Рәхмәтуллин Мөхәммәт Абдрахман улы
Рәхмәтуллин Мөхәммәт Абдрахман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1915 |
Тыуған урыны | Әбйәлил районы, СССР |
Вафат булған көнө | 1972 |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Рәхмәтуллин Мөхәммәт Абдрахман улы (рус. Рахматуллин Мухаммат Абдрахманович; 1915 йыл — 1972 йыл) — театр ҡурайсы-актёры, Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсыһы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт Рәхмәтуллин 1915 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Салауат ауылында тыуған. 1921 йылғы аслыҡта йәтим ҡала һәм һарыҡ көтөп тамаҡ туйҙырырға мәжбүр була. Ауылдашы, оҫта ҡурайсы Мотаһар Кәримовтан ҡурайҙа уйнау серҙәренә төшөнә. Тиҙ арала тирә-йүнгә оҫта ҡурайсы булып таныла. 16 йәшлек егетте Өфөгә Башҡорт дәүләт театрына ҡурайсы-актёр итеп эшкә саҡыралар. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан артистарының фронт бригадаһы составында яугирҙар алдында ҡуйылған концерттарҙа ҡатнаша.
1955 йылда уны Башҡорт дәүләт филармонияһына солист-ҡурайсы итеп эшкә саҡыралар. Ул сәхнәгә башҡорттарҙан беренсе музыкаль белемле скрипкасы Ахун Кучуков менән бергә сыға башлай. Был осрашыу уның яҙмышына хәл иткес йоғонто яһай. Ансамблдә уйнау серҙәрен тап Ахун Кучуковтан үҙләштергәндер, сөнки Мөхәммәт Рәхмәтуллинда ансамлде тойоу бик юғары кимәлдә була[2].
Бөйөк йыраусылар Сөләймән Абдуллин башҡарыуында «Урал», «Уйыл», «Зөлхизә», Иншар Солтанбаев башҡарыуында «Буранбай» йырҙарының, был исемлекте дауам итергә мөмкин, яҙмалары оҙон көй йырлау өлгөһө тип ҡабул ителә икән, бында музыкаль оҙатыусы, ҡурайсы Мөхәммәт Рәхмәтуллиндың өлөшө ҙур. Оҫта аккомпаниатор йырсыға ҡанат ҡуя,..[3]
Төп эшенән тыш йәш быуынға ҡурай серҙәрен өйрәтеү менән әүҙем шөғөлләнә ҡурайсы. 70-се йылдар башында Башҡорт дәүләт медицина университетында ҡурай түңәрәге алып бара. 1970 йылда В. И. Лениндың 100-йыллығына арнап үткәрелгән концертта ҡатнашыусы 100 ҡурайсынан торған ансамбль составында уның шәкерттәре лә ҡатнаша.
Мөхәммәт Рәхмәтуллин 1972 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ю. И. Ғәйнетдинов. Ҡурай һәм ҡурайсылар. Өфө, 2014. Т. 1 000 экз. —424 бит.