Саптаръянов Әхмәтвәли Ғәзизйән улы
| Саптаръянов Әхмәтвәли Ғәзизйән улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1915 |
| Тыуған урыны | Аҡназар, Аҡъюл ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы |
| Вафат булған көнө | 8 май 1975 |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | рядовой |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Хәрби подразделение | 112-се Башҡорт атлы дивизияһы |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Саптаръянов Әхмәтвәли Ғәзизйән улы (рус. Саптарьянов Ахметвали Газизьянович (1915 — ?)) — Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.[1][2]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1915 йылда, хәҙерге административ бүленеш буйынса, Хәйбулла районы Аҡназар ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылдың июнендә Хәйбулла районы военкоматы тарафынан Ҡыҙыл Армия сафратына саҡырыла. Һуғыш ваҡытында 16-сы Гвардия кавалерия дивизияһының «Смерш» дивизионының конрразведка взводында хеҙмәт итә. Хәрби хәрәкәттәр барышында арестанттарҙы һәм тотолғандарҙы һаҡлау һәм конвоирлау хеҙмәтен башҡара. 1945 йылда демобилизациялана.[1]
Саптаръянов Әхмәтвәли Ғәзизйән улы 1975 йылдың 8 майында вафат була (ветерандың ейәне Айгөл Саттарова Бәйләнештә социаль селтәрендәге пост).
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[2][3]