Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы
Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 29 декабрь 1901 |
Тыуған урыны | Олокүл, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 июль 1996 (94 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Совет Рәсәйе |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы (29 декабрь 1901 йыл — 3 июль 1996 йыл) — ғалим-селекционер, БССР Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1950). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1957), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сабирйән Абдулла улы Ҡунаҡбаев 1901 йылдың 29 декабрендә Өфө губернаһының Олокүл ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә өс ҡыҙ һәм алты малай була. Дүрт йыл земство башланғыс училищеһында уҡый. Уны бик яҡшы тамамлап, Өфө мәҙрәсәһенә уҡырға инә.
Хәкимиә мәҙрәсәһендә уҡый. 1927 йылда К. А. Тимирязев исмендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай.
1927—1932 йылдарҙа Башҡортостан игенселек халыҡ комиссариатында; 1932—1955 йылдарҙа — Шишмә селекция станцияһында эшләй.
1956—1958 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары.
1958 йылдан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының ужым культуралары селекцияһы һәм беренсел орлоҡсолоҡ лабораторияһы мөдире.
Ҡунаҡбаев С. А. Башҡорт АССР-ында селекционерҙарҙың фәнни мәктәбен аса.
Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы 1996 йылдың 3 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987)
- Ленин ордены (1987)
- Октябрь Революцияһы ордены (1981)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1957)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963)
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991).
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҫҡа һабаҡлы йығылмай торған ужым арышы «Сулпан»; Ҡарабойҙайҙың «Шишмә» һәм «Дим» сорттарын, «Лютесценс-9» ужым бойҙайын һәм «Башҡортостан-1» ужым тритикале, бөтәһе 19 сорт сығара.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы уның исемендәге премия булдырған.
2010 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты «Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә» арыш сорты сығарған[1].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. Кунакбаев Мал золотник, да дорог //Наука в СССР, АН СССР. 1983, № 5;
- С. Кунакбаев «Селекция короткостебельных сортов озимой ржи» // Вестник сельскохозяйственной науки. 1984, № 2;
- С. Кунакбаев «Рождение сортотипа культурной ржи» (Secale cereale var vulgare Korn.).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Зерновое хозяйство России — Теоретический и научно-практический журнал 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2021)
- Антон Бочаров. Кунакбаев Сабирзян Абдуллович . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 11 июль 2016.
- Зиновьев А. Чулпан, Чишминская и еще 17 мгновений счастья Сабирзяна Кунакбаева.
- Самихов Х.И. Звезда утренней зари. — Уфа: БНИИЗИС, 1995.
- 29 декабрҙә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- Өфө өйәҙендә тыуғандар
- 3 июлдә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- К.А.Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы акададемияһын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ҡырмыҫҡалы районында тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар