Рәмилә
Викидатала элемент тултырылмаған |
Рәмилә — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарында ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәмилә башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, мәғәнәһе — тылсымлы [1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йомағужина Рәмилә Наил ҡыҙы (10 сентябрь 1953 йыл) — Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) идаралығы етәксеһе, 2012—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы һәм факультет деканы урынбаҫары. Юридик фәндәр кандидаты (2006).
Ҡобағошова Рәмилә Сөләймән ҡыҙы (15 декабрь 1957 йыл) — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).
Хоҙайғолова Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы (12 октябрь 1942 йыл) — театр актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
Сәлимгәрәева Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы (5 июнь 1950 йыл) — башҡорт театр актёры, 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986).
Буранғолова Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы (11 июнь 1961 йыл) — спортсы. Еңел атлетика буйынса 1987—1991 йылдарҙа СССР, 1992 йылдан БДБ һәм 1993—1996 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 1992 һәм 1996 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. 1991—1993 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъяның 10 иң яҡшы марафонсыларының береһе. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).
Искәндәр Рәмилә Риф ҡыҙы (татар. Рамилә Риф кызы Искәндәр; 24 июнь 1977 йыл) — Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. Рәмилә Рифовна Хисамова (Искәндәр — сәхнә псевдонимы, әсәһенең ҡыҙ фамилияһынан яһалған - Искәндәрова)[2] Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында тыуған. Милләте буйынса татар [3][2]. 1993 йылда баян класы һәм хорҙа йырлау буйынса буйынса музыка мәктәбен тамамлай. 1999 йылда Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтын тамамлай (Наум Орлов курсы). 1997 йылдан 1999 йылға тиклем Силәбе йәш тамашасы театрында, 1999 — 2002 йылдарҙа Силәбе драма театрында эшләй. 2002 йылда Мәскәүгә күсә һәм 2003 йылға тиклем К. С. Станиславский исемендәге театрҙа, 2003 йылдан Рәсәй дәүләт академия йәштәр театрында (РАМТ) эшләй. Кинола төшә. 2013 йылда улы Тимур тыуа, атаһы билдәһеҙ[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [[Күсимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы|Күсимова Таңһылыу Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ 2,0 2,1 Рамиля Искандер - биография, информация, личная жизнь, фото . stuki-druki.com. Дата обращения: 24 июль 2019.
- ↑ Daily Talking -> Рамиля Искандер: Я дорожу ролями и зрителями . dailytalking.ru. Дата обращения: 24 июль 2019.
- ↑ Звезда РАМТа родила сына
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |