Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы
Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 5 апрель 1933 |
Тыуған урыны | Аҡкүҙ ауылы, Илеш районы |
Вафат булған көнө | 12 май 2009 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | йырсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы (5 апрель 1933 йыл — 12 май 2009 йыл) — йырсы, 1963—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) атҡаҙанған артисы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы Ғәлимова (Акрамова) 1933 йылдың 5 апрелендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Аҡкүҙ ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Уның ата-әсәһе бик иртә вафат булған. Әсәһе 19 йәшендә яҡты донъя менән хушлашҡан. Сажиҙәне өләсәһе һәм туған әбеһе ҡарап үҫтергән. Үҙенең мемуарҙарында Сажиҙә Ғәлимова былай тип яҙған: Аслыҡ йылдары булыу сәбәпле, уны Бөрө балалар йортона бирергә мәжбүр була туғандары. Иҫке Күктау ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Бөрө педагогия училищеһына уҡырға инә. Бөрө балалар йортонда ла уҡыған тигән фараз бар.
«Минең әсәйем бик һәйбәт йырлаған. Ҡыш көндәрендә ҡыҙҙар кис ултырған: йөн иләйҙәр, киндер һуғалар, бәйләйҙәр, үҙҙәренә бирнәлек әҙерләйҙәр. Әсәйем бик оҫта ҡуллы булған. Етен иләгән, шундай матур итеп, биҙәкләп, суҡлап ашъяулыҡ, таҫтамал һуҡҡан, ир-егеттәр күлдәктәре һәм үҙенә алъяпҡыс тегер өсөн материал әҙерләй торған булған. Шул ваҡытта, һөйләүҙәренсә, шундай ихласлыҡ менән йырлаған — дуҫ ҡыҙҙары хатта илай торған булған…»
Сажиҙә балалар йортонда роялдә көй сығарырға өйрәнә, йыш ҡына йырлай. Хорҙа солист итеп билдәләнә.
Сажиҙә өсөн балалар йортонда шәфҡәт туташы булып эшләгән Вера Лукьяновна Гладышева менән осрашыу бик тә мөһим була. Йылдар үткәс кенә Сажиҙә уның Бөрөгә һөргөнгә ебәрелгәнлеген белгән. Гладышеваның ирен, матур һәм һомғол командирҙы, Котовский менән хеҙмәт иткәне өсөн, 1937 йылда атҡандар. Апртабан Веранан улын тартып алып атаһының апаһына тәрбиәгә бирәләр һәм, «халыҡ дошманы» ҡатыны булғанлыҡтан, һөргөнгә оҙаталар. Вера Лукьяновна ла, Һәҙиә Дәүләтшина ла Сажиҙәнең шәхес булып өлгөрөүендә әһәмиәтле роль уйнаған.
Бөрө педагогия училищеһына уҡырға ингәс, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина менән таныша. Тап Һәҙиә Дәүләтшина ғына ҡыҙҙа китапҡа һөйөү уята. Уның хатта ярҙамсыл һәм изге күңелле Һәҙиә апайҙың пальтоһын кейеп төшкән фотоһы ла булған.
Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы бер нисә йыл ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
Өфө музыка училищеһының вокал бүлегенә саҡырыу иғланын гәзиттә күреп ҡала. Өфөгә килә һәм уҡырға инә. Ул үҙенә әсәләрсә ихлас мөнәсәбәттә булған күренекле педагог Миләүшә Мортазина класында уҡый. Уҡыған йылдарында уҡ һәләтле ҡыҙ радиола йырҙарын яҙҙыра һәм концерттарҙа ҡатнаша.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1963 йылдан – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Милли опера башҡарыусыһы булараҡ билдәле. Свердловск консерваторияһында һөнәри исем алған.
Ике йылдан Сажиҙәне, башҡа таланты йәштәр менән, Свердловскиға, Урал дәүләт консерваторияһына уҡырға ебәрәләр. Бында ла юғары профессиональ кимәлгә эйә ихлас күңелле уҡытыусыһынан, Нина Уткинанан, уңа ҡыҙ. Тап ошо консерваторияла ҡыҙ йырсы булып формалаша. Һуңғараҡ ул: «Нина Ивановна минең өсөн бик күп эшләне. Иҫ китмәле педагог, остаз ғына булып ҡалманы, дуҫым да, кәңәшсем дә булды. Беҙ уның менән минең диплом эшемде, Шәүрә партияһын, әҙерләнек…» - тип хәтерләне. 1963 йылдың июлендә, тыңлауҙарҙы уңышлы үтеп, йәш йырсы Өфөгә ҡайта һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эш башлай. Бында уның тәүге улы, Айраты, тыуа.
21 декабрҙә Заһир Исмәғилевтең «Шәүрә» операһының премьераһы була, һәм Сажиҙә унда бик ҡатмарлы төп ролде, Шәүрә ролен, башҡара. Урал консерваторияһы профессоры Ольга Ивановна Егорова етәкләгән дәүләт комиссияһы Өфөгә килә. Операға әҙерлек класы буйынса «отлично» билдәһе бер тауыштан ҡуйылған. Күренекле музыкант һәм дирижёр — Исай Альтерман. Ҡуйыусы режиссёр — Мәғәфүр Хисмәтуллин (шулай уҡ Күбәк партияһын башҡара).
...Операның төп конфликт сиселеше — геройҙарҙың мөхәббәте һәм азатлыҡҡа ынтылыуының ул осорҙағы мәрхәмәтһеҙ ғөрөф һәм йолалар менән бәрелешенең ҙур драматизм менән тулышҡан финал сәхнәһе. Ҡайғылы финал — Шәүрәнең һөйгәне Аҡмырҙа һәләк була, Шәүрә аҡылынан яҙа. Уның күңел торошо, ыҙалары хор вокализмының һәм симфоник оркестрҙың ҡеүәтле яңғырашында сағыла. Героиняның ҡайғыһы «эре планда» күренә: Сажиҙә Ғәлимова башҡарыуында илау арияһы тетрәндерә, әйләнә-тирәлә бар тәбиғәт, бөлгөнлөктә йәшәгән бөтә халыҡ Шәүрә менән бергә илай... Артистка башҡорт ҡатынының әсе яҙмышын күрһәтә, сағыу башҡара. Ни тиклем һыҙланыу уның йырында!
Премьераның икенсе көнөнә либретто авторы Баязит Бикбай йырсыға «Был китап Сажиҙә Ғәлимоваға - тәүге һәм ҡабатланмаҫ Шәүрәгә минең күңел бүләгем» тип яҙып, үҙенең «Аҡ сәскә» тигән китабын бүләк итә. 1964 йылда ул уҡыу йортон тамамлай.
Сирек быуат эсендә Сажиҙә Ғәлимова милли һәм классик репертуарлы ҡырҡ операла йырлап, 23 премьерала ҡатнаша.
Йырсының репертуарында башҡорт оперһы айырым урын биләй. Күп осраҡта ул милли театрҙа сағыу ҡатын-ҡыҙ образдарын тыуҙырған тәүге башҡарыусы ла булған. Йырсыға сағыу сәхнә темпераментын һәм драматик һәләтен берләштерергә, академик вокал үҙенсәлектәрҙең һәм башҡорт халыҡ йыры традицияларының гармоник берлегенә өлгәшергә кәрәк була. Һирәк осраған тауышы – матур, яҡты тембрлы лирик-драматик сопрано, интонация сафлығы, юғары актёрлыҡ оҫталығы уның башҡорт операларында башҡорт йырҙарын тел тейҙермәҫлек башҡарыуына булышлыҡ иткән. Уның Заһир Исмәғилевтең «Шәүрә», «Гөлзифа», «Урал илселәре», «Салауат Юлаев» операларында төп ҡатын-ҡыҙ ролдәрен башҡарыу кимәле әлегә тиклем оҫталыҡтың иң юғары нөктәһе тип һанала.
Шәүрәнән башҡа, Заһир Исмәғилевтең «Салауат Юлаев», «Ағиҙел тулҡындары», «Урал илселәре» операларындағы Әминә, Гөлзифа, Ҡуйһылыy, Хөсәйен Әхмәтовтың «Замандаштар»ында Гөлсөм, Рәүеф Мортазиндың «Дауыл» операһында Гөлйөҙөм образдары.
Ғәлимова музыкаль комедиялар һәм оперетталарҙа ла сығыш яһай. Заһир Исмәғилевтең «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында Назаны йырлай, Шамил Ҡолбарисовтың «Мөхәббәт килгәндә» опереттаһында уйнай. Сара Садиҡованың һәм Рәшит Ғөбәйҙуллиндың «Кейәүҙәр»ендә бер нисә партия башҡара. Ғәджибәковтың һоҡланғыс «Аршин мал-алан» музыкаль комедияһында — Гөлчохраны 150 тапҡырҙан артыҡ башҡара.
Күренекле йырсы һәм артист Ғабдрахман Хәбибуллин менән йырлау бәхете тейгән уға.
Совет композиторҙары операларында: Мураделиҙың «Октябрь» операһында төп партия — шәфҡәт туташы Маринаны башҡара, Владислав Успенскийҙың «Саламандрҙар менән һуғыш» эксперименталь памфлет-операһында «йәш эшлекһеҙ» ролен уйнай.
Джузеппе Вердиҙың «Аида» һәм «Иоланта» операларында төп партияларҙы, Пётр Чайковскийҙың «Евгений Онегин» һәм Римский-Корсаковтың «Батша кәләше» операларында Татьяна һәм Марфаны, Жорж Бизеның «Кармен» операһында Микаэланы, Даргомыжскийҙың «Һыуһылыу»ында Наташаны, Рахманиновтың «Алеко»һында Земфираны, Пуччиниҙың «Богема»һында Мимиҙы, Гуноның «Фауст»ында Маргаританы, Мусоргскийҙың «Борис Годунов»ында Ксенияны, Штраустың «Ярғанат»ында - Розалинданы, Фримль һәм Стодгардтың «Роз-Мари»һында — төп ролде йырланы.
Йырсы йыш ҡына Заһир Исмәғилевтең Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған «Тыуған ер», Хөсәйен Әхмәтовтың Рәшит Назаров шиғырына таянып яҙған «Мөхәббәт ул әйтерһең дә утлы йәшен» вокал циклдары, башҡорт композиторҙарының балладалары, йырҙары һәм романстары ингән концерт репертуары менән сығыш яһай. Нариман Сабитовтың Рауил Бикбаев шиғырына яҙған «Елдәр» романсын, «Уттар-минуттар»ын, «Ике йылға» балладаһын драматик көс урғылдырып йырлай. Башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы фондында Сажиҙә Ғәлимова башҡарған йөҙләп йыр һәм романстар һаҡлана. Ул шулай уҡ Заһир Исмәғилевтең Мостай Кәрим шиғырына яҙған «Үлемһеҙлек» вокаль-симфоник поэмаһында Әсә партияһын тәүге башҡарыусы ла. Был ҡөҙрәтле әҫәрҙәге «Әсә илауы» бер ҙә оноторлоҡ түгел.
Сажиҙә Ғәлимованың исеме театр менән гастролдәргә йөрөгән Ҡаҙан, Астрахань, Волгоград, Ижевск, Төмән, Горький (Түбәнге Новгород), Ульяновск һ. б. күп ҡалаларының музыка яратыусыларына билдәле булды. Йырсы театрҙың, Башҡортостан композиторҙар ойошмаһының ижади отчёт сығыштарында даими ҡатнашты. СССР Композиторҙар союзы съездары һәм пленумдарында сығыш яһаны. Ул Мәскәүҙә Кремлдең съездар һарайы һәм Ленинградтың «Октябрьский» концерт залы сәхнәләрендә Башҡортостан сәнғәтен күрһәтте, БАМ тимер юлын төҙөүселәре алдында йырланы. Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы Бөтә Союз радио һәм телевидениеһының Ҙур симфоник оркестры менән илле тапҡырҙан артыҡ йырлаған һәм йырҙар яҙҙырған. Уның йырҙары яҙылған күп пластинкалар сыҡҡан. "Мелодия" фирмаһы яңғыҙ башҡарыу йырҙарынан торған "Сажиҙә Ғәлимова" (1974) грампластинкаһын сығарған.
Ул бер нисә тапҡыр Рәсәйҙең опера йырсылары конкурстары дипломанты була.
Опера театрының ул саҡтағы директоры Сәлих Дәүләт улы Хөсниәров йырсы тураһында: «Ғәлимова мөләйем һәм көслө, бөтә регистрҙарҙа ла тигеҙ тауышҡа эйә. Уның тауыш тембры матур» тигән. Башҡорт опера театры Ленинградта сығыш яһағандан һуң, Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары М. Матвеев йырсы хаҡында: «Сажиҙә Ғәлимова Салауаттың ҡатыны Әминәнең шиғри һәм нәфис образын тыуҙырҙы. Йырсының тауышы көслө, һүҙ тейҙергеһеҙ саф, бигерәк тә юғары регистрҙа айырыуса яңғырауыҡлы. Уның башҡарыуында «Бишек йыры» бик хисләндерә» - тине.
Ленинградта Хөсәйен Әхмәтовтың «Замандаштар» операһының концерт вариантын башҡарыуҙа ҡатнаша йырсы. Заһир Исмәғилевкә Глинка исемендәге премия тапшырыу тантанаһында Останкинола, Үҙәк телевидениела, тотош бер бүлекте йырлай.
Минск режиссёры Ярослав Вощак Өфөлә Вердиҙың «Дон Карлос» oпepаһын ҡуйырға килә. Елизавета роленә биш солист тәғәйенләнә. Был бик ҡатмарлы партия, бында, оҫталыҡтан тыш, артислыҡ тәжрибәһе лә кәрәк була. Сажиҙә Ғәлимова ролде бер айҙа ятлай һәм башҡара. Финал сәхнә — вокаль яҡтан да, психологик яҡтан да иң ҡатмарлыһы. Композитор Корепанов-Камский, спектаклде ҡарағандан һуң: «Финал сәхнә һәм Сажиҙә Ғәлимованың үҙәк өҙгөс йырлауы тетрәндерә. Был донъя стандарттары кимәлендәге башҡарыу» тип баһаланы. Һәм испан короле Филипп II-нең тәкәббер хәләле королева Елизаветаның ҡатмарлы партияһы танылған йырсының театрҙағы һуңғы роле була.
Сажиҙә Ғәлимова 2009 йылдың 12 майында Өфөлә вафат була.
Театраль ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Танылған ролдәре: «Салауат Юлаев» операһында Әминә роле, «Ағиҙел тулҡындары»нда Гөлзифа, «Урал илселәре» операһында Ҡуйһылыу, 40-тан артыҡ роль башҡарғанм.
- Аида (Джузеппе Верди, «Аида» )
- Елизавета (Джузеппе Верди, «Дон Карлос»)
- Микаэла (Ж. Бизе, «Кармен»)
- Иоланта (П.И. Чайковский, «Иоланта»)
- Татьяна (П.И. Чайковский, «Евгений Онегин»)
- Марфа (Н.А. Римский-Корсаков, «Батша кәләше» )
- Бабариха (Н.А. Римский-Корсаков, «Салтан батша тураһында әкиәт»)
- Әминә (Заһир Исмәғилев, «Салауат Юлаев» )
- Шәүрә (Заһир Исмәғилев, «Шәүрә»)
- Наза (Заһир Исмәғилев, «Ҡоҙаса»)
- Гөлзифа (Заһир Исмәғилев, «Ағиҙел тулҡындары»)
- Гөлсөм ( Х.Ф. Әхмәтов, «Замандаштар», 1-се башҡарыу, 1969)
- Алтынай (М.Т. Түлебаев, «Биржан һәм Сара» )
- Ҡуйһылыу (Заһир Исмәғилев, «Урал илселәре», 1-се башҡарыу, 1981)
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1969 - Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы
- 1971 - «Почёт Билдәһе» ордены
- 1974, 12 декабрь - РФ-ның атҡаҙанған артисы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 август 2022)
- Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы Ғәлимова - Сазида Касимовна Галимова
- "Ватандаш" журналынан. От Шауры до королевы Елизаветы. Эльмира Мингазова 2021 йыл 5 май архивланған.
- Илеш тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы материалдарынан
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 5 апрелдә тыуғандар
- 1933 йылда тыуғандар
- Илеш районында тыуғандар
- 12 майҙа вафат булғандар
- 2009 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Башҡорт опера йырсылары
- Башҡорт опера һәм балет театры йырсылары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Урал консерваторияһын тамамлаусылар