Эстәлеккә күсергә

Самарин Виктор Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Самарин Виктор Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 июнь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 август 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Себер дәүләт автомобиль-юл академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Самарин Виктор Сергеевич (13 июнь 1912 йыл — 8 август 1979 йыл) — төҙөүсе, СССР Сәнәғәт төҙөлөшө министрлығының Главбашстрой идаралығы «Башспецнефтестрой» тресы идарасыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Виктор Сергеевич Самарин 1912 йылдың 13 июнендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

Юғары белемле, 1937 йылда Себер автомобиль-юл институтын тамамлаған (Омск).

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1929 йылда Башҡорт АССР-ының Архангель урман хужалығында секретарь-хисапсы булып башлай, 1930—1932 йылдарҙа проект бүлеге секретары, эшселәр комитеты рәйесе, «Башжилдорстрой»ҙың кадрҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 1937 йылдан 1940 йылға тиклем Өфөлә «Союзтрансстрой» тресының прорабы, Өфө моторҙар эшләү заводының генераль планлаштырыу начальнигы, 28-се трестың өлкән прорабы булып эшләй. 1940—1945 йылдарҙа — өлкән прораб, 3-сө төҙөлөш тресының участка начальнигы була. 3-сө трестың баш инженеры булып эшләү йылдарында торлаҡ төҙөүҙә алдынғы, тиҙләтелгән ағым ысулын индерә, һөҙөмтәлә объекттарҙың төҙөү ваҡыты ҡырҡа ҡыҫҡара һәм уларҙың үҙҡиммәте кәмей.

1959 йылда В. С. Самарин СССР Сәнәғәт төҙөлөшөнөң Главбашстрой идаралығы «Башспецнефтестрой» тресы идарасыһы итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә монолит конструкцияларҙың йыйылма варианттарын эшкәртеү буйынса ҙур эш башҡарыла, һөҙөмтәлә етештереүҙең ҡеүәте градирняла 1,7 тапҡырға, резервуарҙарҙа — 1,95 тапҡырға, таҙартҡыс ҡоролмаларҙа 1,5 тапҡырға арта. Комплекслы механизациялау 98,1 процент тәшкил итә. Градирня төҙөлөшөнөң срогы 3 айға, резервуарҙарҙың — 4,5 айға, ә таҙартҡыс ҡоролмаларҙың — 8 айға кәмей.

Һигеҙенсе биш йыллыҡтың планын (1966—1970) бөтә технико-иҡтисади күрһәткестәр буйынса (1970 йылдың 6 октябренә) трест алдан үтәй. Хеҙмәт етештереүсәнлеге планда ҡаралған 47 процент урынына 49 процентҡа күтәрелә. Эш хаҡы 35 процентҡа арта, пландан тыш 2,2 миллион һум күләмендә килем алына. Етештереү планы 1970 йылда ваҡытынан алда — 15 декабргә үтәлә, пландан тыш төҙөлөш-монтаж эштәре 1 миллион һумға үтәлә.

Бөтә Союз социалистик ярыш һөҙөмтәләре буйынса тресҡа аҡсалата премиялар менән СССР Министрҙар Советы һәм ВЦСПС-тың, РСФСР Министрҙар Советы, Профсоюз Үҙәк комитетының, СССР Сәнәғәт төҙөлөшө министрлығының һәм Профсоюз Үҙәк комитетының Күсмә Ҡыҙыл байрағы 14 тапҡыр тапшырыла.

В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә социалистик ярышта юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн 1970 йылдың апрелендә «Башспецнефтестрой» тресы коллективы КПСС Үҙәк Комитетының, ВЦСПС һәм СССР Юғары Советы Президиумының Ленин юбилейы Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.

Биш йыллыҡтың планы заданиеларын үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 5 апрелендәге Указы менән Виктор Сергеевич Самаринға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Самарин Виктор Сергеевич 1979 йылдың 8 авгусында Өфөлә вафат була.

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (19)
  • Ленин ордены (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), «Почёт Билдәһе» ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән (1958).

Өфөлә Герой йәшәгән йортта мемориаль таҡта ҡуйылған.

Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Сергей Каргапольцев. Самарин Виктор Сергеевич. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 13 июль 2016.