Рәмлә бинт Әбү Суфьян

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәмлә бинт Әбү Суфьян
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө яҡынса 594[1]
Тыуған урыны Неджд и Хиджаз[d], Мәккә
Вафат булыу көнө яҡынса 666[1]
Вафат булған урыны Сәғүд Ғәрәбстаны, Мәҙинә
Ерләнгән урыны Әл-Баҡый
Атаһы Абу Суфьян ибн Харб[d]
Әсәһе Сафия бинт Абуль-Ас[d]
Бер туғандары Муавия I[d] һәм Язид ибн Абу Суфьян[d]
Хәләл ефете Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) һәм Убайдуллах ибн Джахш[d]
Балалары Хабиба бинт Убайдуллах[d]

Үмм Хәбибә Рәмлә бинт Әбү Суфьян әл - Ҡураши (ғәр. أم حبيبة بنت رملة أبي سفيان‎; вафаты -665 йыл, Мәҙинә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тулы исеме:Үмм Хәбибә Рәмлә бинт Әбү Суфьян Сарх ибн Харб ибн Үмәйә ибн Әбд Шәмс. Ул абруйлы ҡорайыш юлбашсыһы Әбү Суфьян ибн Харбтың ҡыҙы була[2].

Ислам ҡабул иткәнгә тиклем Рәмлә р.ғ. мәжүсилектән ситләшеп хәнифтәр инанысына күскән була. Ул ире Үбәйдулла ибн Йәһеш менән бергә шәһәҙә әйтә. Ире шуғаса нәсрани диндә булған була. Ҡорайыштарҙың эҙәрлекләүе һөҙөмтәһендә улар Хәбәшстанға (Эфиопия) һижрәт яһай. Шунда Үбәйдулла көтмәгәндә Исламдан баш тартып, нәсранилыҡҡа күсә. Рәмләне лә үҙе менән ридда (Исламдан баш тартыу) ҡылырға өгөтләһә лә Рәмлә хаҡ диненә тоғро ҡала һәм унан айырыла. Был хәлдән һуң ул Мәккәгә кире ҡайта алмай, сөнки Атаһы Әбү Суфьян мосолмандарҙың ҡан дошманы була.Был хаҡта ишетеп, Мөхәммәт с.ғ.с. ҡатындың тәҡүәлегенә таң ҡала, һоҡлана. Рәсүл Хәбәшстан башлығына - негусҡа үҙенең вәкилен ебәрә һәм ҡатынды Мәҙинәгә ебәреү сараһын күрергә һорай, уның менән никахҡа инергә теләген белдерә. Һижрәнең 7-се йылында улар өйләнешә. Был никах Мөхәммәт Пәйғәмбәргә Мәккә мөшриктәре башлығы Әбү Суфьян менән низағтарҙы кәметергә мөмкинлек бирә.[2].

Рәмлә бинт Әбү Суфьян бик тәҡүә һәм игелекле ҡатын була. Ул 665 йылда 70 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Был осорҙа мосолман иленең башлығы булып уның ағаһы Мүәвиә Әбү Суфьян идара иткән була. Уның 65-тән ашыу хәҙис ҡалдырғаны билдәле [2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 http://www.mpac-ng.org/islam-links/281-mothers-of-the-believers-umm-habiba-ramla-bint-abu-sufyan.html
  2. 2,0 2,1 2,2 Али-заде, А. А. Умм Хабиба бинт Абу Суфьян (архив ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]