Санкин Алексей Вячеславович
Алексей Вячеславович Санкин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Мәскәү, РСФСР |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Сайт | |
Алексе́й Вячесла́вович Са́нкин (1 ноябрь 1958 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары. Төп маҡсаты булып Рәсәй халыҡ уйынсыҡтарын популярлаштырыу булған Мәскәү ҡалаһындағы «Забавушка» интерактив халыҡ уйынсығы балалар музейының нигеҙләүсеһе һәм директоры[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алексей Вячеславович Санкин 1958 йылдың 1 ноябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Юғары белемде В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия университетында «Тарих» һөнәре буйынса ала. 1980-се йылдарҙа ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитетында эшләй. 1990-сы йылдарҙа Санкин төрлө социаль проекттар менән шөғөлләнә һәм тиҙҙән үҙенең әүҙем эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлай. Уның атаһы халыҡ уйынсыҡтарын коллекциялау менән ҡыҙыҡһынған һәм ул вафат булғандан һуң был коллекция балалар музейын асырға сәбәп булып торған. Башта спонсор аҡсаларын алып Алексей Санкин балалар өсөн интерактив элементтар менән күргәҙмә ойоштора. Күргәҙмә уңыш яулай һәм ул эшмәкәрлекте дауам итергә этәргес көс бирә[2].
Алексей Санкин музейҙы 1998 йылда «Традиция» халыҡ сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте булараҡ аса[3]. 2002 йылдың 12 февралендә Рәсәй Федерацияһының ун биш субъектарынан 20 кәсеп вәкилдәре Санкин үткәргән күргәҙмәлә ҡатнашалар. Шул уҡ йылдың 5 сентябрендә социаль эшҡыуарҙың инициативаһы буйынса «Халыҡ уйынсығының әйләнеп ҡайтыуы» (рус. «Возвращение народной игрушки») мәрхәмәтлелек акцияһы уҙғарыла[4]. 2008 йылдың 16—18 сентябрендә Алексей Санкин менән ойошторолған музей «Кремль — балаларға» фестивалендә ҡатнаша[5].
2013 йылдың 17 майында Алексей Вячеславович Санкин Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһында уҙғарылған «Мәскәү өлкәһенең халыҡ кәсептәре: кисә, бөгөн, иртәгә» (рус. «Народные промыслы Подмосковья: вчера, сегодня, завтра») исемле түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша[6].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Минашкина, Елена Народная игрушка дарит крылья . Московская правда (16 октября 2012). Дата обращения: 14 июнь 2015. Архивировано 30 апреля 2015. 2015 йылдың 30 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Московская А. «Развитие профессиональных знаний на стыке профессий: опыт социального предпринимательства», 2010
- ↑ Московская, 2013, с. 141
- ↑ Русские игрушки побеждают покемонов. — День, 2002. — № 9.
- ↑ Информация о регистрации участия . Научно-методический центр «Московский областной колледж искусств» (16 сентября 2008). Дата обращения: 14 июнь 2015.
- ↑ Круглый стол «Народные промыслы Подмосковья: вчера, сегодня, завтра» (17 мая 2013). Дата обращения: 14 июнь 2015.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Коллектив авторов. Глава 5. Четыре истории социальных предприятий // Социальное предпринимательство в России и в мире. Практика и исследования / Редактор Московская А. А., рецензент Чепуренко А. Ю.. — Высшая школа экономики, 2013. — С. 140-148. — 286 с. — ISBN 5759808834.