СССР-ҙа немецтарҙы депортациялау
СССР-ҙа немецтарҙы депортациялау | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Автономная Советская Социалистическая Республика Немцев Поволжья[d] |
СССР-ҙа немецтарҙы депортациялау — совет немецтарын мәжбүри күсереү процесы: депортация бер нисә этапта бара һәм СССР территорияһында немецтарҙың таралып ултырыу ареалының тамырынан үҙгәреүенә килтерә.
1936 йылда немецтар һәм поляктарҙы ҡыуыу депортация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йылда 15 мең немец һәм поляк милләтле кешеләрҙе ғаиләләре менән (яҡынса 65 мең кеше) Украинанан — польша сигенә яҡын территорияларҙан (мәҫәлән Каменец-Подольск өлкәһенән[1]) — Төньяҡ-Ҡаҙағстанға һәм Караганда өлкәһенә ҡыуыу.
1939-40 йылдарҙа балтик буйы немецтарын Өсөнсө рейхҡа күсереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Немецтарҙың тәүге ҙур миграция ағымы 1939—1940 йылдарҙа СССР составына ингән территорияларҙы биләй. Балтик буйын советлаштырмаҫ элек үк, Эстония һәм Латвия хөкүмәттәре Германия менән балтик немецтарына Рейхҡа китеү хоҡуғын биреү тураһында килешеү төҙөнө. Молотов-Риббентроп Пакты төҙөлөп, Совет власы урынлаштырылғандан һуң, был дәүләттәрҙә шул килешеү ғәмәлдәре Литва һәм шулай уҡ СССР составына ингән башҡа биләмәләрендә лә раҫлана һәм тарала.
Һөҙөмтәлә Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Германияға 406 мең немец күсеп китә, шул иҫәптән:
- 131,2 мең — Балтия илдәренән,
- 137,2 мең — элекке польша ерҙәренән,
- 137,2 мең — Бессарабиянан һәм Төньяҡ Буковинанан[2].
Шулай итеп, күсеп китеүселәрҙең дөйөм һаны СССР-ға ҡушылған территорияларҙағы немецтарҙың һуғыш алды һаны иҫәп баһаһынан да артып китә хатта. Күрәһең, был артыҡ һан ҡатнаш ғаилә ағзалары, шулай уҡ ҡушылған биләмәләрҙәге автохтон халыҡтың германлашҡан вәкилдәре иҫәбенә өлгәшелгәндер. Шулай итеп, 1939—1940 йылдарҙағы ваҡиғалар СССР-ҙың көнбайыш райондарында йәшәүсе күп һанлы немец диаспораһының тулыһынса тиерлек юҡҡа сығыуына килтерә.
Германияла немец репатрианттары башлыса Рейх 1939 йылдың сентябрендә Польшаны яулау һәм оккупациялау һөҙөмтәһендә баҫып алған көнбайыш поляк ерҙәрендә урынлаштырылған. Шуның менән бергә был территорияларҙан поляк һәм йәһүд халҡын киң күләмле ҡыуып сығарыу башҡарыла.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында (1941—1945)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылда ҡыуыу депортация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР Юғары Советы Президиумының 1941 йылдың 28 авгусында ҡабул ителгән «Иҙел буйы районында йәшәгән немецтарҙы күсереү тураһында» указы баҫылып сыҡҡандан һуң, Иҙел буйы немец Автономиялы Республикаһы бөтөрөлә һәм АССР-ҙан немецтарҙы тоталь депортациялау башҡарыла. Был маҡсат өсөн алдан (Иҙел буйы немецтары АССР-ы халҡы хәтирәләре буйынса, 26 августа уҡ) Иҙел буйы немецтары АССР-ы территорияһына НКВД ғәскәрҙәре индерелә. Немецтарға 24 сәғәт эсендә күсенергә әҙер булырға һәм, мөлкәттәрен сикле генә күләмдә алып, йыйылыу пункттарына килергә күрһәтмә бирелә. Республиканың немец халҡы Себер, Ҡаҙағстан һәм Урта Азияның алыҫ төбәктәренә сығарыла. Был указға ярашлы, 1941 йылдың сентябре-октябрендә 446 480[3], совет немецы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 438 280[4]) депортациялана.
Л. Д. Петров хәтирәләре буйынса, совет территорияһына фашист интервенцияһы башлағандан һуң, республикаға фашист формаһын кейеп килеп төшкән совет яугирҙәре десантын республика халҡы көтөп алынған үҙҙәренеке итеп ҡаршы алған[5].
Артабанғы айҙарҙа депортациялау Рәсәйҙең вермахт[6][7] яулап өлгөрмәгән Европа һәм Кавказ аръяғы территорияһында йәшәгән бөтә немец халҡына тиерлек ҡағыла. Немецтарҙы күсереү яйлап башҡарыла һәм 1942 йылдың майына тамамлана. Һуғыш йылдарында бөтәһе 950 меңгә тиклем немец күсерелә[8]. 367 000 немец көнсығышҡа (йыйынырға ике көн бирелә): Коми Республикаһына, Уралға, Ҡаҙағстанға, Себер һәм Алтайға депортациялана.
1942 йылдағы хеҙмәт колонналарына мобилизация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йыл башынан 15 йәштән 55 йәшкә тиклемге ир-аттар һәм 16 йәштән 45 йәшкә тиклемге, балалары 3 йәштән өлкән булған ҡатын-ҡыҙҙар, һуңғараҡ хеҙмәт армияһы тип аталған, хеҙмәт колонналарына мобилизациялана. Мобилизацияланған немецтар завод төҙөй, урман әҙерләй һәм рудникта эшләй. Ҡарар СССР Оборона Дәүләт Комитетының 1942 йылдың 10 ғинуары 1123сс һанлы Ҡарары[9] Оборона Халыҡ Комиссариатына Новосибирск һәм Омск өлкәһенә, Красноярский һәм Алтай крайына, Ҡаҙаҡ ССР-ына күсерелгән 17 йәштән алып 50 йәшкә тиклемге ир-егет-немец урман әҙерләүҙә, сәнәғәт һәм тимер юл төҙөлөшөндә эшләргә тейеш тигән бурыс йөкмәтә. СССР Дәүләт Оборона Комитеты, 1942 йылдың 14 февралендә[10] ҡабул иткән 1281сс һанлы ҡарары менән, мобилизацияланырға тейеш булған немецтарҙың исемлеген һиҙелерлек киңәйә. Ниһайәт, Дәүләт Оборона Комитетының 1942 йылдың 7 октябрендә[11] ҡабул иткән № 2383сс ҡарары буйынса, 15 һәм 16 йәшлектән алып 51, 55 йәшкә тиклемге немец ирҙәре һәм 16 йәштән 45 йәшкә тиклемге (йөклө һәм 3 йәшкә тиклемге балаһы булғандарҙан башҡалар) ҡатын-ҡыҙҙар, немкалар, мобилизациялана.
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының немец милләтле хәрбиҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920—1930 йылдарҙа совет немецтары Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылған, хатта немец соединениелары булдырырға маташҡандар. 1930 йылға Ҡыҙыл армияның ғәҙәти ғәскәрҙәре составында 1 эскадрон һәм 1 рота немец булған[12]. 1934 йылдың июленә РККА-ла 157-се Энгельс немец уҡсылар полкы, 77-се уҡсылар полкында немец батальоны һәм ике немец батареяһы була[13]. 1938 йылдың 6 апрелдә ҡабул ителгән 4//1/33791 һанлы бойороҡ менән Ҡыҙыл армияла барлыҡ милли частар тарҡатыла[14]. 1938 йыл немецтарға ҡарата мөнәсәбәттәрҙә һынылыш була — уларҙың һәм башҡа ҡайһы бер милләт вәкилдәренең (финдәр, поляктар һәм башҡалар) Ҡыҙыл армияла хеҙмәт итеүен сикләйҙәр. 1938 йылдың 24 июнендә Баш Хәрби Советтың постановлениеһы һәм СССР Оборона Халыҡ Комиссариатының № 200/ш һанлы бойороғо сик буйы хәрби округтарынан немец милләтенән булған комначсоставты эштән алырға, ә бөтә немец милләтле командирҙар буйынса мәғлүмәт (уларға компромат булһа) НКВД органдарына тапшырыла[15]. 1938 йылдың 7 авгусындағы бойороғо менән СССР Оборона Халыҡ Комиссариаты немецтарҙы (һәм башҡа ҡайһы бер халыҡтар вәкилдәрен) Ҡыҙыл армияға хеҙмәткә саҡырыуҙың түбәндәге тәртибен урынлаштыра[16]:
- көнбайыш һәм алыҫ көнсығыш төбәктәренән хеҙмәткә саҡырылыусы немецтар төҙөлөш частарына ебәрелә;
- СССР-ҙың эске округтарынан хеҙмәткә алыныусы немецтар эске округтар частарына, Кавказ аръяғы һәм Урта Азия хәрби округтарына билдәләнә.
Бер аҙҙан сикләүҙәргә төҙәтеүҙәр индерелә — немецтарҙы Ҡыҙыл армия сафтарына дөйөм нигеҙҙә саҡыра башлайҙар, ләкин уларҙы сик буйы хәрби округтарына ебәрмәйҙәр. Оборона Халыҡ Комиссариаты урынбаҫарының 1940 йылдың 3 сентябрендә сыҡҡан 182738-се һанлы Директиваһы Ҡыҙыл армияға немецтарҙы саҡырыуҙы күҙ уңында тота, ләкин уларҙы (СССР-ҙың яңы территорияларында тыуғандарҙан башҡа) эске, көньяҡ округтар частарына, шулай уҡ 1-се һәм 2-се Айырым Ҡыҙыл Байраҡ орденлы армияларға ғына ебәрергә ҡуша[17].
1941 йылдың башында Ҡыҙыл армияла немец хәрби хеҙмәткәрҙәре аҙ була — СССР-ҙың халыҡтары араһында биләгән өлөшөнән күпкә кәмерәк. 1941 йылдың 1 ғинуарынан Ҡыҙыл армияла 16576 немец була (Ҡыҙыл армияның шәхси составында 0,46-ға %), ә 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу[18] исемлегендә немецтар СССР халыҡтарының 0,84 % тәшкил иткән[19].
Һуғыш йылдарында Ҡыҙыл Армияла немец һаны[19]:
- 1942 йылдың 1 июленә, — 322 кеше;
- 1943 йылдың 1 ғинуарына — 1427 кеше;
- 1943 йылдың 1 июленә — 170 кеше;
- 1944 йылдың 1 ғинуарына — 294 кеше;
- 1944 йылдың 1 июленә — 169 кеше;
- 1945 йылдың 1 ғинуарына — 183 кеше тәшкил итә.
Был һандарҙан сығып, 1942 йылдың 1 июленә армияла немец һаны бер нисә йөҙгә кәмей, аҙаҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер аҙ күбәйә төшә, ә 1945 йылдың 1 ғинуарына 200-гә кешегә тиклем кәмей. Шуға ҡарамаҫтан, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында ҡайһы бер немец милләтле офицерҙар һаҡланған. 1944 йылдың 1 майына РККА-ның (СССР Оборона Халыҡ комиссариатының үҙәк идаралыҡтарынан башҡа) идаралыҡтарында 2 полковник , 2 майор һәм 2 подполковник[20].
1947—1956 йылдарҙа күсерелгәндәрҙең хоҡуҡи статусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1947 йылда ғына Хеҙмәт армияһы тарҡатыла. Тере ҡалған немецтарға күсерелгән урындарына ғына: Уралға, Себергә, Ҡаҙағстанға, туғандары янына, ҡайтырға рөхсәт ителә. СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 26 ноябрендә ҡабул ителгән 133/12, д.№ 111/45 Указына ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күсерелгәндәрҙең барыһы ла, мотлаҡ йәшәргә тәғәйенләнгән урынынан ҡасып киткән өсөн 20 йылға каторга язаһы менән янап, мәңгелек һөргөнгә хөкөм ителә.
1956 йылға тиклем немецтарҙың күпселеге йәшәгән урындарында махсус биләмә спецпоселение шарттарында булған һәм ай һайын комендатурала билдәләнеп торорға мәжбүр була. 1941 йылға саҡлы СССР-ҙың азия өлөшөндә йәшәгән (Кавказ аръяғынан башҡа) һәм күсерелеүгә дусар ителмәгән немецтар был исемлеккә инмәй. Был үҙе йәшәгән урыны буйынса иҫәпкә алыу 1946—1951 йылдарҙа был немецтар йәшәгән урындары буйынса (махсус биләмә статистикаһында улар «урындағы» тип аталған подконтингентты тәшкил итә) махсус биләмә исемлегендә иҫәпкә алына, әммә ысынбарлыҡта немецтарҙың күп өлөшө — Урал, Себер һәм Ҡаҙағстандың электән йәшәгән старожилы немецтары спецкомендатуралар исемлегенә иҫәпкә ҡуйылыуҙан ҡотола. Мәҫәлән, Омск өлкәһендә 46336 урындағы немецтың 1142-һе генә Алтай крайында —17567 кешенән 1130, Чкаловский өлкәһендә — 399 14300 немецтан 399-ы[21]махсус күсерелеүсе булып теркәлә.
1945 һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылдан, "совет немец"тарын һәм Европа илдәрендәге элекке совет граждандары булған башҡа немецтар менән бер рәттән, язаға тарттырыла торған спецконтингент сифатында, күпләп депортациялау үткәрелә.
1948 йылда совет немецтарының йәшәү шарттары тағы ла ҡәтғиләшә, һәм был яңы мәжбүри күсереүҙәргә килтергән. 1948 йылда Сталинабадтан элек унда ебәрелгән совет немецтары Октябрьский районы «Акгазы» колхозына ауыл хужалығы эштәренә ҡыуылған[22].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вольтер Г. А. Зона полного покоя: Российские немцы в годы войны и после неё / под ред. В. Ф. Дизендорфа. — М., 1998. — 416 с.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- АССР немцев Поволжья
- Депортации народов в СССР
- Эвакуация Восточной Пруссии (1945)
- Немецкое население Калининградской области (1945—1951)
- Депортация немцев после Второй мировой войны
- Немецкие военнопленные в Советском Союзе
- Союз изгнанных
- Всесоюзное общество советских немцев «Возрождение»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.reabit.org.ua. Национальный банк репрессированных . Сайт (2013).
- ↑ Кабузан В. М. Немецкоязычное население в Российской империи и СССР в XVIII—XX веках (1719—1989): Ист.-стат. исслед. М., 2003, с. 183
- ↑ Иосиф Сталин — Лаврентию Берии: «Их надо депортировать…»: док-ты, факты, коммент. / Вступ. ст., сост., послесл. д-ра ист. наук, проф. Н. Ф. Бугая. — М.,1992. С. 37
- ↑ Бруль В. И. Депортированные народы в Сибири (1935—1965 гг.). Сравнительный анализ // Наказанный народ: репрессии против российских немцев. — М., 1999. С. 101
- ↑ Феликс Чуев. 140 бесед с Молотовым. Второй после Сталина. — Москва : Родина, 2019. — С. 652. — 656 с. — ISBN 978-5-907149-23-6.
- ↑ Полян П. М. Не по своей воле… История и география принудительных миграций в СССР. Принудительные миграции в годы второй мировой войны и после её окончания (1939—1953)
- ↑ Чебыкина Т. Депортация немецкого населения из европейской части СССР в Западную Сибирь (1941—1945 гг.)
- ↑ Земсков В. Н. Спецпоселенцы в СССР, 1930—1960. М.: Наука, 2005, с. 94
- ↑ Постановление ГКО СССР № 1123сс от 10.01.1942
- ↑ О мобилизации немцев мужчин призывного возраста от 17 до 50 лет, постоянно проживающих в областях, краях, автономных и союзных республиках . Государственный Комитет Обороны. Постановление № ГКО-1281сс от 14 февраля 1942 г. Москва Кремль.. Дата обращения: 28 август 2009.
- ↑ О дополнительной мобилизации немцев для народного хозяйства СССР . Государственный Комитет Обороны. Постановление № ГОКО-2383сс от 7 октября 1942 г. Москва Кремль. (РГАСПИ, фонд 644, опись 1, д.61, лл.138-140.). Дата обращения: 28 август 2009.
- ↑ Безугольный А. Ю. Опыт строительства Вооруженных сил СССР: Национальный аспект (1922—1945 гг.) 2020 йыл 24 март архивланған.. — Дисс… докт. ист. наук. — М.: Б.и., 2019. — С. 175.
- ↑ Безугольный А. Ю. Опыт строительства Вооруженных сил СССР: Национальный аспект (1922—1945 гг.) 2020 йыл 24 март архивланған.. — Дисс… докт. ист. наук. — М.: Б.и., 2019. — С. 176—177.
- ↑ Безугольный А. Ю. Опыт строительства Вооруженных сил СССР: Национальный аспект (1922—1945 гг.) 2020 йыл 24 март архивланған.. — Дисс… докт. ист. наук. — М.: Б.и., 2019. — С. 191.
- ↑ Безугольный А. Ю. Опыт строительства Вооруженных сил СССР: Национальный аспект (1922—1945 гг.) 2020 йыл 24 март архивланған.. — Дисс… докт. ист. наук. — М.: Б.и., 2019. — С. 277.
- ↑ Безугольный А. Ю. Опыт строительства Вооруженных сил СССР: Национальный аспект (1922—1945 гг.) 2020 йыл 24 март архивланған.. — Дисс… докт. ист. наук. — М.: Б.и., 2019. — С. 277—278.
- ↑ Безугольный А. Ю. Опыт строительства Вооруженных сил СССР: Национальный аспект (1922—1945 гг.) 2020 йыл 24 март архивланған.. — Дисс… докт. ист. наук. — М.: Б.и., 2019. — С. 278.
- ↑ После переписи 1939 года в состав СССР были включены территории Западной Украины, Западной Белоруссии, Северной Буковины, Бессарабии и Прибалтики, что изменило состав населения Советского Союза
- ↑ 19,0 19,1 Безугольный А. Ю. Опыт строительства Вооруженных сил СССР: Национальный аспект (1922—1945 гг.) 2020 йыл 24 март архивланған.. — Дисс… докт. ист. наук. — М.: Б.и., 2019. — С. 592.
- ↑ Безугольный А. Ю. Опыт строительства Вооруженных сил СССР: Национальный аспект (1922—1945 гг.) 2020 йыл 24 март архивланған.. — Дисс… докт. ист. наук. — М.: Б.и., 2019. — С. 597.
- ↑ Земсков В. Н. Спецпоселенцы в СССР, 1930—1960. М.: Наука, 2005, с. 128
- ↑ Николаева Л. Ю. Депортированные народы в Таджикистане // Восточный архив. — 2008. — № 18. — С. 64.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «О судьбе российских немцев» (часть 2)
- Депортация. Немцы поволжья. Russlandeutsche
- 70 лет депортации — речь министра культуры Бернда Нойманна на сайте правительства ФРГ(недоступная ссылка) (нем.)
- VIRA e.V. — 70 лет депортации: Видео-документаци, говорят свидетели
- Приказ министра внутренних дел СССР № 001067 «О переселении немцев из Калининградской области РСФСР в Советскую зону оккупации Германии» от 14.10.1947, ГАРФ. Ф. Р-9401. Оп. 1а. Д. 229. Л. 104—106. Заверенная копия на бланке.
- Докладная записка министра внутренних дел С. Н. Круглова И. В. Сталину, В. М. Молотову и Л. П. Берии о завершении переселения немцев из Калининградской области в Советскую зону оккупации Германии от 30.11.1948, ГАРФ. Ф. Р-9401. Оп. 2. Д. 201. Л. 239—240. Заверенная копия.