Эстәлеккә күсергә

Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-ветеринария институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-ветеринария институты
Нигеҙләү датаһы 12 сентябрь 1925
Урын Мәскәү
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 9 ғинуар 2010
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Q124707460?

Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-ветеринария институты (рус. Военно-ветеринарный институт МО России) — 1925 йылдың 12 сентябрендә ойошторолған, СССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәренең медицина, ветеринария хеҙмәттәре өсөн офицер кадрҙары әҙерләү менән шөғөлләнгән элекке юғары хәрби-уҡыу йорто.

1925 йылдың 12 сентябрендә Революцион хәрби советтың 918-се бойороғо менән Ҡазан ветеринария институты ҡарамағында РККА өсөн ветеринария табиптарын әҙерләү маҡсатында хәрби-ветеринария бүлеге асыла. 1929 йылда хәрби-ветеринария бүлеге Ҡазан ҡалаһынан Мәскәүгә күсерелә һәм Мәскәү зоотехния институты составына инә. 1930 йылда Мәскәү зоотехния институты базаһында составына хәрби-ветеринария факультеты тип үҙгәртелгән хәрби-ветеринария бүлеге ингән Зооветеринария институты ойошторола[1][2][3].

1935 йылда СССР Халыҡ Комиссарҙары советы ҡарары менән хәрби-ветеринария факультеты Хәрби-ветеринария институты итеп үҙгәртелә. 1938 йылда Хәрби-ветеринария институты базаһында РККА-ның Хәрби- ветеринария академияһы ойошторола, ул СССР-ҙың алдынғы ветеринария юғары хәрби белм биреү учреждениеһы булараҡ, хәрби-ветеринар табиптарын әҙерләү һәм хәрби ветеринарияның клиник һәм теоретик проблемалары өлкәһендәге мәсьәләләрҙе әҙерләү менән шөғөлләнә. Академияның уҡыу структураһында 29 профилле кафедра һәм хәрби ветеринария табибтарының белемен камиллаштырыу курстары була. Профессор-уҡытыусылар составын егерме бер докторы һәм ҡырҡ ете фән кандидаты тәшкил итә. Академияла К. И. Скрябин, М. Б. Оливков, В. Г. Домрачев, Н. А. Сошественский, С. Н. Вышелесский, И. Е. Мозгов, Н. Ф. Попов; атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре А. Ф. Климов һәм Я. Е. Коляков кеүек билдәле ҡалимдар эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, академия Аральск ҡалаһына, һуңынан,1942 йылда Сәмәрҡәндҡа эвакуациялана. 1941—1945 йылдарҙа академия 1179-ҙан ашыу хәрби-ветеринар табип сығара, ә академияның уҡытыусылар составынан 70-тән ашыу офицер ғәскәрҙәргә етәксе вазифаһына ебәрелә[4][3][2].

СССР Министрҙар Советының 1948 йылдың 17 майындағы 1630 һанлы ҡарары һәм СССР юғары һәм урта белм биреү министрының 751-се бойороғо менән Хәрби- ветеринария академияһы һәм Мәскәү зооветеринария институты Мәскәү ветеринар академияһы тип үҙгәртеп ҡорола, Хәрби-ветеринар академияһы базаһында — хәрби-ветеринария факультеты ойошторола. 1956 йылда хәрби-ветеринария факультеты базаһында Ветеринария хеҙмәте офицерҙарының белемен камиллаштырыу курстары асыла (КУОВС)[5][3][2].

СССР Министрҙар Советының 1977 йылдың 19 авгусындағы 766—239 һанлы ҡарары һәм СССР оборона министрының 1977 йылдың 24 ноябрендәге бойороғона ярашлы, академик К. И. Скрябин исемендәге Мәскәү Ҡыҙыл Байраҡ орденлы ветеринария академияһында Ветеринария хеҙмәте офицерҙарының белемен камиллаштырыу курстары базаһында Хәрби-ветеринария факультеты булдырыла. 1978—2001 йылдарҙа факультет 600-ҙән ашыу хәрби ветеринар табып әҙерләп сығарған[5][3][2].

2002 йылдың 4 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 260 һанлы ҡарары менән К. И. Скрябин исемендәге МВА-ның Хәрби-ветеринария факультеты базаһында Хәрби-ветеринария институты ойошторола. Уҡыу йортоноң профессор-уҡытыусылар составын 11 профессор, 9 доктор һәм 22 кандидат тәшкил итә, етенән күберәк кеше — Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған ветеринария табибы маҡтаулы исеменә лайыҡ була. 2010 йылда Хәрби-ветеринария институты тараҡатыла[6].

  • 19251929 — бригветврач Ганнушкин Матвей Соломонович
  • 19291933 — дивветврач Шпайер Николай Маркович
  • 19331935 — дивветврач Петуховский Абрам Аронович
  • 19351938 — бригветврач Ганнушкин Матвей Соломонович
  • 19381944 — генерал-майор Петуховский Абрам Аронович
  • 19441949 — генерал-лейтенант Власов Николай Михайлович
  • 19561958 — генерал-майор, биология фәндәре докторы, профессор Лактионов Адриан Митрофанович
  • 19581960 — полковник Сутягин Георгий Петрович
  • 19601965 — полковник, биология фәндәре докторы, профессор Козловский Евгений Васильевич
  • 19651976 — полковник, ветеринария фәндәре кандидаты. Михайлов Михаил Михайлович
  • 19761992 — полковник, ветеринария фәндәре кандидаты. Коняев Владимир Михайлович
  • 19922000 — полковник, ветеринария фәндәре кандидаты. Тулупов Владимир Николаевич
  • 20002009 — полковник, ветеринария фәндәре кандидаты, профессор Колесниченко Иван Степанович

Билдәле уҡытыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Скрябин Константин Иванович
  • Вышелесский Сергей Николаевич
  • Мозгов Иван Ефимович
  • Попов Николай Федорович
  • Климов Алексей Филиппович
  • Коляков Яков Ефремович
  • Оливков Борис Михайлович
  • Домрачев Георгий Владимирович
  • Шур Иосиф Васильевич
  1. Из истории развития отечественного военного ветеринарного образования. Дата обращения: 15 декабрь 2020.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 История развития военной ветеринарии в России / И. С. Колесниченко, Т. И. Минеева, Изд. МГАВМиБ им. К. Скрябина, М.: 2002 г
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Ф. И. Василевич, И. И. Кочиш «90 лет Московской академии ветеринарной медицины и биотехнологии им. К. И. Скрябина» (рус.) // Российский ветеринарный журнал : журнал. — 2009. — № 5. — С. 51—55. — ISSN 1815-0195.
  4. Военно-ветеринарная академия / Полвека военно-ветеринарной службы Вооружённых Сил СССР 1918—1968 гг. // Сост. Петуховский Α. Α., Гл. ред. А. М. Пенионжко; Воен.-вет. отд. М-ва обороны СССР, М.: 1969 г. — 263 с
  5. 5,0 5,1 Колесниченко И. С. Военному образованию в России — 300 лет // Ветеринария, М.: № 2, 2001 г. — С.53—54
  6. Из истории военной ветеринарии: Военно-ветеринарный институт. Дата обращения: 15 декабрь 2020.
  • Военно-промышленный комплекс : энциклопедия / Минаев А. В. и др. — М. : Воен. Парад, Т.1: 2005 г. — 793 с. — ISBN 5-902975-01-8
  • Государственное образовательное учреждение высшего профессионального образования Военно-ветеринарный институт / Актуальные проблемы ветеренарной медицины, зоотехники и биотехнологии: Сборник научных трудов Международной учебно-методической и научно-практической конференции, посвященной 100-летию со дня основания МВА имени К. И. Скрябина // И. С. Колеснеченко, 2019 г. — С. 538—544
  • Развитие ветеринарного образования в России / Е. С. Воронин, А. В. Коробов, В. А. Чекан, И. С. Колесниченко; М-во сел. хоз-ва Рос. Федерации. Департамент кадровой политики и образования. — М., 2000 г. — 89 с. — ISBN 5-86341-126-0
  • История развития военной ветеринарии в России / И. С. Колесниченко, Т. И. Минеева, Изд. МГАВМиБ им. К. Скрябина, М.: 2002 г.
  • Колесниченко И. С. Военному образованию в России — 300 лет // Ветеринария, М.: № 2, 2001 г. — С.53—54
  • Военно-ветеринарная академия / Полвека военно-ветеринарной службы Вооружённых Сил СССР 1918—1968 гг. // Сост. Петуховский Α. Α., Гл. ред. А. М. Пенионжко; Воен.-вет. отд. М-ва обороны СССР, М.: 1969 г. — 263 с.