Эстәлеккә күсергә

Рәсәй мөфтөйҙәр шураһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй мөфтөйҙәр шураһы
Нигеҙләү датаһы 1996
Принадлежит к Рәсәй Федерацияһы мосолмандары диниә назараты
Нигеҙләүсе Равиль Исмагилович Гайнутдин[d]
Етәксе Равиль Исмагилович Гайнутдин[d]
Дәүләт  Рәсәй
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, Рәсәй
Рәсми сайт muslim.ru/en/
Зона обслуживания Рәсәй
Бүленеп сыҡҡан Рәсәй Үҙәк диниә назараты
Карта

«Рәсәй мөфтөйҙәр шураһы» үҙәкләштерелгән мосолман дини ойошмаһы (рус. Централизованная мусульманская религиозная организация "Совет муфтиев России") — үҙәкләштерелгән мосолман дини ойошмаһы. Рәсәй Федерацияһы баш ҡалаһы Мәскәүҙә урынлашҡан дөйөм мосолман дини ойошмаларының береһе[1][2]. Уға 1996 йылда нигеҙ һалынған. Рәсәйтерриторияһында теркәлгән урындағы ҡайһы бер район һәм мосолман дини ойошмаларын берләштерә. Резиденцияһы — Мәскәү йәмиғ мәсете. Рәйесе ― мөфтөй шәйех Рауил Ғәйнетдин.

Рәсәй мөфтөйҙәр шураһы Мәскәүҙә 1996 йылдың 2 июлендә Рәсәй үҙәк Европа төбәге мосолмандары диниә назараты рәйесе Рауил Ғәйнетдин саҡырған мөфтөйҙәр осрашыуында ойошторола. Ойоштороусылар иҫәбенә Волга буйы, Татарстан, Себер, Ырымбур өлкәһе мосолмандарының Диниә Назараттары һәм башҡалар инә[3].

1998 йылдың 25 ноябрендә Рәсәймөфтиҙәр шураһы Рәсәймосолмандар Диниә назараты үрге координацион үҙәге һәм Төньяҡ Кавказ мосолмандар Координация үҙәге менән берләшә.

2014 йылдың 1 март айынан Рәсәймөфтиҙәр һәм шураһы РәсәйФедерацияһы мосолмандар Диниә назараты аппараттары киң ҡоласлы үҙгәртеп ҡорола, региондарға, аң-белем таратыу, белем биреү, тәрбиә эштәренә ҡағылышлы барлыҡ эшмәкәрлек РәсәйФедерацияһы мосолмандар Диниә назараты аппараты күсерелә ҡарамағына[4].

Рәсәймөфтиҙәр шураһы Рәсәй мосолмандарын хажға ебәреү өсөн Сәғүд Ғәрәбстаны бүлеп биргән урындарға квота өсөн яуап бирә .

Етәкселек ваһһабилыҡтың тыныс формаһына толерант ҡарашта тора[5].

Дин белгесе Р. А. Силантьев фекеренсә, Мөфтөйҙәр шураһы Рәсәй исламында модернизаторлыҡ йүнәлеше — йәдитселек идеологияһы тарафдары булып тора[6].

  1. Ахметова Д. Ф. Совет муфтиев России // Ислам в Поволжье: энцикл. словарь / Сост и отв. ред. Д. З. Хайретдинов. — М.: Изд. дом «Медина», 2013. — С. 288—289.
  2. Попов И. Н. Гл. 1.3.1. Сунниты // Справочник всех религиозных течений и объединений в России. — 2016.
  3. Силантьев Р. А. Ислам в современной России. Энциклопедия. — М.: Алгоритм, 2008. — С. 41. — 576 с. — ISBN 978-5-9265-0467-2.
  4. Р. А. Силантьев. Сохранится ли Совет муфтиев? Независимая газета, 03.06.2015 (рус.)
  5. Филатов С. Б. Духовное управление мусульман Европейской части России (ДУМЕР) и Духовное управление мусульман Азиатской части России (ДУМАЧР) // Современная религиозная жизнь России. Опыт систематического описания / Отв. ред. М. Бурдо, С. Б. Филатов. — М.: Логос, 2005. — Т. III. — С. 101. — 464 с. — 2000 экз. — ISBN 5-98704-044-2.
  6. Силантьев Р. А. Сохранится ли Совет муфтиев? // Независимая газета. — 2 июня 2015.