Эстәлеккә күсергә

Сафин Ғаян Сафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафин Ғаян Сафа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Балаҡатай районы
Һөнәр төрө инструктор
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Сафин Ғаян Сафа улы (рус. Сафин Гаян Сафинович (1904 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты.

Сафин Ғаян Сафа улы 1904 йылда хәҙерге Башҡортостандың Балаҡатай районында тыуа. Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 112-се кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының ветеринар часында дағалау инструкторы булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 15 декабрендә подразделениеның 280-се бойороғо менән дағалау инструкторы сержант Сафин Ғаян Сафа улы дағалау материалын етештереүҙе ойоштороуы өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була. Ул полк аттарын дағалауҙы өлгөлө ойоштора һәм уларҙың хәрби һәләтлеген тәьмин итә[2].

Сафин Ғаян Сафа улының артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.