- ↑ Главы истории Сибакадемстроя.
- ↑ Работы Ю. Б. Румера . Дата обращения: 22 май 2010. Архивировано 30 август 2007 года. 2007 йыл 30 август архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И. Ф. Гинзбург, М. Ю. Михайлов, В. Л. Покровский Юрий Борисович Румер (к 100-летию со дня рождения), УФН. — октябрь 2001. — Т. 171. — № 10
- Юрий Борисович Румер: физика, XX век / ред. А. Г. Марчук; авт.-сост. И. А. Крайнева и др. — Новосибирск: АРТА, 2013. — 591 с.
- Абрикосов А. А. Академик Л. Д. Ландау: Краткая биография и обзор научных работ. — М.: Наука, 1965.
- Кемоклидзе М. П. Квантовый возраст. — М: Наука, 1989.
- Конопельченко Б., Паташинский А., Рютова М. Квантовый возраст. [К восьмидесятилетию со дня рождения Ю. Б. Румера.] // За науку в Сибири. — 1981. — 23 апреля.
- Ливанова А. М., Л. Д. Ландау. — М.: Знание, 1978.
- Ливанова А. М. Физики о физиках. — М.: Молодая гвардия, 1968.
- Юрий Борисович Румер. К восьмидесятилетию со дня рождения. Л. М. Барков, В. Н. Байер, А. И. Вайнштейн, Я. С. Дербенёв, В. Г. Зелевинский, С. Г. Попов, Д. Д. Рютов, В. А. Сидоров, А. Н. Скринский, И. Б. Хриплович, Б. В. Чириков. // За науку в Сибири. — 1981. — 23 апреля.
- Пархомовский Я. «Война, шарага, рассказы Румера…» // Наука и жизнь. — 1991. — № 6.
- Рютова-Кемоклидзе М. П. «Приезжайте, Эйнштейн Вас примет…» // «Сибирские огни». — 1989. — № 1-2.
- Шмутцер Э. Теория относительности: Современное представление. Путь к единству физики. — М.: Мир, 1981.
- The Born-Einstein letters: Correspondence between Albert Einstein and Max and Hedwig Born from 1916 to 1955 with commentaries by Max Воrn.- L.: Mac-Millan, 1971.
- M. Ryutova-Kemoklidze The quantum generation.: Springer, 1995.
- People and things (Yurii Borisovich Rumer). — CERN courier. — 1981. — V. 21. — № 5. — P. 210.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. А. Ковнер Хәтирәләр. Минең уҡытыусы репрессиялар
- Ю. Биография Б Был фоторәсемдәр һәм һүрәттәрҙең Румера
- Ю. Б Румер проект «ннц академияһы өфө фәнни мәктәптәре менән» Бүлексәһе МЕНӘН ӨФӨ ГПНТБ
- Ю. Б Румер проект «Ғилми Эврик кафе»
- Профессор ю. б библиографик хеҙмәттәр өсөн румера йыл 1970—2010
- биографик очерк журнала «Ете сәнғәте тураһында» Ю. Б Румер
- Ю. Б Румер проектҡа «үлемһеҙ барак» бер енәйәт эше материалдары менән
- 28 апрелдә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 1 февралдә вафат булғандар
- 1985 йылда вафат булғандар
- Новосибирскиҙа вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- СССР-ҙа аҡланғандар
- СССР физиктары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- МДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаусылар
- МДУ-ның физика факультеты уҡытыусылары