Эстәлеккә күсергә

Садиҡов Михаил Ғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Садиҡов Михаил Ғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Илмырҙа, Иҫке Ҡамышлы ауыл Советы (Кушнаренко районы), Кушнаренко районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Садиҡов Михаил Ғәли улы (1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943) менән бүләкләнгән.

Садиҡов Михаил Ғәли улы 1906 йылда Башҡортостандың Кушнаренко районы Илмырҙа ауылында тыуа[1]. 1941 йылда Благовещенск район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 7-се гвардия корпусында элемтә отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә[2]. 1943 йылдың 16 ноябрендә күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].