Эстәлеккә күсергә

Салищев Всеволод Эрастович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салищев Всеволод Эрастович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 30 март 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 ноябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим, уҡытыусы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Всеволод Эрастович Салищев (1886-1960) — хирургия өлкәһендә СССР ғалимы һәм педагогы, медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1935), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957).

Всеволод Эрастович Салищев 1886 йылдың 30 мартында Петербургта Император медико-хирургия академияһы профессоры Э.Г.Салищев ғаиләһендә тыуған. 1901 йылдан 1905 йылға тиклем гимназияла уҡый, Э.В. Салищев уҡыусыларҙың рөхсәтһеҙ союзы ҡатнашыусыһы була, 1905 йылда Мәскәү ҡораллы ихтилалында ҡатнашыуы һәм тыйылған әҙәбиәтте таратыуы өсөн ҡулға алыныуға дусар була.

1908 йылдан 1913 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетында уҡый, уны бишле билдәләренә генә тамамлай. 1913 йылдан 1932 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетында педагогик эш менән шөғөлләнә, 1913 йылдан 1917 йылға тиклем И.К. Спижарный етәкселегендә факультеттың хирургия клиникаһы ординаторы, 1917 йылдан 1932 йылға тиклем — факультеттың хирургия кафедраһы ассистенты.

1932 йылдан 1935 йылға тиклем Иваново медицина институтында педагогик эштә дөйөм һәм факультет хирургияһының мөдире вазифаһын башҡара. 1935 йылдан алып 1941 йылға тиклем 3-сө Мәскәү медицина институтында педагоик эштә факультеттың хирургия клиникаһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара. 1942 йылдан алып 1960 йылға тиклем фәнни-педагогик эштә Ленин орденлы 1-се Мәскәү медицина институтында эшләй, 1942 йылдан 1948 йылға тиклем — факультет хирургия клиникаһы кафедраһы профессоры, 1948 йылдан 1956 йылға тиклем — госпиталь хирургия клиникаһы мөдире, 1956 йылдан 1960 йылға тиклем — был институттың ғилми эштәр һәм укытыу буйынса директор урынбаҫары[1][2].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. Э. Салищевтың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге үпкәләрҙең һәм плевраның пуля яраларын, таз һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, ауырыуҙарҙы операция алдынан һәм операциянан һуң ҡарау, үт ташы ауырыуын дауалау тарихы, диагностикаһы һәм хирургик дауалау мәсьәләләре менән бәйле.

1935 йылда уға ғилми эштәре тупланмаһы һәм емешле эшмәкәрлеге өсөн медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһе һәм ғилми профессор исеме бирелә[3]. В. Э. Салищев етәкселегендә иллегә яҡын ғилми хеҙмәт яҙыла, ул Ҙур медицина энциклопедияһының икенсе баҫмаһының «Хирургия» мөхәрририәт бүлеге мөхәррире була[1][2].

Всеволод Эрастович Салищев 1960 йылдың 21 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була.

  • Повторительный курс общей гистологии (клетка, кровь, ткани) / Сост. студент Всев. Салищев. — 2-е изд., испр. и доп. — Москва : Студенческ. изд-во, 1916. — 100 с.
  • Холецистит и желчные камни / В. Э. Салищев (Из Фак. хирургич. клиники 1-го Моск. ун-та). — Екатеринослав : Журн. «Новый хирургич. архив», 1924. — 137 с.
  • Сто лет факультетской хирургической клиники I Московского ордена Ленина медицинского института / Проф. В. Э. Салищев. — Москва : Медгиз, 1946 (тип. «Кр. пролетарий»). — 31 с.
  • Вопросы частной хирургии: (Курс наиболее частых форм заболеваний, изучаемых в факультетской хирург. клинике) / Проф. В. Э. Салищев. — [Москва] : Изд. и тип. Медгиза, 1948. — 300 с.
  • Записки хирурга / Проф. В. Э. Салищев ; Ред. действ. чл. АМН СССР проф. А. Н. Бакулев. — Москва : Изд-во Акад. мед. наук СССР, 1951. — 68 с.
  • Вопросы частной хирургии. — 3-е изд., доп. и перераб. — Москва : Медгиз, 1952. — 316 с.
  1. 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 22. — 576 с.
  2. 2,0 2,1 Всеволод Эрастович Салищев / Хирургия // М.: 1961. — № 3 — С.138
  3. Салищев Всеволод Эрастович.Библиотека Ивановской медицинской академии.Дата обращения: 23 сентября 2020.