Самауыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Семәрләнгән груша» самауыры. П. Н. Фомин вариҫтарының Тулалағы пар самауыры фабрикаһы. (1898—1919 йй.)

Самауыр — һыу ҡайнатыу һәм сәй әҙерләү өсөн ҡорамал. Тәүҙәрәк эсенә ағас күмере тултырылған бейек оҙон торба рәүешендәге усаҡ ярҙамында һыу ҡайнатыла. Аҙаҡ башҡа төрлө: кәрәсин, электр һәм башҡа төр самауырҙар барлыҡҡа килә. Хәҙерге ваҡытта электр сәйнүге һәм плитә сәйнүктәре уларҙы ҡулланылыштан тотошлайы менән ҡыҫырыҡлап сығарҙы тиерлек.

Самауырҙар классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге заман классификацияһында самауырҙар түбәндәге типтарға бүленә:

  • электр самауыры (һыу йылытҡыс элемент ярҙамында ҡайнатыла);
  • Ялҡынлы самауыр (синонимдар: күмер, ағас);
  • ҡатнаш.

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында яңы типтағы самауырҙар барлыҡҡа килә:

  • «Паричко» самауыры;
  • торбаһы ҡабырғаға урынлаштырылған еҙ самауыр (Черниковтар самауыры);
  • кәрәсин.

Кәрәсин самауырҙары бары тик Тулала ғына 1870 йылда асылған фабрикала сығарыла.

Һыу ҡайнатыу өсөн ҡорамал — самауыр тарихы [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бындай типтағы яйланмалар (приборҙар) Ҡытайҙа[1] күптән билдәле була, улар нәҡ эҫе һыу әҙерләү өсөн ҡулланылған. Ҡытай, шулай уҡ япон һыу ҡайнатыу һауыттары («хого», «цибати») самауырҙың төп конструктив билдәләренә эйә була: бер ҡоролмаға һыулы һауыт, күмер ҡыҙҙырыу өсөн мейес һәм һыулы һауыт аша үткән торба берләштерелә. «Самауыр ҡоролмаһы Иранда элек-электән билдәле. Әзербайжанда (Шеки районының Дашуст ауылы) үткәрелгән археологик ҡаҙылмаларҙа балсыҡ самауырҙар табыла, йәштәре 3600 йылдан да кәм түгел»[2]. Еҙ самауыр ҡалдыҡтары урта быуатттағы Волга буйы ҡалаһы (Бельджамен?; хәҙер — Дубовка) емереклектәрендә лә килеп сыға. Күрәһең, уны болғарҙар (монголдарға тиклем) етештергәндер[3]. Рәсәйҙә XVII быуаттан алып сәй өсөн эҫе һыу ҡулланыла башлай.

Эсемлектәрҙе һәм ризыҡты йылытыу өсөн Боронғо Рим йыһаздары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эсемлектәрҙе йылытыу өсөн төрлө ҡыҙыҡлы йыһаздар булған. Уларҙың береһе, иң күренеклеһе — аутепса — антик самауыр, бейек, муйынлы көршәккә оҡшаш һауытта ике һыйым була: береһе күмер өсөн, икенсеһе шыйыҡлыҡ өсөн. Ҡабырғалағы махсус тишек аша ҡыҙыу күмер һалына, шыйыҡлыҡ иһә сүмес яҙамында ҡойола һәм алына — аутепсаның һыу краны булмай. Эҫе көндәрҙә һауытҡа күмер урынына ҡалаға килтерелгән боҙ тултырыла, шыйыҡлыҡ шул рәүешле һыуытыла.

Камилыраҡ «самауыр» ҙа булған: уның урта өлөшөндә күмер һалыу һәм көлдө алыу, шулай уҡ һауа ағымы килһен өсөн аҫты рәшәткәле ҡыуыш урын ҡалдырыла. Ошо ҡыуышлыҡ менән самауырҙың стеналары араһына шыйыҡлыҡ тултырыла. Ҡапҡасын асҡанда ике һыйымды ла күререгә була — уртала ятҡан күмерҙе һәм уны уратып алған шыйыҡлыҡты. Ҡабырғаһына эшләнгән махсус киңәйткес аша «самауырға» һыу тултырыла, ошонан уҡ пар ҙа сыға.

Ризыҡты йылытыу өсөн төғөйенлөнгөн ҡулайлама эҫе ҡыҙҙырғысты хәтерләтә: ул ҡабырғалары ҡыуыш йәшниккә оҡшаш була, ҡыуышлыҡҡа күмер һалына, ә һауыттың эсенә шыйыҡлыҡ ҡойола. Бындай ҡоролма ҡыуыш йәшник төбөнә ҡуйылған һыйымдар менән тоташтырыла.

Рәсәйҙәге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйгә самауырҙы Петр I Голландиянан алып ҡайтҡан тигән легенда бар, ысынбарлыҡта иһә самауырҙар Петр батша үлгәндән һуң ярты быуат үткәс кенә күренә башлай. Рәсәйҙә тәүге самауыр Уралда эшләнә. Рәсәйҙә самауырҙың тыуған ере тип Тула иҫәпләнә, әммә тарихи факттар беренселектең Суксунда булыуын раҫлай. 1740 йылғы документтарҙа Суксун заводында етештерелгән 16 фунд ауырлығындағы, ҡурғаш менән ялатылған еҙ самауыр тәү башлап иҫкә алына. Ә тарихсылар Тула самауыры тураһындағы тәүге хәбәрҙең тик 1746 йылда ғына барлыҡҡа килеүен раҫлай. Шул уҡ ваҡытта самауырҙарҙы етештереү бер юлы ике ерҙә башланған, тигән фекер ҙә йәшәй — Суксун һәм Тула заводтары Демидовтыҡы булған, ә Демидовтарға оҫталарҙы бер урындан икенсе урынға күсереү бер ни тормаған…

Әле 1728 йылда уҡ Сенаттың махсус указы менән Урал заводтарына еҙ ҡашаяҡ етештереүҙе юлға һалыу тураһында күрһәтмә бирелә, уға ярашлы Суксун заводтарында еҙ ҡашаяҡ, аҙағыраҡ самауырҙар ҙа етештерелә башлай.

Хатта Суксунда нәфис тотҡалары антик амфора кеүегерәк итеп өҫкә табан йүнәлтелеп эшләнгән үҙенсәлекле формалағы самауыр барлыҡҡа килә. Самауыр Суксундың фирма билдәһенә һәм символына әйләнә.

XIX быуат башында заводта һәм урындағы ваҡ һөнөрселәр тарафынан йылына 60 000-гә тиклем самауыр етештерелә.

Баҡыр ятҡылыҡтарының ярылыланыуы заводта баҡыр етештереүҙе туҡтатыусы сәбәп була, һәм саҡ-саҡ был хәл кәсепте юғалтыуға килтермәй. Әммә баҡырсылар Демидовтарҙың һуңғы быуынына ҡарағанда үҙ кәсептәрен юғарыраҡ баһалай. Мәҫәлән, XIX йөҙ йыллыҡ уртаһында Суксунда самауырҙар һәм башҡа еҙ һауыт-һаба етештереү буйынса ваҡ кәсепселәр барлыҡҡа килә. Заводтың яңы хужаһы И. Г. Каменский, үҙенә реаль табыш килтерәсәген һәм заводта етештереүҙең түбәнәйеүе шарттарында эшселәргә эш хаҡы түләү мөмкинлеге тыуасағын аңлап, кәсепселәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына ала. Махсус келәт булдырыла. Унан баҡырсылар ябай ҡыҙыл еҙҙе һәм «йәшел еҙҙе» — латунде арзаныраҡ хаҡҡа һатып алыу йәки хатта уны кредитҡа алыу мөмкинлегенә эйә була.

1904 йылда Суксунда йылына 25 000 самауыр етештергән 50-гә яҡын ваҡ кәсепсе йорто була.

Рәсәйҙә (Тулала) самауырҙың тәүге тапҡыр документаль рәүештә теркәлеүе буйынса түбәндәгеләр билдәле. 1778 йылда Заречьелағы Штык урамында ҙур булмаған йортта ағалы-ҡустылы Иван һәм Назар Лисицындар, ҡалала тәүгеләрҙән булып, самауыр етештерә. Был кәсепкә уларҙың атаһы Федор Лисицын нигеҙ һала, ул ҡорал етештереү заводында эшләгәндә, буш ваҡыт табып, үҙ оҫтаханаһын булдыра һәм унда баҡырҙан төрлө әйберҙәр эшләп ҡарай.

1803 йылда уҡ уларҙа дүрт мещан, ҡорал етештереүсе ете белгес, ике ямщик, ун өс крәҫтиән эшләй. Барлығы егерме алты кеше. Был инде фабрика, уның байлығы 3000 һум тәшкил итә, килеме 1500 һумға етә. 1823 йылда фабрика Назарҙың улы Никита Лисицынға күсә.

Лисицындарҙың самауырҙары форма һәм биҙәлеш төрлөлөгө менән: чеканка һәм гравировкалы бәләкәй мискәләре һәм вазалары, йомортҡа формаһындағы самауырҙары, делфинға оҡшаған крандары, элмәккә оҡшаш тотҡалары менән дан ҡаҙана.

Самауыр етештереү ярайһы уҡ табышлы булып сыға. Ваҡ кәсепселәр — фабрикантҡа, оҫтаханалар фабрикаларға әйләнә.

1785 йылда А. М. Морозовтың самауыр йорто, 1787 йылда — Ф. М. Поповтың, 1796 йылда Михаил Медведевтың самауыр оҫтаханалары асыла.

1808 йылда Тулала һигеҙ самауыр фабрикаһы эшләй. 1812 йылда Василий Ломовтың, 1813 йылда — Андрей Курашевтың, 1815 йылда — Егор Черниковтың, 1820 йылда Степан Киселевтың фабрикалары асыла.

Василий Ломов ҡустыһы Иван менән бергә 1000−1200 дана юғары сифатлы самауыр етештереү менән киң билдәлелек ала. Ул заманда самауыр ауырлығына ҡарап һатыла: латундән булғанының бото 64 һумға, ҡыҙыл еҙ самауырҙың бото 90 һумға.

1826 йылда сауҙагәр Ломовтар фабрикаһы йылына — 2372, Никита Лисицын — 320 дана, ағалы-ҡустылы Черниковтар — 600 дана, Курашев — 200 дана, мещан Маликов — 105 дана, Минаевтың ҡорал етештереү оҫталары — 128 дана һәм Чигинский фабрикаһы 318 дана самауыр етештерә.

XIX быуаттың беренсе яртыһында көмөш алмаштарынан изделиелар етештерелә башлай. Уларҙы ҡаланың урта хәллеләре — буржуазия, чиновниктар, төрлө чиндағы интеллигенция һәм дворяндар ғаиләләре күпләп һатып ала.

Көмөш ҡатланған әйберҙе етештереү өсөн ҙур булмаған, бер үк үлсәмле ике пластина алына: ҡалынырағы баҡырҙан, үтә нәҙек кенәһе көмөштән була. Уларға бура онтағы һибелә, шунан берен береһенә һалып, ныҡ итеп беркетеп ҡуялар, артабан ҡып-ҡыҙыл булғансы ҡыҙҙыралар. Бура эреп көмөштө йомшарта, һәм ул баҡырға ныҡ итеп йәбешә. Көмөш менән ҡапланған еҙ пластинаны, һыуынғанын көтөп тормай, ике валек араһынан үткәрәләр. Айырым әҙерләнгән өлөштәр иретеп йәбештерелә, ә биҙәү өсөн штампыланған өҫтәмәләр йәбештерелә.

1840 йылдарҙа Рәсәйгә «икенсе рококо» тип йөрөтөлгән мода килә. Уға ҡабарып торған бай орнамент биҙәген төшөрөү хас. Самауырҙың нигеҙе, тотҡалары, өҫкө өлөшө һәм ситтәре семәрле үҫемлек ҡыяҡтары һәм сәскәле бордюрҙар менән биҙәлә. Бик матур итеп биҙәлгән ике ҡатлы батмусы ла була.

18801890 йылдарҙа Якобиның гальваник ялатыу принцибын асыуы никелләүҙең киң таралыуына килтерә. Уларҙың көмөш изделиеларға оҡшауы, һуңғыларының хаҡын төшөрә.

Батмусҡа ҡуйылған сынаяҡлы самауыр, XIX быуат аҙағы

1850 йылда Туланың үҙендә генә егерме һигеҙ самауыр фабрикаһы була, улар йылына йөҙ егерме мең дана тирәһе самауыр һәм башҡа еҙ әйберҙәр етештерә. Мәҫәлән, Я. В. Лялин фабрикаһы йылына ун мең дана, И. В. Ломов, Рудаков, ағалы-ҡустылы Баташевтар фабрикаларының һәр береһе етешәр мең дана самауыр сығара.

XIX быуат аҙағына самауыр күләмлерәк, ауыр, йыш ҡына тупаҫыраҡ төҫ ала бара.

Капырзин фабрикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туланың икенсе гильдия сауҙагәре Иван Федорович Капырзин 1849 йылда тыуған. Үҙенең самауыр фабрикаһын ул 1885 йылда Протопоповский һәм Логачевский (хәҙерге Плеханов һәм Степанов) урамдары сатында аса.

Капырзиндың фабрикаһы әллә ни ҙур булмай, 1890 йылда унда егермеләп кеше эшләй һәм йөҙгә яҡын төр самауыр сығара. Улар араһында «рококо», «ренессанс» стилендәге төрлө вазалар, ризыҡ бешереүсе, һүтелеүсе, магазиндар өсөн һәм башҡа типтағы самауырҙар була. Ҡулйыуғыстар, кофейниктар, һыу өсөн һыйымдар сығаралар. Табаҡлы латундән, еҙҙән, томпактан, аҡ металдан, мельхиорҙан, көмөштән, алтын ялатылған көмөштән һыу йылытҡыстар ҙа эшләйҙәр. Ябай самауыр тотҡалары һәм тотҡостары сәтләүек ағасынан йәки алмағастан, парадныйҙарға, ә юғары ҡатлам кешеләренә, батша ғаиләһенә бүләккә әҙерләнгән изделиеларҙа фил һөйәге ҡулланыла.

Фабрикала токарь, таҙартыу цехтары, изделиены ялтыратыу бүлексәһе, һалам һарайы була. Ташыу һәм һатыу өсөн самауырҙарҙы йәшниктаргә һаламға төрөп һалалар.

XX быуат башында һәр фабрикала тиерлек эшселәр тулҡынланыштары булып тора. Шунлыҡтан 1903—1905 йылдарҙа фабрика ҙур зыян күрә, ләкин 1907 йылда самауыр короле Капырзин фабрикала аҡса әйләнешен 60 мең һумға тиклем күтәрә ала. 1909 йылда уны Ҡала думаһы ағзаһы итеп һайлау Капырзин карьераһында иң юғары бейеклек була. 1912 йылға фабрикаһы яҡшы йыһазландырылған производство булып таныла. Унда 98 кеше эшләй, һәм йылына 60 мең самауыр сығарыла.

Капырзиндың дүрт улы һәм дүрт ҡыҙы була. Улдары Павел, Иван, Сергей һәм Николай бик иртә аталарына ярҙам итә башлай. 1913 йылда, Иван Федорович үлгәндән һуң, фабрика уларға күсә. Вариҫтар производствоны бүлгеләмәҫкә ҡарар итә һәм үҙ-ара килешеү төҙөй. Башында өлкән улдары Павел Иванович менән Иван Иванович торған «И. Ф. Капырзин вариҫтарының самауыр фабрикаһы» ширҡәте барлыҡҡа килә. Аталары үлгәндән һуң нәҫелде дауам итеүселәр бәхетһеҙлеккә осрап ҡына тора. Беренсе донъя һуғышында Көнсығыш Пруссияла 28 йәшлек Николай Капырзин үлтерелә. Кәүҙәһен Тулаға алып ҡайтып, Чулковола Дмитров зыяратында ерләйҙәр. Ҡәбер ташына яҙылған: «Тыуҙым, уҡыным, ә йәшәргә тура килмәне» — тигән эпитафияһы һаҡланған. Ә 1917 йылда 34 йәшлек Иван Капырзин ҡулға алына һәм атып үлтерелә.

Һуғыш йылдарында фабрика хәрби ҡорамалдар: сым, көрәктәр, противогаздар һәм уларға ҡаптар, башҡа кәрәк-яраҡ сығара. Ә 1917 йылдан фабрика «И. Ф. Капырзин вариҫтары фабрикаһы һәм Тулалағы КО ширҡәтенә» әүерелә. Тағы ла дүрт йылдан фабриканы националләштерәләр, һәм эшселәрҙең дөйөм йыйылышы ҡарары буйынса уға «В. Ленин исемендәге беренсе самауыр фабрикаһы» тигән исем бирелә.

1923 йылдың 13 ғинуарында «Коммунар» гәзите түбәндәгене яҙа: «Ошо көндәрҙә Ленин исемендәге самауыр фабрикаһына, элекке Капырзин фабрикаһына, Мәскәүҙең „Правда“ гәзите редакцияһынан тышына Ленин портреты төшөрөлгән биҙрә ярым һыу һыйҙырышлы самауыр эшләргә заказ бирелде». Ул ваҡытта фабрика өсөн был хәл оло хөрмәт була. Владимир Ильич портретын Туланың иң яҡшы граверҙарының береһе төшөрә. Мөғжизә — самауырҙы етештереү менән сит илдә лә ҡыҙыҡһыналар. Германия сауҙа даирәһенең үҙ иленә самауырҙар экспортлау мәсьәләләре менән шәғөлләнеүсе вәкиле Тулала булып китә.

Тейль фабрикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рейндгольд Эрдман Тейль Пруссиянан Тулаға 1840 йылдарҙа килә. 1870 йылда ул ҙур булмаған самауыр фабрикаһын аса. 1874 йылда фабрика пар фабрикаһы булып китә, биш йылдан фабрикала 24 һәм 36 ат көсөнә эйә булған ике пар двигателе эшләй башлай. Фабриканың төп продукты — самауыр деталдәре, уларға запас частар. Артабан Рейнгольд Тейле Саксонияла тыуған Берта Данневитҡа(Бенвицҡа) өйләнә.

1879 йылда Рейнгольд сауҙа һәм мануфактура департаментына үҙ самауырҙарына йәбештерергә теләгән келәймә өлгөһөн раҫлауҙы һорап прошение яҙа. Фабрика үҫә һәм яҡшы килем килтерә, 1883 йылда унда 50 кеше эшләй, һәм 75000 һумлыҡ тауар етештерелә. Фабрика төрлө сорттағы самауырҙар сығарып ҡына ҡалмай, ә башҡа төрлө хужалыҡ тауарҙарын да етештерә.

1880 йылдар уртаһында Тейле фабрикаһы тотошлайы менән яна. Хужаһы уны тергеҙә, әммә етештереү күләмдәре бик кәмей. Хәҙер инде фабрика Берта Густавовна Тейленеке була. Оҙаҡламай хәлде үтә лә мөшкөләйтә төшкән тағы бер янғын була. Р. Тейле, янғындан һәм фабриканы ремонтлағандан һуң 1891 йылда уны Александр Степанович Баташевҡа һата, үҙе яңы хужаға идарасы булып эшкә төшә.

1919 йылдың 31 мартында Б. Г. Тейле улдары менән Сауҙа йорто фабрикаһы националләштерелә.

Шыйыҡ яғыулыҡта эшләүсе самауыр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуат аҙағы — XX быуат башында яңы типтағы самауыр барлыҡҡа килә — кәрәсиндә эшләүсе, «Паричко» самауыры һәм Черниковтар фабрикаһының торбаһы ҡабырғынан ҡуйылған еҙ самауыр. Һуңғы самауырҙарҙағы ошо ҡулайлама һауа хәрәкәтен көсәйтә һәм һыуҙың йәһәтерәк ҡайнауына булышлыҡ итә.

Яғыулыҡ өсөн һауытлы кәрәсин самауырҙарын (пар самауырҙары менән бер рәттән) 1870 йылда рус подданныйы Рейнгольд Тейле асҡан фабрика сығара, бындай самауыр тик Тулала ғына етештерелә. Улар кәрәсин арзан булған ерҙә, бигерәк тә Кавказда ҙур һорау менән файҙалана. Кәрәсин самауырҙары сит илдә лә һатыла.

1908 йылда ағалы-ҡустылы Шахдат фабрикаһы һәм К°-ның пар фабрикаһы алынмалы көршәкле самауыр — «Паричко» самауырын сығара. Уны инженер А. Ю. Паричко уйлап таба, үҙ патентын Шахдат и К°-ға һата. Был самауыр янғын сығыу йәһәтенән хәүефһеҙ була, ғәҙәти самауырҙан айырмалы һыйымда һыу булмағанда уның торбаһы иремәй, һәм самауыр боҙолмай. Юғарынан һауа өрҙөртөү һәм тартым көсөн көйләү мөмкинлеген биргән ҡоролманың булыуы самауырҙағы һыуҙың оҙаҡ ваҡыт эҫе ҡалыуын тәьмин итә. Уны таҙартыу ҙа бик уңайлы була. Был самауыр күмерҙә, спиртта һәм башҡа яғыулыҡта эшләй.1908 йылда «Тульская молва» гәзите «Паричко» самауырын иң күренекле уйлап табыу тип атай. Музейҙа һаҡланған самауырға: «Паричко» самауыры. Ағалы- ҡустылы Шахдат һәм К° ширҡәтенең пар самауыры фабрикаһы донъялағы берҙән-бер производство" келәймәһе баҫылған.

1917 йылдағы революция үҙ төҙәмтмәләрен индерә. Был осорҙа самауыр сәнәғәте бөтөнләй эшләмәй тиерлек. 1918 йылда самауыр предприятиелары националләштерелә. 1919 йылда Тулала самауыр фабрикалары дәүләт берекмәһе барлыҡҡа килә. 1922 йылда Кольчугино ҡалаһында Беренсе дәүләт баҡыр эшкәртеү заводында (хәҙер Кольчуг-Мицар Сауҙа Йорто ЯАЙ-һы) самауыр етештереү юлға һалына.

Һуғышҡа тиклемге йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыштан һуңғы йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1937 йылда Тула патрон заводы бүленә, айырылған производство «Штамп» заводы тип атала башлай. Һуғыштан һуң ул Тулала самауыр сығарған берҙән-бер завод була.1956 йылдан «Штамп» заводы күмер самауырына алмашҡа килгән электр самауырын сығара башлай.

Һуңғы совет дәүере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сувенир самовары

1964 йылда «Штамп» заводында «Ясная поляна» самауыр-сувенирҙарын сығара башлайҙар. Әлеге мәлдә «Штамп» заводында самауыр музейы бар, унда дүрт йөҙҙән ашыу экспонат тупланған.

Торлаҡ йорттарға газ үткәреүгә бәйле самауыр әкренләп ҡулланылыштан сыға башлай. Иң тәүге сиратта күмер самауыры популярлығын юғалта, ә электр самауыры күпләп ҡулланылдыуын дауам итә.

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990 йылда Тулала Менделеевский урамында Кремль стеналары янында «Тула самауырҙары» музейы асыла.

Тула өлкәһе Щекин районының «Грумант» парк-отелендә Михаил Борщевтың шәхси антиквар самауырҙар коллекцияһы (төрлө дәүер, фабрикалар һәм география төрлөлөгө) күрһәтелә. Коллекцияла биш йөҙҙән ашыу экспонат бар[4].

2007 йылда Рязань өлкәһенең Касимов ҡалаһында «Рус самауыры» шәхси музейы асылды. Унда 280 тирәһе экспонат бар.

1990-сы йыл урталарынан, башлыса, Ҡытайҙа етештерелгән арзанлы, һыуы ҡайнағандан һуң автоматик рәүештә һүнеү функцияһы булған көнкүреш электр сәйнүктәре электр самауырҙарын ҡулланылыштан ҡыҫырыҡлап сығара.

2005 йылда Туланың патрон заводы эргәһендә ҡайтанан самауыр етештереү учаскаһы булдырыла. Участка йылытыу самауырҙарын авторҙың эксклюзив башҡарыуында, элекке оҫталарҙың эш алымдарын ҡулланып, берәмләп сығарыуҙы күҙҙә тота. Самауырҙар батмус һәм торба менән бер комплектта сығарыла.

Самауырҙың ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Самауыр деталдәре
8 — Конус кран

Формаларының төрлө булыуына ҡарамаҫтан, самауырҙар бер төрлө ҡоролған.

Һәр самауыр түбәндә аталған өлөштәрҙән тора:

  • Стенаһы (самауырҙың төп өлөшө, унда ҡайнатыу өсөн һыу ҡойола)
  • Көршәк (самауырҙың эске торбаһы, унда яғыулыҡ һалына: ҡарағай тубырсыҡтары, ботаҡтар, юнышҡы, күмер)
  • Түңәрәк (тимерҙән ҡойолған түңәрәк, ул стенаның өҫкө өлөшөнә ҡуйыла)
  • Муйынсыҡ (самауырҙың аҫҡы өлөшө)
  • Поддон (самауырҙың нигеҙе)
  • Тотҡалар
  • Репеёк (фигуралы пластина, ул кран ҡуйыла торған урынға беркетелә)
  • Ботаҡ (кран тотҡаһы, ул төрлө формала һәм декоратив биҙәктәр менән булырға мөмкин)
  • Конус кран
  • Төбө
  • Пар сығарғыс (һыу ҡайнағанда парҙы сығарыу өсөн самауыр ҡапҡасына уйылған бәләкәй тишек)
  • Подшишки (ағас тубырсыҡтарын беркетеү өсөн ҡаҙаҡтар)
  • Камфарка (сәй бешереү сәйнүген ултыртыу һәм камфарка ҡапҡас менән ябылған осраҡта һауа ағымын булдырыу өсөн ҡулайлама)
  • Түбәсәй (торбаны ябыу өсөн бәләкәй ҡапҡас)

Шулай итеп, самауыр — усаҡтан камфаркаға тиклем вертикаль рәүештә торба үткән, стеналары йоҡа, бөтөн һауыт. Түбәндә торба киңәйә. Усаҡ самауырҙың түбәнге өлөшөнә, өҫтәлдән юғарыраҡ беркетелә. Был самауырҙың тигеҙ ултырыуын һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Усаҡты уратып алған рәшәткә аша торбаға һауа ағымы үтә һәм, тартыу көсөн булдырып, тәбиғи рәүештә өҫкә күтәрелә. Самауыр төбөнән саҡ ҡына юғарыраҡ кран урынлаша. Ауыл өйҙәрендә тартыу көсөн булдырыу өсөн самауыр торбаһы «Г» хәрефенә оҡшаш өҫтәмә торба менән мейескә тоташтырыла. Әгәр яғыулыҡ йәки көн дымлы булһа, самауырҙы бөркөтөргә кәрәк була. Бының өсөн самауыр нигеҙендәге рәшәткә аша йәки торбаға итек ҡунысын кейҙереп өрҙөртөргә мөмкин. Һыу ҡайнай башлау алдынан, камфаркаға сәй бешереү сәйнүге ултыртыла. Тартыу көсө кәмеңкерәй. Һыу ҙа әкренләп ҡайнай, бәләкәй сәйнүктәге сәй ҙә бешә.

Сәнғәттә самауыр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Т. Е. Мягков. «Ғаилә сәй өҫтәле артында». 1844
Б. М. Кустодиев. «Сәүҙәгәр ҡатыны сәй эсә». 1918

Күпселек авторҙар самауырҙы, йорт йәме һәм ғаилә усағы булараҡ, күңеленә яҡын ҡабул итә. «Ут тоҡандырылыу һәм байрамға йышып таҙартылған самауыр шыжлай башлағас, Алексея Степановичтың бүлмәһендә лә күңелле һәм йымле булып китте» — тип уҡыйбыҙ Л. Н. Андреев әҫәрендә. «Беҙҙең бәләкәй генә бүлмәбеҙҙә, самауыр янында, үҙебеҙҙекеләр менән ултырыр инем; шул тиклем йылы, рәхәт, бөтә нәмә таныш булыр ине» — Ф. М. Достоевскийҙың «Ярлы кешеләрендә» Варвара Алексеевна йортонан айырылыуын ошондай һүҙҙәр менән хәтерләй. Хатта самауыр сығарған тауыш та һоҡланғыс, күңелгә яҡын күренә: «Нәҙек нәфис тауыш менән самауыр йырлай» (А. Н. Толстой), «… самауыр әкрен генә гөрөлдәүен дауам итте» (Ф. А. Соллогуб), «…ҡайнар самауыр йәм биреп шаулап ултыра ине» (Н. Г. Гарин-Михайловский).

Самауыр ниндәйҙер дәрәжәлә ысын урыҫ булыу, миллилек символы ла була ала. «Хлестаков, ә Яго түгел — бына кем беҙҙең вәкил, һәм, минеңсә, әҙәбиәттә лә, шулай уҡ бөтә донъяла, самауыр кеүек, берҙән-бер ҡиммәтебеҙҙе сағылдыра: кофейниктар, тей- машиналар бар, ә ысын самауыр тик беҙҙә генә» — тип яҙа Л. Н. Андреев «Москва. Мелочи жизни» (1901—1902) очеркында.

Самауыр көнкүрештә үтә кәрәкле генә түгел, ә үтә лә ҡиммәтле ҡашаяҡ та, һәм күп кенә әҫәрҙәрҙә самауырҙы урлау темаһы сағылдырыла. «Эй, иҫәр түгелме инде был Вафля! Ошоға тиклем өҫтәлдән алмаған! Самауырҙы урлап ҡуйыуҙары ихтамал бит…» — тип зарлана Юля А. П. Чеховтың «Албаҫты» пьесаһында. Л. Н. Толстойҙың «Йәкшәмбеһендә» полковник «көмөш самауырҙы урлауҙың мәҙәк бер осрағы» тураһында һөйләй. Күп кенә яҙыусы-сатириктарҙың әҫәрҙәрендә самауыр урлау телгә алына.

Балалар әҙәбиәтендә самауырға йән индерелә, ул аҡыллы һәм киң күңелле, сәйгә саҡыра (С. Г. Писахов. «Самоваров ғаиләһе», К. И. Чуковский «Федора ҡайғыһы»), әммә ялҡауҙарға сәй яһауҙан баш тарта (Д. Хармс «Иван Иваныч Самауыр»).

Күп һанлы рус жанр живописе әҫәрҙәрендә самауырҙы күрергә була. Айырыуса самауыр янында сәй эсеүҙе һүрәтләгән полотноларҙан тотош бер галерея булдырған Б. М. Кустодиевы атап үтергә мөмкин: «Террассала» (1906), «Сәй табыны» (1913), «Сәүҙәгәр ҡатыны сәй эсә» (1918), «Сәүҙәгәр ҡатыны балконда» (1920), «Сәй эсеүсе сәүҙәгәр ҡатыны» (1923), «Провинцияла көҙ. Сәй табыны» (1926) һәм башҡалар. Башҡа танылған картиналар араһында В. Г. Перовтың «Мәскәү янындағы Мытищала сәй табыны» (1862), К. А. Коровинаүдың «Сәй өҫтәле артында» (1888), К. Е. Маковскийҙың «Сәй эсеү» (1914), К. С. Петров-Водкиндың «Самауыр янында» (1926), В. Ф. Стожаровтың «Самауыр янында» (1956) әҫәрҙәре. Йыш ҡына самауырҙы натюрморттарҙа (мәҫәлән, П. П. Кончаловскийҙа — Натюрморт. Самауыр (1917)), шул иҫәптән хәҙерге заман рәссамдары картиналарында ла осратырға була.

Почта маркаларында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иранда самауырҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Самауыр мәҙәниәтендә Иранда ла самауырҙың булыуы билдәле, һәм эмигранттар бар ерҙә лә уны һаҡлай. Самауырҙар Иранда кәм тигәндә ике быуыт ҡулланыла, ә электр, газ йәки шыйыҡ яғыулыҡта (нефть яһыулығы) эшлә-се самауырҙар әле лә бөтә ерҙә ҡулланыла. Фарсы телендә самауыр samāvar (سماور) тип әйтелә. Самауыр етештереүҙә Иран оҫталары фарсы сәнғәте элементтарын ҡулланған. Ирандың Боруджерд ҡалаһы төп самауыр етештереү үҙәге булған, бер нисә оҫтахана әле булһа ҡулдан самауыр эшләү менән шөғөлләнә. Боруджер самауырҙарын етештергәндә немец көмөшө һәм сәнғәттә билдәле булған Varsho-Sazi йүнәлеше элементтары ҡулланыла. Был самауырҙар — Иран сәнғәтенең типик вәкилдәре, улар йыш ҡына Иран һәм сит ил музейҙары күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Фотографиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Живописта самауыр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Российский гуманитарный энциклопедический словарь: В 3 т. — М.: Гуманит. изд. центр ВЛАДОС: Филол. фак. С.-Петерб. гос. ун-та, 2002
  2. Древняя история самовара
  3. Мухамадиев А. Г. Новый взгляд… — Казань: Татар. кн. изд-во, 2011.- С.43.
  4. Старинные самовары в коллекции Михаила Борщева

Wikibooks-logo-ba.svg Викидәреслектә

Самауыр тураһында йомаҡтар бар

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]