СССР бронетехникаһы Икенсе донъя һуғышында

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
СССР бронетехникаһы Икенсе донъя һуғышында

Исемлеккә Икенсе донъя һуғышы осоронда һәм һуғышҡа тиклемге осорҙа етештерелгән һәм һуғыш башында файҙаланған СССР бронехникаһы индерелгән[1][2]. Һынау үткән, әммә сериялы етештереүгә барып етмәгән өлгөләр исемлеккә индерелмәгән.

Танкеткалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
Т-27 1931 3 295 1941 йыл дауамында Т-27 танкеткаларының күпселеге алыштарҙа юҡҡа сыға. Уларҙың ҡулланыуы тураһында аҙаҡҡы телгә алыуҙар Мәскәү тирәһендәге алыштарҙа осрай (унда һәм Ҡырымда Т-27-ләр пехотаға ярҙамсы танкылар һәм танкыларға ҡаршы пушкалар өсөн тягачтар сифатында ла ҡулланыла.

Кесе һәм еңел танкылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
Т-18 (МС-1) 1927 959 МС-1 йәки Т-18 танкылары бик аҙ һанда Бөйөк Ватан һуғышы башында ғәскәрҙәрҙә һуғышҡа һәләтле хәлдә булалар һәм һуғыш башында әле ҡулланылалар.
T-26 1931 11 218 1930 йылда һатып алынған инглиз танкы «Vickers Mk E» схема өлгөһө булараҡ файҙалынған совет танкы. Был танкы төрө 1940 йылда — совет-фин һуғышында, шулай уҡ Мәскәү өсөн алышта бик йыш ҡулланыла.
БТ-2 Файл:Bt2.jpg 1932 620 1941 йылдың 1 июненә ҡарата РККА ҡоралланыуында 580 линейный разведкалау БТ-2 танкы була, шул иҫәптән көнбайыш округтарҙа — 396.
БТ-5 1933 1 836 БТ-2 танкының тәрән модернизацияһы
БТ-7 1935 5 328 БТ-7 танкылары башлыса танк корпустарының танк бригадаларына, айырым танк бригадаларына бирелә һәм дошман тылына үтеп инеү өсөн ҡулланыла.
Т-37А 1933 2 552 Т-37А танкылары шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышының башында ҡулланыла, әммә уларҙың күпселеге тиҙ арала сафтан сыға. Айырым һаҡланып ҡалған танкылар фронтта 1944 йылға тиклем һуғышалар, ә тылдағы уҡыу частарында һәм подразделениеларында улар һуғыш тамамланғанға тиклем файҙалана.
Т-38 1936 1 340 1930-сы йылдар аҙағында совет танкылары араһында Т-38 танкы иң һуғышҡа һәләтһеҙҙәр иҫәбендә була. Машина хатта ул ваҡыттағы үлсәм менән бик насар ҡоралланыуы һәм бронялауы менән айырыла, шуға күрә улар десант һәм амфибия операцияларында ҡулланылмай.
Т-40 1939 722 Т-40 танкы 1941—1942 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы алыштарҙа ҡатнаша.
Т-50 1941 от 65 до 75 Дөйөм хәрби, техник һәм эксплутацион характеристикалары буйынса Т-50 танкы үҙенең класында донъялағы иң яҡшы танкылар иҫәбенә инә.
Т-60 Piton 1941 5 920 Т-60 танкылары 1943 йылдың февраленә тиклем етештерелә, артабан улар күпкә еңелерәк һәм ҡеүәтлерәк Т-70 танкыһына алмаштырыла. Хәҙерге ваҡтта Рәсәй һәм Финляндия музейҙарында яҡынса 5 ошондай танкылар һаҡланып ҡалған.
Т-70 1942 8 231 Т-70 танкыһы өсөн хәрби хеҙмәтенең иң юғары нөктәһе Курск алышы булып тора, һуңынан улар Ҡыҙыл армия частарында күренмәй башлай, шулай ҙа айырым экземплярҙары һуғыш аҙағына тиклем ҡулланышта була. 1941—1945 йылдарҙа сығарылған һаны буйынса Т-70 танкылары Ҡыҙыл Армияла һаны буйынса икенсе урында тора.
Т-80 1942 от 75 до 85 Двигатель ҡулайламаһының ышанысһыҙ булыуына күрә һәм РККА-ға үҙйөрөшлө ҡулайламалар (СУ-76м) кәрәклеге арҡаһында 1943 йылдан алып Т-80 танкыларҙың етештереүе туҡтатыла.

Урта танкылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
Т-28 1933 503 СССР-ҙа массауи етештереүгә сығарылған беренсе урта танк. РККА-ның поляк походында һәм совет-фин һуығышында ҡулланыла. Әлеге һуғыштарҙа бик юғары сифаттарын күрһәтә.
Т-34-76 1940 33 929 Т-34 танкы ҡайһы бер белгестәр тарафынан Икенсе донъя һуғышы осорондағы иң яҡшы урта танк булып таныла. Уны булдырған саҡта совет конструкторҙары төп хәрби, эксплуатацион һәм техник характеристикалары араһында оптималь нисбәт табыуға өлгәшәләр. Т-34 танкы иң билдәле совет танкыһыһәм Икенсе донъя һуғышының танылыу алған символдарының береһе булып тора.
Т-44 1944 1 823 Т-44 танкылары 1944 йылда массауи рәүештә сығарыла башлай, әммә Бөйөк Ватан һуғышы барышында уларҙың етештереүе, масштаблы һөжүм операцияларын үткәреү ваҡытында Т-34-85 танкыларҙың етештереүен кәметмәү маҡсатында, бер аҙ сикләнә.
Т-34-57 1941 50 Танк — истребитель. Унда урынлаштырылған 57 миллиметрлыҡ орудие ЗИС-4 (ЗИС-4М) броняны 1000 метр алыҫлыҡтан 98 миллиметрға тиклем тишә алған. Т-34-57 танкыһы массауи рәүештә 1941 һәм 1943 йылдарҙа сикләүле кимәлдә етештерелгән.

Һүрәт[3] һылтанмаһы буйынса алынды.

Т-34-85 1944 более 35 000 Икенсе донъя һуғышында төп совет танкыһы була, һуғыш тамамланғандан һуң, 1950-се йылдарға тиклем, Совет армияһы танк ғәскәрҙәренең төп нигеҙен тәшкил итә.

Ауыр танкылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
Т-35 1933 61 Биш башнялы Т-35 танкылар Бөйөк Ватан һуғышы башында хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашалар, әммә күп кенә боҙолоуҙар арҡаһында юҡҡа сығалар.
КВ-1 1940 2 769 1940 йылдың мартынан 1942 йылдың августына тиклем сығарыла. Финляндия менән һуғышта һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
КВ-2 1940 334 Хәрби машина 1940 йылдың ғинуарында эшләнә, сөнки РККА-ға Совет-фин һуғышы (1939—1940) барышында киҫкен рәүештә Маннергейм һыҙаты фортификациялары менән көрәш алып барыу өсөн ҡеүәтле ҡораллы һәм яҡшы һаҡлаулы танк кәрәк була.
КВ-1С (1942) 1085 КВ—1 ауыр танкының баштағы варианты ышанысһыҙ һәм түбән хәрәкәтсәнлеге арҡаһында Ҡыҙыл Армия командирҙарының ялыуҙарына бәйле әлеге хәрби машина сығарыла башлай.
КВ-85 1943 148 Хәрби машина дошмандың яңы «Тигр» ауыр танкылары барлыҡҡа килеүенән һуң сығарыла башлай. 85 индексы машинаның төп ҡаралланыу калибрын күрһәтә.
ИС-1 1943 130 ИС-1 һәм ИС-2 танкылары КВ-1 ауыр танкыһы һәм ауыр бронялы КВ-13 урта танкыһы өлгөһөнән булдырылған. ИС аббревиатураһы «Иосиф Сталин» исем-фамилияһынан алынған.
ИС-2 1944 3 475 Дөйөм алғанда, частарҙы һәм подразделениеларҙы көсәйтеү сараһы булараҡ танк тулыһынса командованиеның ышанысын аҡлай, дошмандың нығытлған һыҙаттарын бәреп үтеү һәм ҡалаларҙы штурмлау өсөн тәғәйенләнә.
ИС-3 1945 2 311 ИС-3 танкылары Икенсе донъя һуғышындағы алыштарҙа ҡатнашмайҙар, әммә 1945 йылдың 7 сентябрендә бер танкылар полкы Берлинда Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға бағышланған Ҡыҙыл Армия частары парадында ҡатнаша һәм Гитлерға ҡаршы коалиция буйынса СССР-ҙың көнбайыш союздаштарына бик ныҡ тәьҫир итә.

Ут бөрккөс танкылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
ХТ-26 1932 более 615 Т-26 еңел танкы базаһында булдырылған совет еңел химик үт бөрккөс танк.
КВ-6 1941 ~4 Совет ауыр ут бөрккөс танк.
КВ-8
КВ-8С
1943[4] ~ 139 Оборонаны йырып үтеү өсөн тәғәйенләнгәндәр
ОТ-34 1942 1 170 ОТ-34 — Т-34 базаһында булдырылған. Автоматик дары поршенле АТО-41 ут бөрккөсө менән ҡоралланған, ул курсовой пулемёт урынында урынлаштырылған һәм шуға күрә КВ-8 танкынан айырмалы рәүештә 76-миллиметрлыҡ пушканы һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлек тыуа.

Эрзац-танкылар (бронетракторҙар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
НИ-1 Файл:Бронетрактор НИ-1.jpg 1941 порядка 60 «Ҡурҡытыр өсөн» («На испуг») (НИ-1) танкы — эрзац-танк (бронетрактор), 1941 йылда Одесса оборонаһы осоронда сығарылған һәм броня ҡалайы менән ҡапланған, еңел уҡсылар һәм пушка ҡоралы менән ябай артиллерия тягачынан торғабронетрактор. Бындай машиналар бер нисә трактор заводында танкылар етешмәү сәбәпле сығарыла.

Еңел үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламалары (САУ)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
СУ-76 1942 14 292 СУ-76 еңел штурмлау орудиеһы һәм танкыларға ҡаршы САУ сифатында пехотаға ут менән ярҙам итеү өсөн тәғәйенәләнә.

Урта ПТ-САУ-ҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
СУ-122 1942 638 СУ-122 тура туптарҙы төбүә штурмлау орудиеһы сифатында ҡулланыла, ябыҡ позилицияларҙан утҡа тотоу бик һирәк була. Күбеһенсә СУ-122 танкылар частарына ярҙам итеү өсөн ҡулланыла, улар менән бергә атакаға барып, танкыларға ҡаршы орудиеларҙы һәм башҡа һөжүмгә ҡамасаулаған кәртәләрҙе юҡҡа сығаралар.
СУ-76и 1943[5] 210 Алыштарҙа тартып алынған Pz Kpfw III һәм САУ StuG III немец танкылары базаһында штурмлау орудиеһы класындағы ауырлығы буйынса уртаса үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы.
СУ-85 1943 4 100[6] СУ-85 ауырлығы буйынса уртаса үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы, истребителдәр танкылар класына ҡарай.
СУ-100 1944 от 4 772 до 4 976 СУ-100 тәүге тапҡыр 1945 йылдың ғинуарында ҡулланыла, артабан СУ-100 Бөйөк Ватан һуғышының һәм Совет-япон һуғыштары операцияларында ҡатнаша, шулай ҙа уларҙың хәрби ҡулланышы сикләүле була.

Ауыр үҙйөрөшлө штурмлау орудиелары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
СУ-152 1943 670 СУ-152-ның хәрби дебюты 1943 йылда йәйгеһен курск алышында була, унда ул яңы немец ауыр танкыларына һәм САУ-ҙарына ҡаршы тороуҙа яҡшы яҡтан баһалана.
ИСУ-152 1943 2 825 Дөйөм алғанда, ИСУ-152 универсаль ауыр үҙйөрөшлө ҡулайламаның уңышлы өлгөһө булып тора.
ИСУ-122 1943 1 735 ИСУ-122 Бөйөк Ватан һуғышының йомғаҡлау этабындаҡеүәтле истребитель танкы һәм штурмлау орухиһы булараҡ киң ҡулланыла.
ИСУ-122С 1944 675 ИСУ-122С үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы ҡулланған бөтә урындарҙа ҡулланыла.

Эрзац-САУ-ҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
ЗИС-30 1941 около 90 Асыҡ типтағы еңел танкыларға ҡаршы САУ.
ХТЗ-16 1941 от 70 до 100 Ябай ауыл хужалығындағы ҡарышлауыҡлы тракторға оҡшаған, броняһы ҡалай менән ҡапланған, пушка һәм пулемёт менән ҡоралланған. Төп етешһеҙлектәре — түбән тиҙлек, бейек силуэт, хөрт бронялау, алышта насар күреү майҙаны һәм ҡуҙғалмаусан пушка.

Зенит үҙйөрөшлө ҡоролмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
БМ-8-24
БМ-8-24 (аҫта)
1942 ? Етештерелгән машиналар 1942-43 йылдарҙағы алыштарҙа ҡатнаша һәм ғәскәрҙәрҙә һәйбәт яҡлаулығы һәм үтә алыусанлығы арҡаһында «Катюша» менән сағыштырмаса яҡшы яҡтан баһалана.
БМ-13-16 1939 ? Катюша — БМ-8 (82 мм), БМ-13 (132 мм) һәм БМ-31 (310 мм) реактив артиллерияһы хәрби машиналарҙың рәсми булмаған атамаһы.

Реактив залплы ут системалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
сығарылған һаны
штуктарҙа
Иҫкәрмәләр
БМ-8-24
БМ-8-24 (аҫта)
1942 ? Сығарылған машиналар 1942-43 йылдарҙағы алыштарҙа ҡатнаша һәм, йөк машиналар базаһында булдырылған «Катюшалар» менән сағыштырмаса һаҡланғылығы һәм үтә алыусанлығы арҡаһында, ғәскәрҙәрҙә ыңғай ҡабул ителә.
БМ-13-16 1939 ? Катюша — БМ-8 (82 мм), БМ-13 (132 мм) һәм БМ-31 (310 мм) реактив артиллерияһы хәрби машиналарының рәсми булмаған атамаһы.

Бронеавтомобилдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
БА-27М Файл:Ba27ph7.jpg 1928 215 Сик буйы частарында булыу сәбәпле һуғышытың беренсе аҙналарында уҡ юҡҡа машиналарҙың күпселеге юҡҡа сыға. Б
ФАИ 1933 более 1 000 Бронеавтомобиль" Форд-А" (ФАИ) йәки ГАЗ-М1 (ФАИ-М) еңел автомобиль шассиһында эшләнгән.
БА-20 1936 2 114 1936 йылда ГАЗ-М1 еңел автомобиль шассиһында эшләнгән.
БА-3,
БА-6
1936 386 БА-3 һәм БА-6 ғәскәрҙәрҙә 1942 йылға тиклем осрай.
БА-30 1937 Ҙур булмаған серия етештерелгән.
БА-10 1938 3 413 Совет ғәскәрҙәре Халхин-Голда, совет фин һуғышында һәм Бөйөк ватан һуышының бөтә дауамында
БА-64 1942 9 110 БА-64 ГАЗ-64 тулы приводлы еңел автомобиле шассиһында эшләнгән. Бронеавтомобилде совет ғәскәрҙәре 1942 йылдың йәйенән башлап һәм һуғыш тамамланғанға тиклем бик әүҙем ҡулланалар, башлыса разведкалау машиналар сифатында, шулай уҡ пехотаға туранан-тура ярҙам күрһәтеү өсөн.

Аэросаналар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
НКЛ-16 1937 ? НКЛ-16 аэросаналары Бөйөк Ватан һуғышы фронттарҙа киң ҡулланыла, айырыуса 1941—1942 йылдың ҡышында. Улар оператив бәйләнеш, хәрби йөктәрҙе ташыу өсөн ҡулланылған, улар ярҙамында патруль, десант һәм хәрби операциялар башҡарылған. Десанттарҙы урындан урынға күсергән саҡта аэросаналар яугирҙарҙы бөтә ҡоралдары менән бортҡа алыуҙан тыш, махсус тростарҙа 18-20 саңғысыны һөйрәй.
НКЛ-26 1941[7] ? НКЛ-26 саналарҙың корпусы бронялы була, бындай броня пуляларҙан һәм ярсыҡтарҙан һаҡлауҙы тәьмин иткән һәм бер ДТ пулемёты менән ҡоралланған; 7,62 миллиметр калибрлы пулемёт түңәрәк атыу секторын тәьмин иткән. Саналарҙы М-11 двигатель хәрәкәткә килтергән, шундай уҡ двигатель ПО-2 самолеттарына ҡуйылған.
РФ-8-ГАЗ-98 1941 ? Аэросаналар Газ автомобилдәр заводы филиалында етештерелә.

Артиллерия тягачтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Сығарылған һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
Т-20 «Комсомолец» 1937 7 780 Т-20 тягачтары 1938 йылда Хәсән күле янындағы алышта Япония менән һуғышта, 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһы янында, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашалар.
T-26T 1937 211 Артиллерия тягачы T-26 базаһында төҙөлә.
Коминтерн 1934 568 Коминтерн Т-24 базаһында төҙөлә.
Ворошиловец 1939 1 123[8] «Ворошиловец» ауыр артиллерия тягачы Т-24 базаһында төҙөлә.
Сталинец-2 1939 1 275[9] С-2 теләһә нимәне һөйрәй алған: зенит пушаларынан гаубицаларға тиклем, шулай улар ҡыйратылған еңел һәм урта танкыларын ремонтҡа алып сыҡҡандар.

Ленд-лиз буйынса союздаштарҙан алынған танкылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрө Һүрәте Ҡоралланыуға
алынған
Тапшырылған танкылар һаны
(штуктарҙа)
Иҫкәрмәләр
Стюарт 1942 1 681 Икенсе донъя һуғышында «Стюарт» танкын АҠШғәскәрҙәре әүҙем файҙалана, шулай уҡ ленд-лиз программаһы буйынса байтаҡ һандарҙа Бөйөк Британияға, СССР-ға, Ҡытайға, Ирекле Франция һәм Югославия армияһы ғәскәрҙәренә ебәрелә.
M3 Ли 1942 ~ 1 300 Барыһы, төрлө варианттарҙа, МЗ танкыһы 6258 штук етештерелә. Яҡынса 2/3 етештерелгән M3 танкылар башҡа илдәргә тапшырыла, башлыса Бөйөк Британияға һәм СССР-ға.
Шерман 1942 4 248 Советтар Союзына төрлө варианттағы 4 248 «Шерман» танкыһы тапшырыла:

M4A2 — 1990 берәмек
M4A2(76)W — 2073 берәмек
M4A4 — 2 берәмек. Һынау поставкалары. Бензин двигателдәре арҡаһында заказдан баш тарталар.
M4A2(76)W HVSS — 183 берәмәк. 1945 йылдың май-июнь айҙарында тапшырыла, Европалағы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашмайҙар

Матильда 1 084 1943 йылда етештереү туҡтатылғанға тиклем Бөйөк Британияла барыһы 2 987 «Matilda II» танкыһы етештерелә, шул иҫәптән 1 084 дана ленд-лиз буйынса СССР-ға оҙатыла, 918 СССР-ға килеп етә (ҡалғандары юлда юҡ ителә).
Валентайн 1941 3 782 СССР 3782 танк ебәрелә, йәки бөтә етештерелгән «Валентайндарҙың» 46 %, шул иҫәптән Канадала етештергән бөтә машиналар тиерлек.
Черчилль 301 Икенсе донъя һуғышы осорондағы Бөйөк Британияның пехота танкы, ауырлығы буйынса ауыр танк.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]