Салауат автовокзалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат автовокзалы
Рәсем
Асыу датаһы 1974
Адрес Башкортостан, Салауат ҡалаһы, Үҙәк район, Өфө урамы, 33
Карта

Салауат автовокзалы — ҡала автовокзалы, Башҡортостан, Салауат ҡалаһы, Үҙәк район, Өфө урамы, 33 адресы буйынса урынлашҡан.

Салауат автовокзалы ҡала, ҡала-ара һәм ҡала яны автобустар бәйләнешен хеҙмәтләндерә. Ҡаланың көнбайыш өлөшөндә, ҡала үҙәгенән 300 м алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элек автовокзал ҡаланың төньяғында[1] — Беренсе Май урамының башында урынлашҡан булған. 1974 йылда типовой проект буйынса яңы 2 ҡатлы автовокзал төҙөлгән. Автовокзалда бөтә ҡала автобус маршруттары тап булыша.

Автовокзал бинаһында аҙыҡ-түлек магазины, кафе, сувенирҙар һәм матбуғат киосктары, касса, бәҙрәф, ярҙамсы биналар урынлашҡан. Кассанан билетте сәфәрҙән 14 көн алда һатып алырға мөмкин.

Автовокзал бинаһы артында автобус туҡталышы урынлашҡан.

Ҡала автобус маршруттары[2][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

№ маршрут Туҡталышҡа исем
1[3] Автовокзал — Баҙар — 1-се мәктәп — Тегеү фабрикаһы — Төҙөүселәр урамы — СПАТП (Монтажсылар урамы) — Олеся магазины — Стадион (Пархоменко урамы) — СМЗ поликлиникаһы — Чекмарев урамы — Элемтә үҙәге (Октябрь урамы) — Мебель магазины — Обелиск — 15-се мәктәп (Космонавтар бульвары) — Комфорт магазины (Аҡ техника) — Драма театры — Титаник (Губкин) — Училище — Калинин — Бекетов — Институт — Хирургия — Уют магазины (Ленинград) — 4-се магазин — Буратино (Островский) — Көнкүреш йорто — Аврора — Витта — МСЧ-20 — Чекмарев — СМЗ поликлиникаһы — Олеся магазины — СПАТП — Төҙөүселәр урамы — Тегеү фабрикаһының 1-се мәктәбе — Баҙар — Автовокзал
3 Автовокзал — Баҙар — 1-се мәктәп (Төҙөүселәр урамы) — Тегеү фабрикаһы — Төҙөүселәр урамы — Б. Хмельницкий урамы — СМЗ поликлиникаһы — Чекмарев урамы — Адонис магазины (Нефтселәр проспекты) — 33-сө магазин — Мебель — Элемтә үҙәге — Витта — Аврора — Кооператор — Көнкүреш йорто — 4-се магазин — Уют магазины — Хирургия — Институт — Бекетов — Калинин — Училище — Алтын быҙау магазины — Гүзәл кафеһы — Ортикон (Өфө-Калинин саты) — 8-се мәктәп, Ҡала һыу каналы — Автовокзал
5[4] Автовокзал — Өфө урамы — Киров урамы — Ленин урамы — С. Юлаев бульвары (Велес туҡталышы) — Островский урамы (Көнкүреш йорто туҡталышы) — Дуҫлыҡ магазины — Ленинград урамы — Губкин урамы — Институт — Калинин урамы — Алтын быҙау магазины — Островский урамы — Вита магазины — Обелиск — Банк — 33-сө магазин — Нефтехимик Мәҙәниәт йорто— Гагарин урамы (Ашхана туҡталышы) — Чапаев урамы (СМЗ поликлиникаһы) — 20-се магазин — Оранжерея туҡталышы — Төҙөүселәр урамы — Автовокзал
6[5] Автовокзал — Ленин майҙаны — Ленин урамы — С. Юлаев бульвары (Велес) — Төҙөүселәр поликлиникаһы — Сәскә магазины — Институт — Калинин урамы — Алтын быҙау магазины — Гүзәл кафеһы — Ленин урамы — Каруанһарай — Банк — 33-сө магазин — Нефтехимик Мәҙәниәт йорто — Мәжит Ғафури урамы — Төҙөүселәр урамы — Беренсе Май урамы (Автомәктәп туҡталышы) — Д. О. К. — Автовокзал
7 Автовокзал — Зыярат
8 Баҙар — Автовокзал — Өфө урамы — Киров урамы — Ленин урамы — С. Юлаев бульвары — Өфө урамы — Ленинград урамы — Островский урамы (Буратино) — Көнкүреш йорто — Аврора — Вита — Драма театры — Губкин урамы — Киров урамы — МСЧ-20 — Чекмарев урамы — Чапаев урамы (СМЗ поликлиникаһы) — 20-се магазин —Төньяҡ урамы— Өфө урамы — Баҙар
9 Баҙар — Автовокзал — Октябрьский урамы — Мебель — Элемтә үҙәге — 10-сы мәктәп — Губкин урамы — Драма театры — 17-се мәктәп — Алтын быҙау магазины (Калинин урамы) — Островский урамы — Садко — Кооператор — Көнкүреш йорто — Дуҫлыҡ — Ленинград урамы — Һыуғояр — Өфө урамы — Ленинград — Арфей — Эль Рам — Салауат Юлаев урамы — Гребешок — Ленин урамы— Сбербанк — Ленин — Каруанһарай — Банк (Ҡайынҡай) — Октябрь урамы — Өфө урамы — Водоканал — Автовокзал — Баҙар

Йәйге миҙгелдә өҫтәмә «Баҡса» автобус маршруттары индерелә[6]

Ҡала яны маршруттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Автовокзал бинаһында
  • Салауат — Даниловка — Сухаревка
  • Салауат — Нордовка
  • Салауат — Сытырман
  • Салауат — Йомағужа

Өлкә эсендә ҡала-ара маршруттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өлкә-ара ҡала-ара маршруттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Транзит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салауат автовокзалы

Салауат ҡалаһына яҡын — Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына һәр 10-15 минут һайын автовокзалдан автобус һәм маршрут таксиҙары йөрөй. Был йүнәлештәрҙә билет кассалары автовокзал эсендә. Стәрлетамаҡтан кире рейс маршрут таксиҙары — Үҙәк баҙарҙан ҡуҙғала.

Йәйге осорҙа Ағиҙел йылғаһы яғына баҡсаларға автобус рейстары ойошторола.

Өфөгә йөрөгән автобустар юл ыңғай Өфө аэропортына инеп сыға.

Салауат маршрут таксийында түләүҙәрҙе кондуктор башҡара. Кондуктор ишекте аса һәм яба, пассажирҙарҙан сәфәренең маҡсаты тураһында һораша.

Өфө ҡалаһының Көньяҡ автовокзалынан Салауат ҡалаһына һуңғы автобус 22 сәғәт 05 минутта юллана. Юл ыңғай Стәрлетамаҡҡа һәм Ишембайға һуғыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]