Эстәлеккә күсергә

Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәсим Мәсәлим улы Ғирфанов битенән йүнәлтелде)
Рәсим Ғирфанов
Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 декабрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Хәрби звание генерал-майор[d]
Ғәскәр төрө KGB һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены медаль «За безупречную службу» I степени медаль «За безупречную службу» II степени медаль «За безупречную службу» III степени Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре

Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы (14 декабрь 1951 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, генерал—майор, 2002—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе, 2010—2012 йылдарҙа Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Омск ҡалаһының вице-мэры. Почёт ордены кавалеры (2007). Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре.

Рәсим Мәсәлим улы Ғирфанов 1951 йылдың 14 декабрендә Башҡорт АССР-ы Дәүләкән ҡалаһында тыуған. Урта белем алғас, Өфө авиация институтында (бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университеты) уҡый. Уның авиация двигателдәре факультетын тамамлағас, йүнәтмә буйынса Өфө моторҙар эшләү заводының «Союз» конструкторлыҡ бюроһында инженер булып эшләй.

1979 йылда дәүләт именлеге органдарына хеҙмәткә алына. КГБ-ның Минск ҡалаһындағы Юғары курстарын, аҙаҡтан Мәскәүҙә КГБ Юғары мәктәбен тамамлай. Оператив хеҙмәткәрҙән башлап, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә.

2002 йылдың 6 февралендә Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала 2009 йылдың 3 декабренә тиклем хеҙмәт итә[1]. Хәрби дәрәжәһе — генерал—майор. 2007 йылда Почёт ордены менән наградлана.

2010 йылдың 15 мартынан Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, ошо йылдың октябренән 2012 йылдың йәйенә тиклем Омск ҡалаһының вице-мэры була.

  1. Новости Омска > Новости(недоступная ссылка)