Эстәлеккә күсергә

Төпәев Салауат Харис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Салауат Төпәев битенән йүнәлтелде)
Төпәев Салауат Харис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 февраль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (100 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, журналист
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Төпәев Салауат Харис улы (18 февраль 1924 йыл — 16 март 2018 йыл) — ғалим-инженер-механик, журналист, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Техник фәндәр кандидаты (1962), доцент (1972). Журналистар союзы ағзаһы (1998). 1991 йылдан Башҡортостандың Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе, 2001 йылдан — почётлы президенты. СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999).

Салауат Харис улы Төпәев 1924 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны Төпәй ауылында[1] тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

1950 йылда Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң Өфө моторҙар эшләү заводында хеҙмәт юлын башлай.

1958 йылдан Мәскәү Авиация технологиялары һәм производствоны ойоштороу ғилми-техник институтында эшләй. 1962 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1967 йылдан — баш инженер.

1968 йылдан алып ҒТИ-ның Өфөләге Урал филиалы начальник урынбаҫары.

1962 йылда диссертация яҡлап, «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә эйә була. 1972 йылдан — доцент.

1970—88 йылдарҙа Өфө авиация институтында уҡыта.

1991 йылдан Башҡортостандың Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе, 2001 йылдан — почётлы президенты.

1995—98 йылдарҙа "Башҡортостан Республикаһы сәйәси репрессия ҡорбандарының хәтер китабы"н («Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан») әҙерләүсе эшсе төркөм етәксеһе урынбаҫары , 19962001 йылдарҙа йыйынтыҡтың баш мөхәррир урынбаҫары була.

Матбуғатта сәйәси репрессия ҡорбандары, уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында мәҡәләләр яҙа. Башҡорт антропонимикаһы буйынсаса бер нисә һүҙлек төҙөй: «Башҡорт фамилиялары» (2008), «Башҡорт исемдәренең мәғәнәүи һүҙлеге» (2010) һ.б.

1998 йылда Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзына ағза итеп ҡабул ителә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982).
  • 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999)
  • Тупеев С. Х. Камень гранит напомнит. Расстрелян безграмотный мужик // Трудный путь к правде / сост.: Г. Д. Иргалин, Н. П. Каменев. — Уфа, 1997. — С. 246—259.