Рәхмәтуллин Ирек Мәхмүт улы
Рәхмәтуллин Ирек Мәхмүт улы | |
Файл:Рахматуллин Ирек Махмудович (1968 - 1978 гг.).jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ҡазан Татар АССР-ы, РСФСР |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Ҡазан, Рәсәй |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Казанский государственный институт для усовершенствования врачей (ГИДУВ) Казанский государственный медицинский институт |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе | |
Ғилми исеме | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Специалист по изучению механизмов изменения различных органов и систем при аллергической перестройке организма |
Награда һәм премиялары |
Ҡалып:Медаль За доблестный труд (Татарстан) Ҡалып:Заслуженный работник Татарской АССР |
Рәхмәтуллин Ирек Мәхмүт улы (11 апрель 1928 йыл, Ҡазан — 18 май 2013 йыл, Ҡазан) — Совет татар табибы, патофизиолог, медицина фәндәр докторы (1966), профессор (1968), Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1928 йылдың 11 апрелендә РСФСР-ҙың Татар АССР-ы Ҡазан ҡалаһында тыуған.
1950 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтын тамамлай. Диплом алғандан һуң, институтта патофизиология кафедраһында ҡала, унда профессор Андрей Адоның уҡыусыһы була. 1966 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1967 йылда проректор, ә 1968 йылда — Ҡазан дәүләт табиптар әҙерләү институты ректоры (ГИДУВ) итеп һайлана, шул уҡ йылда профессор итеп һайлана.
1971 йылда Берлинда медицина кадрҙарына юғары дипломдан һуң белем биреү буйынса социалистик илдәр эксперттары кәңәшмәһендә ҡатнаша[2].
1978 йылдан 1993 йылға тиклем — патофизиология кафедраһы мөдире, 1993 йылдан 1999 йылға тиклем — Ҡазан дәүләт медицина институтының профессор-консультанты (1994 йылдан Ҡазан медицина университеты). 1978 йылда Бөтә Рәсәй патофизиологтар йәмғиәтенең Ҡазан бүлексәһе рәйесе итеп һайлана.
Фәнни һәм практик медицинаға, табиптар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Бөтә Союз патофизиологтар ғилми йәмғиәте идараһы һәм «Аллергия» проблемалы комиссияһы, РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ғилми советы составында эшләй, Казан патофизиологтар йәмғиәтенә етәкселек итә[2]. Организмдың аллергик үҙгәреш осоронда төрлө ағзаларҙың һәм системаларҙың үҙгәреү механизмдарын, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының функциональ торошон өйрәнеү буйынса эштәр яҙа. Уйлап табыуҙарға 5 авторлыҡ таныҡлығы ала.
2013 йылдың 18 майында Ҡазанда вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почет Билдәһе» ордены (1971)
- «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы (Татарстан) (1970)[3] Рәсәй Федерацияның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)
- Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978)
- «Аллергик реакцияларҙың күҙәнәкле һәм молекуляр механизмдары» эштәр серияһы өсөн Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының А. Д. Адо исемендәге премияһы (2003)
- Татар АССР-ы Юғары Советының Почёт грамотаһы
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К аллергической реакции скелетной мышцы. М., 1963.
- Интенсивная терапия в клинической практике. Л., 1976.
- Современные аспекты рентгенодиагностики. Л., 1977.
- Рахит и рахитоподобные заболевания. Л., 1978[4].
Билдәле адрестар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Казань, Оло Ҡыҙыл урамы, 57а йорто[5]
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Рахматуллин Ирек Махмудович
- ↑ 2,0 2,1 Рахматуллин Ирек Махмудович (1928 г.р.)(недоступная ссылка)
- ↑ Рахматуллин Ирек Махмудович (1928 г.р.)(недоступная ссылка)
- ↑ Рахматуллин Ирек Махмудович
- ↑ Министерство связи СССР. Список абонентов Казанской городской телефонной сети / В. Ф. Четверик. — Казань: Издательство Татарского обкома КПСС, 1984. — Т. 1. — 970 с. — 40 000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 11 апрелдә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- 18 майҙа вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Рәсәй табиптары
- Ҡазанда вафат булғандар
- Ҡазанда тыуғандар
- Ҡазан медицина университеты уҡытыусылары
- Ҡазан медицина университетын тамамлаусылар