Сафарова Елена Владимировна
| Сафарова Елена Владимировна | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Спортта ил өсөн сығыш яһай |
|
| Тыуған көнө | 23 март 1975 (50 йәш) |
| Тыуған урыны | Тверь, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | биатлонист |
| Спорт төрө | Биатлон |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Сафарова Елена Владимировна (23 март 1975 йыл) — спортсы. Биатлон буйынса Өфөләге Олимпия резервының балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 1996—2002 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Ғәмәли-хәрби күпбәйгеләр (1997) һәм биатлон (2001) буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнеүсе (2003).
Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында йәшәй һәм күнекмәләргә йөрөй. Хәҙер Ханты-Мансийск ҡалаһында йәшәй.
Халыҡ-ара класлы спорт мастеры, донъя чемпионаттары призёры, ике тапҡыр Европа чемпионы, Универсиада еңеүсеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елена Владимировна Сафарова 1975 йылдың 23 мартында хәҙерге Тверь өлкәһенең Ржев ҡалаһында тыуған. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Биатлон буйынса Өфөләге Олимпия резервының балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Буйы 168 см, ауырлығы — 64 кг.
Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).
1996—2002 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
Ғәмәли-хәрби күпбәйгеләр (1997) һәм биатлон (2001) буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнеүсе (2003).
- Бөтә донъя Универсиадаһы еңеүсеһе — 3х7,5 км эстафетаһында (2001)
- Донъя чемпионатының Бронза призёры — 3х6 км эстафетаһында арчери-биатлон буйынса (1998)
- Донъя чемпионаты призёры — 4х4 км эстафета-кросында йәйге биатлон буйынса (1998)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2003 йылдың 17 ғинуары)[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 января 2003 года № 43(недоступная ссылка)