Эстәлеккә күсергә

Савватеев Алексей Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Савватеев Алексей Владимирович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй[1]
Тыуған көнө 13 декабрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө математик, популяризатор науки
Эшмәкәрлек төрө математик модель[d], теория игр[d], алгебра һәм математическая экономика[d]
Эш урыны Мәскәү физика-техник институты[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Российская экономическая школа (РЭШ)[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] һәм иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Ғилми етәксе Полтерович, Виктор Меерович[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 157 000 ± 999
 Савватеев Алексей Владимирович Викимилектә
Математика маяҡтары: Евклидтан алып Галуаға тиклем
Популяр математика
Математик фекерләү принциптары

Савватеев Алексей Владимирович (13 декабрь 1973, Мәскәү) — Рәсәй математигы һәм математик иҡтисадта белгес, математиканы популярлаштырыусы. Физика-математика фәндәре докторы. Мәскәү физика техник институты профессоры[2][3], Адыгей дәүләт университеты профессоры[4], РФА Үҙәк иҡтисад-математика институтының төп ғилми хеҙмәткәре[5], «Балалар өсөн 100 математика дәресе» курсының авторы һәм төп лекторы[6], 2107-се Мәктәп Лекторийының ғилми етәксеһе[7], Нальчик ҡалаһында «Мин — математик» фәнни хәрәкәт етәксеһе[8][9]. Йәмәғәтселек башланғысында Дмитрий Пожарский Университетының ректоры булып эшләй[10]. Шул уҡ университетта проректор итеп тәғәйенләнә[11], Кавказ Математика үҙәгенең етәксеһе урынбаҫары[12].

Алексей Владимирович Савватеев 1973 йылдың 13 декабрендә Мәскәүҙә СССР уҡытыусыһы һәм инженеры ғаиләһендә тыуған. Әсәһе яғынан олатаһы — Исаак Лурье Александрович (1890—1956) — математик, В.В. Куйбышев исемендәге Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы Хәрби-инженер академияһының профессоры һәм юғары математика кафедраһы начальнигы[13]. 1990 йылда 57-се математика мәктәбен тамамлай[14], шунан һуң Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә, уны 1995 йылда отличие менән тамамлай[15]. Уҡыуын Рәсәй иҡтисад мәктәбендә (РЭШ) дауам итә, 1997 йылда уны ла отличие менән тамамлай.[15].

Рәсәй иҡтисад мәктәбен тамамлағас, РФА Үҙәк иҡтисад-математика институтында кесе ғилми хеҙмәткәр, бында 2003 йылда иҡтисад фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Моделирование лоббирования и коррупции в переходных экономиках» (специальность — 08.00.13 «математические и инструментальные методы экономики») темаһына диссертация яҡлай[16].

2005 йылда «һалым түләүҙән ҡасып йөрөү менән бәйле коррупцияны математик моделләштереү буйынса эше өсөн» Овсиевич исемендәге премия (II премия) лауреаты була[17].

Диссертацияны яҡлағандан һуң профессор Шломо Вебер саҡырыуы буйынса йыл ярымға Бельгияға эконометрика һәм операциялар тикшеренеү үҙәгенә китә. Рәсәйгә ҡайтып, һигеҙ йылға Рәсәй иҡтисад мәктәбенә эшкә урынлаша. 2008 йылдан РФА Үҙәк иҡтисад-математика институтының «АЛКОА» фонды профессоры була[18].

2013 йылда физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Задача многомерного размещения: теоретико-игровой подход» (специальность — 08.00.13 «математические и инструментальные методы экономики») темаһына диссертация яҡлай[19]. Шул уҡ ваҡытта 2009 йылдан 2016 йылға тиклем Иркутск дәүләт университетының Математика, информатика, иҡтисад институтында, шулай уҡ РФА Себер бүлеге Иркутск фәнни үҙәгенең Төбәк социаль һәм иҡтисад бүлегендә эшләп, даими Иркутск ҡалаһында йәшәй.

РФА Үҙәк иҡтисад-математика институтының математик иҡтисад лабораторияһында эшләй, Мәскәү физика техник институтында профессор[20][21], Иркутск дәүләт университеты (ИДУ) профессоры, Кавказ математика үҙәгенең етәксеһе урынбаҫары (КМЦ)[22].

2021 йылда РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙарға Яңы кешеләр партияһынан 219 бер мандатлы округтан кандидат булып күрһәтелә (Севастополь ҡалаһы).

Ике тапҡыр өйләнгән[23]. Биш бала атаһы — Михаил (2004), Галина (2005), Светлана (2011), Юрий (2014)[24] һәм Надежда (2020)[25].

Мәскәү Локомотивының көйәрмәне[26]. Православие динен тота[27].

Ағартыу эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылда «Математика для гуманитариев. Живые лекции» китабы өсөн «Тәбиғи һәм теүәл фәндәр» номинацияһында «Мәғрифәтсе» әҙәби премияһы финалсыһы була [28].

2020 йылда «Математика маяҡтары: Евклидтан алып Галуаға тиклем» проекты өсөн «Мәғрифәтсе. Digital» премияһының шорт-битенә эләгә[29].

Монографиялары
  1. https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/15140/
  2. Савватеев Алексей Владимирович — Кафедра анализа данных. Дата обращения: 8 ғинуар 2021. 2021 йыл 10 ғинуар архивланған.
  3. Алексей Савватеев: «Ферма, Эйлер, Гаусс: арифметическое наследие». Дата обращения: 8 ғинуар 2021. 2021 йыл 9 ғинуар архивланған.
  4. Факультет математики и компьютерных наук. Дата обращения: 8 ғинуар 2021. 2021 йыл 10 ғинуар архивланған.
  5. Савватеев Алексей Владимирович. Дата обращения: 8 ғинуар 2021.
  6. Дети и Наука. Дата обращения: 8 ғинуар 2021.
  7. В ШКОЛЕ №2107 ОТКРЫВАЕТСЯ НАУЧНЫЙ ЛЕКТОРИЙ ПОД РУКОВОДСТВОМ ПРОФЕССОРА А.В. САВВАТЕЕВА, ГБОУ Школа № 2107, Москва. Дата обращения: 8 ғинуар 2021. 2021 йыл 11 ғинуар архивланған.
  8. Известный математик Савватеев будет обучать учителей математики в Нальчике.ТАСС.Дата обращения: 8 января 2021.
  9. Для преподавателей олимпиадной математики | Электронная газета "Кабардино-Балкарская правда".www.kbpravda.ru.Дата обращения: 8 января 2021.
  10. Университет Дмитрия Пожарского. Дата обращения: 26 октябрь 2016.
  11. Университет Дмитрия Пожарского. Дата обращения: 26 июль 2020. 2020 йыл 26 июль архивланған.
  12. Команда центра — Кавказский математический центр. Дата обращения: 24 декабрь 2020.
  13. YouTube сайтында Утренний стрим с Савватеевым, от 16.10.2019 года.
  14. Выпускники. sch57.ru. Дата обращения: 25 октябрь 2016.
  15. 15,0 15,1 ЦЭМИ РАН — Сотрудники. А. В. Савватеев. mathecon.cemi.rssi.ru. Дата обращения: 27 октябрь 2016.
  16. Савватеев, Алексей Владимирович. Моделирование коррупции и лоббирования в переходных экономиках : автореф. дис. … канд. экон. наук : 08.00.13 / Центр. эконом.-мат. ин-т РАН (ЦЭМИ). — Москва, 2003. —24 с.
  17. СПб ЭМИ РАН. emi.nw.ru. Дата обращения: 29 октябрь 2016. Архивировано 29 октябрь 2016 года. 2016 йыл 29 октябрь архивланған.
  18. Профессор РЭШ Алексей Савватеев защитил докторскую диссертацию Архивная копия от 1 октябрь 2016 на Wayback Machine(недоступная ссылка) Проверено 22 февраль 2019.
  19. Савватеев, Алексей Владимирович. Задача многомерного размещения и её приложения: теоретико-игровой подход: автореф. дис. … д-ра физ.-мат. наук: 08.00.13 / Савватеев Алексей Владимирович; [Место защиты: Центр. эконом.-мат. ин-т РАН (ЦЭМИ)]. — Москва, 2013. — 26 с.
  20. Математические методы анализа экономики и финансов — МФТИ.mipt.ru.Дата обращения: 29 октября 2016.
  21. Онлайн-курс от МФТИ и Алексея Савватеева: теория игр для любых аудиторий.mipt.ru.Дата обращения: 29 октября 2016.
  22. Команда центра – Кавказский математический центр.Дата обращения: 2 декабря 2019.
  23. «Моя цель – заставить как можно больше людей сомневаться»: главный популяризатор математики в России о чудесах, теории игр и алкоголе. Дата обращения: 29 июнь 2021.
  24. Савватеев Алексей Владимирович. www.cemi.rssi.ru. Дата обращения: 18 март 2019.
  25. Новорожденная НАДЕЖДА АЛЕКСЕЕВНА САВВАТЕЕВА!!!!!! www.youtube.com.
  26. «Локомотив». Для всех. Алексей Савватеев.
  27. YouTube сайтында Савватеев без границ: знакомьтесь!
  28. Просветитель (премия) (рус.) // Википедия. — 2020-12-10.
  29. Дмитрий Левин. Объявлен шорт-лист премии «Просветитель.Digital». Дата обращения: 22 декабрь 2020.