Барков Лев Митрофанович
Барков Лев Митрофанович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 24 октябрь 1928[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү ҡалаһы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 9 февраль 2013 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Новосибирск, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Көньяҡ зыярат[d] |
Һөнәр төрө | физик |
Эшмәкәрлек төрө | ядро физикаһы |
Эш урыны | Курчатов институты |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү физика-техник институты[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Кемдә уҡыған | Исай Израилевич Гуревич[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Барков Лев Митрофанович (24 октябрь 1928 йыл — 9 февраль 2013 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, физик. 1984 йылдан СССР Фәндәр академияһы, 1991 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы академигы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Лев Митрофанович Барков 1928 йылдың 24 октябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған.
- 1952 — Мәскәү дәүләт университетының физика-техника факультетын (хәҙерге MIPT) тамамлай.
- 1952 йылдан — Атом энергияһы институтында эшләй.
- 1967 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Себер филиалының атом физикаһы институтында эшләй.
- 1967 йылдан — Новосибирск университетында уҡыта (1973 йылдан профессор).
- 1972 — СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
- 1976—1979 йылдарҙа ул Новосибирск дәүләт университетының физика факультеты деканы, һуңынан 20 йыл дауамында ядро физикаһы (элементар киҫәксәләр физикаһы) кафедраһын етәкләй[2]
- 1984 — СССР Фәндәр академияһы академигы (1991 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы академигы).
Ғалим 2013 йылдың 9 февралендә Новосибирск ҡалаһында вафат була, «Көньяҡ» зыяратында ерләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төп эштәре уран-һыу системаларында нейтрондарҙы әкренләштереү һәм ишәйтеү процесстарын өйрәнеү буйынса. Ул пиондарҙың барлыҡҡа килеү һәм уларҙың матдә менән үҙ-ара тәьҫирләшеү процестарын тикшерә. Элементар киҫәксәләр үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн ҡеүәтле импульслы магнит ҡырҙары булған яйланмалар булдырыу буйынса байтаҡ эш башҡара. М. С. Золотарев менән бергә эксперимент ойоштора, унда атомар бисмут парҙарында яҡтылыҡтың полярлаштырыу яҫылығы әйләнеше асыла, был иһә электрондарҙың көсһөҙ нейтраль тоҡтарға бәйле булған нуклондар менән үҙ-ара бәйләнеше барлығын күрһәтә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1975)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1982)
- СССР Дәүләт премияһы (1989)
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1998)
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Барков Лев Митрофанович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Биографическая справка о Льве Митрофановиче Баркове 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Наш юбиляр. Семьдесят пять лет академику Льву Митрофановичу Баркову // Журнал «Философия науки»
- Лев Митрофанович Барков (к 80-летию со дня рождения), УФН, том 178, выпуск 12, декабрь 2008
- Профиль Льва Митрофановича Баркова на официальном сайте РАН
- Лев Митрофанович Барков в журнале «Успехи физических наук»
- Выпускники МГУ в ННЦ СО РАН. 1957—2007 — Персоналии: Физический факультет. А-З — Барков Лев Митрофанович 2021 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
- Персональная страница на сайте фотоархив СО РАН
- Храмов, Ю. А. Барков Лев Митрофанович // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 24. — 400 с. — 200 000 экз. — ББК 22.3гя2. — УДК 53(G).
- 24 октябрҙә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 9 февралдә вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Новосибирскиҙа вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү физика-техника институтын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Рәсәй физиктары
- СССР физиктары
- Алфавит буйынса физиктар