Эстәлеккә күсергә

Ғариф Сайрани

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сайрани Ғариф битенән йүнәлтелде)
Ғариф Сайрани
Дин:

Ислам

Тыуыу выҡыты:

1791({{padleft:1791|4|0}})

Тыуған урыны:

Нуғай даруғаһы, Юрматы улусы, Моталлап ауылы

Үлеү ваҡыты:

1856({{padleft:1856|4|0}})

Ил:

Рәсәй империяһы

Ғариф Сайрани (17911856) — дин, суфыйлыҡ әһеле.

1791 йылда Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Моталлап ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Ишембай районы Һайран ауылы) тыуған.

Башта Моталлап (Һайран) мәҙрәсәһендә белем алғандан һуң Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә уҡый.

Һуңынан математика һәм фәлсәфә менән ҡыҙыҡһынып, был өлкәләге белемдәрен камиллаштырырға теләй. Ошоға бәйле ҡатай ырыуы вәкиле, Ҡорош ауылынан Низаметдин менән бергә Бохараға килә һәм ҡалалағы мәҙрәсәләренең береһендә белем ала башлай. Әммә Бохарала был фәндәрҙе өйрәнеүҙең бөлгөнлөккә төшөүен күреп, тыуған яғына Вәли муллаға хат яҙа һәм унда мәҙрәсәлә хөкөм иткән схоластикаға һәм дини фанатизмға кире ҡарашын белдерә: «Был илдәрҙә рациональ фәндәрҙән тик исем генә ҡалған, улар [шәкерттәр] мираждарҙың балҡышы менән яңылыш юлдан яҙҙырыла. Уларҙы ҡәтғи һығымтаға килтереүсе бер кем дә юҡ. Улар барыһы тураһында ла бәхәсләшә, әммә ниндәй яҡ һайларға белмәй юғала. Шәриғәт фәндәренә килгәндә, исем дә, асылы ла ҡалмаған. Сит илдә илгә сәйәхәт итеүемдең маҡсаты — был фәндәрҙе яҡшы белгән кешене табыу ине. Донъяла улар шул тиклем аҙ ҡалған». Ә Бохараның ул саҡтағы руханиҙарын Ғариф Сайрани түбәндәге һүҙҙәр менән һүрәтләй: «уларҙың башындағы сәллә тау кеүек күтәрелә, ә ғорурлыҡтары диңгеҙ кеүек сикһеҙ, әммә улар үҙҙәре наҙан һәм ике йөҙлө».

Яңы белемдәр артынан башта Гератҡа бара, һуңынан Ҡабул, Рей, Бағдад мәҙрәсәләрендә белем ала. Әммә унда ла уларҙы төшөнкөлөк көтә.

Тыуған яғына ҡайтҡас, Юрматы улусы мәҙрәсәһендә уҡыта. Шәреҡ фәлсәфәһе буйынса ғәрәп телендәге фәнни хеҙмәттәр авторы. Бер өлөшө «Ғакаид Нәфисә» китабында баҫыла, тағы бер яҙмаһы Ризаитдин Фәхретдинов, Морат Рәмзи, Шиһабетдин Мәржәни баҫмаларында донъя күрә.

  • Арсланов А. Н. Мировоззренческие взгляды религиозных реформаторов ислама конца XIX нач. XX в.в.: хрестоматия. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2018. — 146 с.
  • Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тарихи-биографик китап. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте, 2000. — 384 бит. ISBN 5-88185-014-9.