Самодий телдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Самодий телдәре
Таксон

тармаҡ

Тарихи тыуған иле

Урта Обь һәм Йәнәсәй йылғалары араһындағы тайга

Ареал

Себер

Телде белеүселәр һаны

23 117

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Урал ғаиләһе телдәре

Состав

төньяҡ төркөм, көньяҡ төркөм

Бүленгән ваҡыты

осорҙар сиге

Процент совпадений

51-60 %[1]

Телдәрҙең кодтары
ISO 639-2

ISO 639-5

syd

Самоди́й телдәре — урал тел ғаиләһе составына ингән телдәр төркөмө.

Классификацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII быуатта (яҡынса; штриховка) һәм XX быуат аҙағында (тулы буяулы фон) самодий телдәренең географик таралыуы

Самодий телдәре составында түбәндәге төркөмдәр айырыла:

  • төньяҡ:
    • ненец (ненецтар (юрактар теле)) — 21 926 һөйләшеүсе[2]
    • нещанский (язык лесных ненцев (неша, пяк) — 1000 говорящих[3]
    • энец (энецтар (енисейских самоедтары) теле) — 43 һөләшеүсе[2]
    • нганасан (нганасандар (тавги) теле) — 125 һөйләшеүсе[2]
    • юрак †
  • көньяҡ:
    • селькуп (селькуп (остяк-самоедтар) йәки хант теле) — 1023 һөйләшеүсе[2]
    • саян самодийҙарының юҡҡа сыҡҡан телдәре:
      • матор †
      • тайгий †
      • карагас †
      • камасин †
      • койбаль †
      • сойот †

Самодий телдәрен һаҡлау һәм тергеҙеү мәсьәләләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә ҡайһы бер мәктәптәрҙә самодий телдәрен уҡытыу фәне булараҡ алып барыла.

«Финляндия-Рәсәй» йәмғиәте Рәсәй педагогтарына «тел оялары» системаһы буйынса самодий (һәм фин-уғыр) телдәрен уҡытыуҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә, әммә был методика менән бәйле проблемаларҙың береһе - уны ҡулланыу өсөн юғары квалификациялы белгестәрҙең - педагогтарҙың да, шулай уҡ методистарҙың да талап ителеүендә.[4], улар етмәй. Финляндияның Саам төбәгендә «тел оялары» программаһы етәксеһе Анника Пасанен фекеренсә, балалар телде тәбиғи рәүештә һәм ҡыҙыҡлы булған осраҡта ғына тиҙ һәм һөҙөмтәле өйрәнә ала. Шуға күрә милли аҙсылыҡ телдәрен мәктәпкәсә учреждениеларҙа, шулай уҡ мәктәптәрҙә лә һаҡларға һәм тергеҙергә мөмкин. Рәсәйҙә аҙ һанлы милләттәр йәшәгән күп кенә райондарҙың мәктәп программаларында туған телде өйрәнеүгә бүленгән аҙнаһына ике сәғәт, Пасана фекеренсә, телдәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн, бөтөнләй етмәй, ә мәктәптә туған телдең түбән статусы, уның һүҙҙәренсә, балалар өсөн «туған телдә концертта йырларға мөмкин, әммә белем биреү, цивилизация теле булып рус теле тора» тигән аныҡ сигнал аша еткерелә[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (PDF) Проблема язык или диалект и самодийские языки | Yuri Koryakov - Academia.edu. Дата обращения: 30 июль 2019. Архивировано 1 май 2019 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Перепись-2010. Дата обращения: 3 февраль 2016. Архивировано 6 октябрь 2021 года.
  3. Ненецкий лесной язык (рус.) // Википедия. — 2019-07-13.
  4. 4,0 4,1 Анника Пасанен: «Языковые «гнезда» для саамов Финляндии работают и в школах, этот опыт необходимо применить в России» Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine // Сайт Информационного центра Finugor. — 3 октября 2011. (Тикшерелеү көнө: 23 ноябрь 2011)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • [ Самодийские языки] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Ҡалып:Уральские языки Ҡалып:Самодийские языки