Садиҡов Ғәйбрәсүл Ғәбит улы
Садиҡов Ғәйбрәсүл Ғәбит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1907 |
Тыуған урыны | Бүздәк районы, СССР |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Садиҡов Ғәйбрәсүл Ғәбит улы (рус. Садыков Гаибрасуль Габитович 1907 йыл — ?) — 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Садиҡов Ғәйбрәсүл Ғәбит улы 1907 йылда хәҙерге Башҡортостандың Бүздәк районында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Көньяҡ-Көнбайыш фронтта 112 кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкы ПТР взводының 2-се эскадронында командир ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1].
1942 йылдың 15 декабрендә ПТР взводы 2-се эскадроны командиры ярҙамсыһы Садиҡов Ғәйбрәсүл Ғәбит улы Аржановский районында һуғышта ПТР-ҙан дошмандың ике автомашинаһын юҡ итә һәм һуғыш яланынан яралы взвод командиры лейтенантты алып сыға, командалыҡты үҫ өҫтөнә ала һәм яугирҙәрҙе ҡыйыу рәүештә дошманға алып бара. Был батырлығы өсөн сержант Садиҡов «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. САДЫКОВ Гаи(й)брасуль Габитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Садыков Гайбрасуля Габитович. Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)