Сапронов Николай Сергеевич
Сапронов Николай Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 сентябрь 1937 |
Тыуған урыны | Владивосток, Приморская область[d], Дальневосточный край[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 29 июнь 2019 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Сергей Викторович Аничков[d] |
Ойошма ағзаһы | Российская академия медицинских наук[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сапронов Николай Сергеевич (11 сентябрь 1937 йыл — 29 июнь 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй фармакологы, ИЭМ почетлы докторы[1], РМФА ағза-корреспонденты (1999), РФА ағза-корреспонденты (2014).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Сергеевич Сапронов Владивостокта 1937 йылдың 11 сентябрендә тыуған.
1962 йылда Ленинград санитар-гигиена медицина институтын тамамлай, аҙаҡ Ырымбур өлкәһенең бер сиҙәм районында 2 йыл баш санитар врачы булып эшләй.
1964 йыл — Эксперименталь медицина институтының аспирантураһына уҡырға инә (ғилми етәксеһе — фармакология академигы, СССР МФА академигы С. В. Аничков), ә 1968 йылда — кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм ИЭМ фармакология бүлегендә эшкә ҡалдырыла, бында кесе ғилми хеҙмәткәрҙән алып эксперименталь фармакология лабораторияһы етәксеһенә тиклем юл үтә (1985 йыл) һәм артабан институттың фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары (1990), ә 1995 йылдан алып — академик С. В. Аничков исемендәге нейрофармакология бүлеге етәксеһе, 2009 йылдан алып 2010 йылға тиклем — институт директоры вазифаһын башҡарыусы, 2011 йылдан алып тормошоноң аҙағына тиклем — нейрофармакология бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре.
- 1980 йылда — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
- 1992 йылда — профессор дәрәжәһе бирелә.
- 1999 йылда — РМФА ағза-корреспонденты.
- 2014 йыл — РФА ағза-корреспонденты.
2019 йылдың 29 июнендә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нейроэндокринология һәм нейрофармакология өлкәһе белгесе.
Нервы системаһын һәм эске ағзалар ауырыуҙарын коррекциялау өсөн яңы нейротроп саралар эҙләй һәм тикшерә.
520-нән ашыу фәнни эштәр авторы, улар араһында 11 монография һәм китаптар авторы, төрлө ауырыуҙарҙы дауалауҙа яңы ысул һәм дарыу препараттарына 16 патент алған.
Уның етәкселегендә 5 фән докторы һәм 16 фән кандидаты әҙерләнгән.
Монографиялары:
- «Фармакология гипофизарно-надпочечниковой системы» (1998);
- «Гормоны гипоталамо-гипофизарно-тиреоидной системы и мозг» (2002);
- «Гормоны гипоталамо-гипофизарнонадпочечниковой системы и мозг» (2005).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996)[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Почетные доктора ИЭМ . iemspb.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 02.05.1996 № 634 . kremlin.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Николая Сергеевича Сапронова РФА рәсми сайтында