Эстәлеккә күсергә

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Башҡорт дәүләт театры битенән йүнәлтелде)
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры
Элекке исеме

1-се Башҡорт дәүләт драма театры

Эшләй башлаған

1919

Наградалары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Урынлашҡан

Киров районы

Етәкселәре
Художество етәксеһе

Ханов Олег Закир улы

Ссылки

www.bashdram.ru

 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Викимилектә

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0300110000объект № 0300110000

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан драма театры. 1919 йылдың 4 декабрендә Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ҡарары менән Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторола. Эшмәкәрлеген бәләкәй күсмә театр төркөмө менән башлай.

Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәләштергән Кәкүк Ояһы спектакле
(Кен Кизи романы буйынса).

Театр башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, башҡорт мәҙәниәте менән бер рәттән донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштарын үҙләштерә.

Иҫтәлекле даталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандан ситтә гастролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бынан тыш театр элекке союздаш республикаларға һәм сит илдәргә гастролдәргә сыға.

  • Театр Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнаша, лауреат һәм дипломант исемдәрен яулай.
  • Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһы конкурсында ҡатнаша. «Ҡара йөҙҙәр» спектакле дүрт номинацияла «Алтын битлек» премияһына дәғүә итә: «Иң яҡшы режиссёр эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы рәссам эше» (Альберт Нестеров), «Иң яҡшы костюмдар оҫтаһы эше» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»[1].

Художество етәкселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2020 йылдың декабрендә театрҙа төҙөкләндеү һәм ҡайтанан ҡороу эштәре уңышлы тамамланды. Мәҙәниәт усағының көндәлек эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле системалар — елләтеү, кондинционер, янғын һүндереү, йылытыу һәм өлөшләтә һыу менән тәьминәт итеү — яңыртылған. Төҙөкләндереү, әлбиттә, тамашасы зонаһына ла ҡағылған: фойе, Ҙур һәм Кесе залдар яңыртылған, яңы креслолар ҡуйылған. Сәхнә ҡорамалдары — яҡтыртыу һәм тауыш системалары, механик ҡоролмалар алмаштырылған. Театрҙың урамдағы биләмәһе өлөшләтә төҙөкләндерелгән, насар күреүселәргә йөрөү өсөн махсус плиткалар һалынған. Театр фасадының яҡтыртылышы байытылған, төп ишектәр өҫтөнә диодлы яңы экран эленгән[9].
  • 2017 йылдың 27 июлендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының 100 йыллыҡ юбилейен байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы ойоштороу комитетының составы раҫланды, Республика Хөкүмәтенә сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү планын эшләргә ҡушылды[10].
  1. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 5 февраль
  2. Мортазин-Иманский Вәлиулла Ғәйназар улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙһәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. сайтында Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙһәм улы улы сәхифәһе(недоступная ссылка)
  5. 5,0 5,1 Башдрамтеатр сайтында Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы сәхифәһе 2019 йыл 12 март архивланған.
  6. Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Башдрамтеатр сайтында Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы сәхифәһе 2020 йыл 7 август архивланған.
  8. 8,0 8,1 Олег Ханов покинул должность художественного руководителя Башкирского драмтеатра. ИА «Башинформ», 11 апреля 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019)
  9. В Уфе после реконструкции открылся Башкирский академический театр имени Мажита Гафури. ИА «Башинформ», 29 декабря 2020 года (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2020)
  10. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2016)